газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь , 17:15

Алтындай алты бәхете

Салауатта йәшәүсе ҡатын «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды.

Алтындай алты бәхете
Алтындай алты бәхете

Ольга 40 йәште үткән һәм алты бала тәрбиәләй. Алты ҡыҙ! Бәхетле әсәй, тиерһегеҙ? Юҡ, барыһы ла ябай ғына түгел шул. Шул бәхетенең нигеҙ ташы - ете йыл буйы көткән ире. Был тураһа мәҡәләнең геройы - Ольга Хафизова үҙе һөйләй.
- Был никахым - өсөнсө, иремдеке - беренсе. Ул минән биш йәшкә кесе. Тәүге тапҡыр күргәндә үк ғашиҡ булдым, ти ирем. Ул саҡта уға 18 йәш ине, үҙенең дуҫына – ағайыма-килгәндә таныштыҡ, - тип һөйләй Ольга.


Был ваҡытта Ольганың 23-ө тулған була һәм ул күп балалы әсәй булып, икенсе ире менән йәшәгән сағы.
- Мин Наумовкала тыуып үҫтем. Һуңынан ғаиләбеҙ оҙаҡҡа Смоленск өлкәһенә күсеп китә. Салауатҡа ҡайтҡас, индустриаль колледжы тамамланым. Тәүге мөхәббәтемде осратып, Диана исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Әммә бер аҙ ваҡыттан никахыбыҙ тарҡалды. Бер нисә йылдан икенсе иремдән Эвелина һәм Ангелина исемле балаларым донъяға килде. Был ирем менән дә мөнәсәбәттәр ныҡлы булманы. Шул ваҡытта миңә 18 йәшлек егет үлеп ғашиҡ булыуы тураһында белдерҙе. Беҙҙең мөхәббәт сәскә гөлләмәләре, матур осрашыуҙарҙан торманы, күберәк тәбиғәткә сығыу, бәшмәк йыйыу, балыҡ тотоуға ҡайтып ҡалды. Әммә минең өс балам бар, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ - шик һәм тағы яңғылышыуҙан ҡурҡыу бар ине. Ләкин ул, һинең ҡыҙҙарың - минең дә балаларым, тип күндерә алды, - тип йылмая Ольга.


- Өсөнсө иреңдән тағы өс ҡыҙ тыуа. Ошолай ҙур ғаиләгеҙ булыр тип уйлағайнығыҙмы?
- Күпме бала табырмын, тип бер ҡасан да уйлағаным булманым. Беренсе ҡыҙыбыҙ тыуғас, әлбиттә, икенсе баланы теләнек. Минеңсә, ғаиләлә бер генә бала булырға тейеш түгел. Мин үҙем күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, беҙ өс бала инек. Хәҙер ағайымдар ҙа күп балалы булып бөттө, шулай ҙа минеке иң күбе.


- Ә ҡыҙҙарығыҙ нимә менән мауыға? Нимә тураһында хыялланалар? Кем булып киттергә теләйҙәр?- Ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуҙары бик күп. Өлкәне матурлыҡ салонында администратор булып эшләй. Әммә уның ҡыҙҙарға хас булмаған мауығыуы бар. Ул машиналарҙа соҡонорға, уларҙы ремонтларға ярата. Малай булып тыуһаң, яҡшы автомеханик булыр инең, тип көләбеҙ. Икенсеһе косметология менән шөғөлләнә. Өсөнсөһө Ангелина ашнаҡсы һөнәренә уҡып сығырға хыяллана. Розочкабыҙ медицина колледжына уҡырға инергә, фельдшер йәки шәфҡәт туташы булырға уйлай. Бишенсе ҡыҙыбыҙ Роксанабыҙ һүрәт төшөрөргә әүәҫ, рәссам булыр теләй.


- Һин кем булырға теләйһең, Риана? - Хафизовтарҙың иң бәләкәйҙәренән һорайым.
- Ә мин һут эскем килә. Әфлисундан эшләнгән, - тип ышаныслы яуап ҡайтарҙы бәләкәс.
- Өлкән ҡыҙымдың үҙ ғаиләһе бар, - тип дауам итә Ольга Хафизова. Мин өләсәй булып өлгөрҙөм. Ейәнемә биш, ейәнсәремә ике йәш тулды. Икенсе ҡыҙым күптән түгел кейәүгә сыҡты, тиҙҙән өсөнсөгә өләсәй булырға йыйынам. Әммә үҙемде өләсәй итеп тоймайым, әллә үҙемдең бәләкәй балаларым булғанға.


- Өлкән ҡыҙҙарығыҙ айырым йәшәһә лә, хәстәрлектәрегеҙ күптер, көнөгөҙ нисек үтә?
- Бөтә әсәйҙәрҙеке кеүектер, моғайын. Ҡыҙҙарымдан алда торам, йыуынып, сәй ҡуйғас, кесе ҡыҙым менән апайҙарын уята башлайбыҙ. Мәктәпкә оҙатҡас, кер йыуыу, ашарға бешереү башлана. Минең иң бәләкәй кәстрүлем һигеҙ литрлы, әҙерәк бешерергә кәрәк, тип уйлайым, юҡ, шулай мулға өйрәнелгән. Ғаиләлә ирем генә эшләй, ул Хабаровск крайына вахта ысулы менән йөрөй. Мин эшкә сығып ҡараным, әммә бәләкәсебеҙгә ауыр эпилепсия сире ҡуйғас, ташланым. Бирешмәйбеҙ, дауаланабыҙ.


- Нимә тураһында хыялланаһығыҙ?
- Хыялыбыҙ барыбыҙға ла берәү. Беҙ йорт һалып сығыу тураһында уйлайбыҙ, ерҙә йәшәгебеҙ килә. Бөтә ғаилә йыйылып, каникулдарҙы, ял көндәрен бергә үткәрергә теләйбеҙ. Әлегә ҡуртымға алынға фатирҙа йәшәйбеҙ, шуға ла иркен, йүгереп уйнарлыҡ ҙур йортобоҙ булыуын теләйбеҙ. Ирем, булыр уныһы ла, эшләйәкбеҙ, тырышасаҡбыҙ, ти.
Гөлиә Нуриманова.
Ольга Исакова фотоһы.
 

Автор:
Читайте нас: