газета "Салауат"
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
9 Ғинуар , 10:10

Шакира исемле ғәжәйеп йәнлек

Донъяла йыландарҙың 2500-3000 самаһы төрө бар. Уларҙың уртаса 10 проценты ғына ағыулы. Был хайуандар Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостан тәбиғәтендә туҙбаш йыландар (баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙбаш йыланы һәм ябай туҙбаш йылан) һәм ҡара йыландар (ябай һәм дала ҡара йыландары) ғаиләләренә ҡараған 6 төрө бар.

Шакира исемле ғәжәйеп йәнлек
Шакира исемле ғәжәйеп йәнлек

Бынан тыш, кешеләр йыландарҙы өйҙәрендә экзотик хайуан булараҡ аҫрай. Беҙҙең ҡалала Вячеслав Григорьев шундайҙарҙың береһе. Уның йортонда Шакира исемле королдәр питон йәшәй.


- Был йыланды миңә Абхазия яҡтарынан бәләкәй генә сағында инкубаторҙан алып килеп биргәйнеләр. Хәҙер ул миндә ике йыл йәшәй, ҡулға эйәләштереп, төрлө алымдарға өйрәтеп бөттөм. Йыланым өйҙә бесәй кеүек һыйынып ҡына шыуыша, башлыса, туңдырылған сысҡандар ашай, мин уларҙы махсус һатып алам, - тип һөйләй йылан хужаһы.


Йыландан башҡа, был ирҙең йортонда тағы ла бер эте, януты бар. Хайуандарым дуҫлашып бөттө, йыланым карауатта ятһа, этем иҙәнгә төшөп китә, бер-береһенә теймәйҙәр, ти ул.


- Шакира әлегә бәләкәй, был төрҙәге йыландар ике метр ярымға тиклем үҫә. Йыланым, әлбиттә, йылы йәйҙе, һыуҙа рәхәтләнеп йөҙөргә ярата. Шулай ҙа Яңы йыл байрамы алдынан, балаларҙы ҡыуандырыу өсөн, ошолай әҙгә генә боҙ ҡаласығына ла алып килергә тырышам. Күп кешеләр йыландан ҡурҡа, ә улар менән танышһа шундай изге, матурҙар икәнен аңлай, - тип һөйләй Салауат ир-егете.


Шакира күберәк ҡулға алғанды ярата, уның хужаһы әйтеүенсә лә, йыланды тотоп, яратып ултырһаң күңел тынысланып китә. Өй шарттарында королдәр питоны 30 йыл самаһы йәшәй ала.

Автор:
Читайте нас: