Марат Кашапов егерме йыллыҡ стажы булған һәүәҫкәр машина йөрөтөүсе. Автосервиста эшләүу уны «тимер аттар» телендә «һөйләшергә», ҡайһы берҙә моторҙың тауышы буйынса етешһеҙлектәрҙе билдәләргә өйрәткән. Марат көҙгө-ҡышҡы осорҙа машина йөрөтөүҙең төп ҡағиҙәләре тураһында һөйләй.
-Ҡышҡы осорҙа тормозға баҫҡас, ҡапыл ғына туҡтап булмай, шуға ла алда барған машинаға тиклем дистанция булырға тейеш. Боролоштарҙа мотлаҡ рәүештә тиҙлекте кәметергә кәңәш ителә. Алыҫ юлға сыҡҡанда, багажникта көрәк һәм йылы өҫ кейеме булыуы яҡшы, сөнки күп кенә машина йөрөтөүселәр йылытыу системаһының эшләүенә өмөтләнеп, еңел кейенә. Әгәр аварияға хәле килеп тыуһа йәки машинаң боҙолһа, автомобилдең салоны тиҙ һыуына һәм туңыу хәүефе бар. Яныңда көрәк һәм йылы кейемең булһа, батҡан машинаңды сығарыу күпкә уңышлы, - тип һөйләй Марат.
Егерме водитель араһында берәүҙең ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсмәй йөрөгән осраҡтары бар. Әгәр тәгәрмәсеңде алыштырып өлгөрмәһәң, атлап йәки автобуста йөрөп тор. Тәгәрмәстәрҙе иртә лә алыштырырға кәрәкмәй, иң ҡулай ваҡыт - уртаса тәүлек температураһы биш градустан түбән булған осраҡта, - тигән кәңәштәрен бирә водитель.
Ҡайһы бер ваҡыт тәжрибәле водителдәр ҙә яңылыштан күңелһеҙ хәлдәргә тарыуы мөмкин. Әгәр автомобиль трассанан сығып осҡан ваҡытта иң беренсе нимә эшләргә тигән һорау менән Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы Радик Моратовҡа мөрәжәғәт иттек.
- Бындай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн иң тәүҙә резинаны ваҡытында алмаштырырға, тиҙлек режимын үтәргә кәрәк, икенсенән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һауа шарттары тураһында хәбәрҙәрҙе уҡып барырға. Күп кенә кешеләр был смс-хәбәрҙәргә иғтибар итеп бармай. Шуға ла буран, көслө ямғыр һәм башҡа ваҡытта алыҫ юлға сығып, күңелһеҙ хәлдәргә осрай. Насар метерологик шарттар ваҡытында тап машинаның юлдан ситкә сығып осоуы, бер-береһе менән бәрелеү осраҡтары арта, - тип һөйләй Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы Радик Моратов.
Ҡала ситендәге трассалар үҙендә бик күп хәүеф-хәтәрҙәр йәшереп тора, әгәр ҙә машина юл ситенә осҡан хәлдә, нимә эшләргә һәм ҡайҙа шылтыратырға?
- Иң мөһиме паникаға бирелергә кәрәкмәй, паника бер проблеманы ла хәл итмәүен аңларға кәрәк, киреһенсә, хәлде ҡатмарлаштырырға ғына мөмкин. Был осраҡта тәүҙә машинаны һүндерергә һәм үтеп барыусыларҙан ярҙам һорарға кәрәк. Машинаны кюветтан үҙ көсөң менән сығарырға тырышыу һөҙөмтәһеҙ, бында махсус техника кәрәк буласаҡ. 112 номерын йыйып, авария-ҡотҡарыу ярҙамы килеүен көтөргә ҡала. Иң ябай кәңәш: тиҙлекте арттырмай, ҡағиҙәләрҙе боҙмай йөрөгөҙ, - тип билдәләй Радик Моратов.
Юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһы буйынса, Салауатта 9 ай эсендә Салауатта балиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 15 юл-тарнспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шуларҙың алтауһы көҙгө осорҙа.
- Ҡар яуғанда йәки томан булғанда водителдәргә үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Яйлап ҡына, бер-береңә яҡын бармайынса йөрөргә кәңәш ителә. Йәйәүлеләргә сағыу төҫтәге кейемдәр йәки яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар тағыу урынлы. Шул ваҡытта бәхетһеҙ осраҡтар әҙерәк булыр ине, - тип билдәләй ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Азалия Сәлихова.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.