газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь , 13:30

Ролдә йәшәй, образды аса

Башҡортостантың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов “Хәбәрнамә” фестивалендә махсус приз менән билдәләнде.Күптән түгел Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы Пермь өлкәһенең Кудымкар ҡалаһында “Хәбәрнамә” VI милләт-ара фестивалендә булып ҡайтты. Унан Салауат артистары илһам һәм дәрт кенә алмай, яңы еңеүҙәр ҙә яулай.

Ролдә йәшәй, образды аса
Ролдә йәшәй, образды аса

Фестиваль барышында Рәсәйең төрлө төбәктәренән йыйылған театр коллективтары бер нисә көн дауамында үҙҙәренең иң сағыу спектаклдәрен тәҡдим итте. Салауаттар был фестивалдә Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Ярлыҡау” спектаклен күрһәтте. Сәхнә әҫәре Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған, артистар уны режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев етәкселегендә сәхнәләштергәйне. Һәм ул тамашасылар араһында һөйөү яулап, һәр ваҡыт көслө алҡыштар менән ҡабул ителә.
“Хәбәрнамә” фестивале йомғаҡтары буйынса спектакль тағы ла уңыштар килтерҙе. Яҡуп Шәрипов Буренкин образы өсөн махсус приз менән бүләкләнде. Яҡуп Хәмзә улы баһалама ағзаларын үҙ геройының эске донъяһын, уның кисерештәрен тулыһынса еткерә алыуы менән яулай.


- Сәхнәлә мин ролемде уйнамайым, улар менән йәшәйем. Күрәһең жюри ошоларҙы күрә һәм баһалай. Ғөмүмән, Мостай Кәрим әҫәрҙәрен илке-һаҡлы уйнап булмайҙыр, - ти Яҡуп Хәмзә улы.


Әйткәндәй, был Яҡуп Шәриповтың беренсе наградаһы түгел. Бынан алда ул VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә «Буренкин образының тәрән психологизмы өсөн» номинацияһына лайыҡ булғайны.
Гөлиә Нуриманова.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: