Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2025, 21:25

Улай ҙа уҡытыусылар була икән!

Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холы бинаһында эшләүсе йәштәр араһында профсоюз КВН-ы үтте. Ойоштороусылар - Башҡортостандың Профсоюздар Федерацияһы менән БР Йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ. Темаһы "Хеҙмәт кешеһе һағында!" тип аталған уйынды йола буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина сәләмләп, асты.

Улай ҙа уҡытыусылар була икән!
Улай ҙа уҡытыусылар була икән!

Сәхнәлә 16 команда сығыш яһаны: “Нур шифаханаһы”(Стәрлетамаҡ), “Леди” (Өфө, БДАУ), “Почка России” (Өфө, Почта России), “Колесо” (Өфө, автотранспорт колледжы), “Зато красивые” (Дүртөйлө), “Учителя” (Нефтекама), “Сборная ЖКХ”(Өфө), ”Сборная ТЭЦ-2“ (Өфө), ”Два часа ночи“ (Өфө, ПАО ОДК УМПО), ”Минздрав на связи“ (Өфө), ”Между прочим“ (Стәрлетамаҡ, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы), ”Башнефть – Стройные“ (Өфө, “Башнефть-Строй” йәмғиәте), ”Заводчане“ (Нефтекама, НефАЗ), ”Дюртюледи“ (Дүртөйлө, Иҫке Байыш йорт-интернаты), ”Самый самолет“ (Өфө, УАПО, УМПО, УППО) һәм Магнитогорск металлургия комбинатының йыйылма командаһы.

Шулай итеп,
1-се урында – “Сборная ЖКХ” командаһы.
2-се урында “2 часа ночи” менән ”Дюртюледи” командалары..
3-сө урында ла ике команда – “Между прочим” һәм ”ТЭЦ-2”.
Гран-при – “Учителя” командаһында.

Уҡытыусылар командаһы Бөтә Рәсәй профсоюздар КВН-ында сығыш яһаясаҡ. Уңыштар уларға!

Фото: https://vk.com/wall-128286120_8505

#МирТрудМай #Трудоваядоблесть #ПрофсоюзыдляПобеды #120летПрофсоюзамРоссии
 
Источник - https://henek.info/articles/---%2B--/2025-04-28/ulay-a-u-ytyusylar-bula-ik-n-4215739
Автор:
Читайте нас