Лицейҙа Ватан Геройҙары көнөн ҙур ихтирам менән билдәләйҙәр, Тап ошо көндә 1992 йылдың 9 декабрендә был мәктәпте тамамлаған Александр Степанович Мичурин, этник конфликт барышында, иптәшенең ғүмерен ҡотҡарып, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәләк була. 1-се статья старшинаһы Александр Мичурин 20252-се хәрби часының почет китабына индерелгән һәм үлгәндән һуң өсөнсө дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Был иҫтәлекле көндә уның туғандары тағы ла бер награда алды. Улының үлеменән һуң 32 йыл үткәс, Людмила Александровна һәм Степан Тимофеевичҡа «Контр-адмирал Ю.И. Максюта» миҙалы тапшырылды.
- Герой булып тыумайҙар, герой булып китәләр. Бөгөнгө көндә беҙ махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарыбыҙҙың олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ батырлығын ҡабатлауын күрәбеҙ. Кавказда һәм Афғанстанда егеттәр үҙ бурысын батырлыҡ, намыҫ менән үтәй. Балалар, һеҙҙең үҙ геройығыҙ – Александр Мичурин бар, ул үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, иптәшен яҡлап, үҙенең хәрби бурысын үтәне, - тине ҡала Советы депутаты Сергей Данилов.
Ысынлап та, Ватан геройҙары көнө - ул хәтер һәм хөрмәт күрһәтеү генә түгел, шулай уҡ ысын патриотизмдың нигеҙендә аныҡ эштәр һәм ғәмәлдәр ята тигәнде аңлата. Был хаҡта уҡыусыларға батырлыҡ дәресе барышында Диңгеҙ берләшмәһе рәйесе Владислав Михайлов һөйләне.
2022 йылдың 14 апрелендә 1-се лицейҙа Александр Мичурин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Йыйылыусылар яҡташыбыҙҙы иҫкә алып, унда сәскәләр һалды.
- Беҙ бындай иғтибарҙы ҙур тулҡынланыу менән ҡабул итәбеҙ. Иң мөһиме, улыбыҙ Александр онотолмай. Ул бик күңелле егет ине, ололарҙы хөрмәт итә, көсһөҙҙәрҙе яҡларға тырышты. Бала саҡтан унда яҡлаусы тойғоһо булды, ул беҙгә иртә ярҙам итә башланы, 5 йәшенән үҙе магазинға йүгерә торғайны. Александр мәктәптә отличник булманы, әммә иң мөһиме ул изге күңелле ине. Армияға ла ашҡынып, ныҡлап әҙерләнеп, төплө күнекмәләр үтеп барҙы. Хатта отпускка ла ҡайтып өлгөрмәне, 9-ында ҡайтам тип, телеграмма ебәргәйне, шул көндө һәләк булды. Беҙ улыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - тип һөйләй Александрҙың әсәһе Людмила Александровна.
- Беҙҙең быуын балалары кеүек, Александр менән бер ихатала уйнап үҫтек, армия алдынан ныҡлап спорт менән шөғөлләндек. 21 майҙа икебеҙ бергә әрме сафына алындыҡ, беҙҙең хәрби частар Владивосток ҡалаһында булды. Тик бер ергә генә эләгеп булманы, шулай ҙа йыш осрашып торҙоҡ. Александр намыҫлы, тормошто ярата белеүе менән айырылып торҙо. Мин уны яҡшы, ярҙамсыл егет, ысын герой тип хәтерләйем, - тип уртаҡлаша Александр Мичуриндың дуҫы Александр Голов.
Герой тураһында.
Мичурин Александр Степанович 1971 йылдың 22 декабрендә Салауатта тыуған. 1978 - 1987 йылдарҙа 12-се урта мәктәптә, 1987 - 1991 йылдарҙа 35-се һөнәрселек училищеһында уҡыған. 1991 йылда «Салауатнефтемаш» йәмғиәтенә эшкә ҡабул ителә. Шул уҡ йылды Ҡораллы Көстәр сафына алына, Владивостоктағы Тымыҡ океан флотының «Маршал Неделин» үлсәү комплексының кораблендә 20252-се хәрби часта хеҙмәт итә. 1992 йылдың 9 декабрендә этник-ара конфликт барышында ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, иптәшенең ғүмерен ҡотҡарып һәләк була. Үлгәндән һуң өсөнсө дәрәжәле «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.