газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь , 13:35

Ҡаланың төп байлығы - уның ихлас кешеләре

Салауат күп милләтле ҡала һәм унда яҡынса 150 мең кеше йәшәй. Беҙҙә урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, мордвалар һәм башҡа милләт вәкилдәре иҫәпләнә. Республика ҡалалары араһында Салауат халыҡ һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. Ололар менән бер рәттән, йәштәр ҙә бөтә тырышлығын һалып, матур ғаиләләр ҡороп йәшәй.

Ҡаланың төп байлығы - уның ихлас кешеләре
Ҡаланың төп байлығы - уның ихлас кешеләре

Республикабыҙҙа 2003 йылдан алып 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгән парҙар хөрмәтләнеп, ҡотлауҙар ҡабул итә. Был парҙарға тантаналы шарттарҙа республика Башлығының ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыла. Был ваҡыт эсендә беҙҙең ҡалала 2 264 пар ҡотлауҙар ҡабул иткән. Йыл башынан алып ҡалабыҙҙың ЗАГС бүлеге оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән 69 ғаилә парын бүләкләнгән.


- Бындай парҙарҙы ҡалала ойошторолған тантаналы саралар ваҡытында ҡотлайбыҙ. Әгәр инде улар һаулыҡтары буйынса килә алмаһа, бүләктәрҙе үҙебеҙ өйҙәренә алып барып тапшырабыҙ. Шуныһы мөһим, бындай ҡотлауҙар парҙарҙың теләктәре буйынса үткәрелә. Улар йәки уларҙың туғандары ҡаланың ЗАГС бүлегенә килеп ғариза бирергә тейеш, - тип һөйләй Салауат ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Люция Әлибаева.


Беҙҙең ҡалала йыл башынан 548 пар үҙҙәренең ғаилә усағын булдырған. Ҡалабыҙ күп милләтле булыуҙы күҙ уңында тотҡанда, күп кенә ҡатнаш ғаиләләр барлыҡҡа килә. Быйылғы үткәрелгән туйҙарҙың да 60 проценты ҡатнаш никахтар. Йәштәр бигерәк тә “матур даталар”ҙа йәки байрам алды көндәрендә күберәк өйләнешә. Мәҫәлән, октябрь айына никахҡа инеү өсөн 38 ғариза ҡабул ителгән, шуларҙың 9-ы Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү алдынан никахҡа инеү тураһында таныҡлыҡ алған. Хәҙер күп кенә туйҙарҙы элекке йолаларға таянып, милли кейемдәр кейеп үткәреү популярлаша бара. Беҙҙең ҡала ЗАГС-ынан белдереүҙәренсә, әлегә бындай кейемдәрҙә килеүсе булмаһа ла, бында халҡыбыҙ йолаларына таянып тантаналар ойошторола, ҡунаҡтар төрлө милли биҙәүестәр тағып килә.


Ағымдағы йылдың 9 айында беҙҙең ҡалала 702 сабый донъяға килгән. Биш ғаиләлә игеҙәк балалар тыуған. Статистика буйынса, ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк.


- Һуңғы ваҡытта ата-әсәләр үҙҙәренең тамырҙарынан, милләттәренән һәм йолаларынан сығып исем бирергә тырыша. Мәҫәлән, башҡорт һәм башҡа мосолман ғаиләләрендә быйыл Әмир, Ибраһим, Кәрим, Әҙәм, Ильяс, Ислам, Әмирхан, Сафия, Әминә, Мәрйәм, Фатима, Наҙгөл кеүек балалар теркәлде, - тип билдәләй Люция Әлибаева.

Күп кенә ата-әсәләр ул һәм ҡыҙҙарына боронғо ғына түгел, ә ғәҙәти булмаған исемдәр ҡуша. Мәҫәлән, беҙҙең ҡалала быйылдан Айла, Айлин, Радэль, Аиша, Ридан, Темир, Саид, Энже, Жасмин, Алдар, Селина, Кемаль, Амаль, Амиль, Афина, Имран, Исмаил, Фидель, Демир, Хафса, Белла, Далия, Теона, Нурлан, Усма, Саян кеүек һирәк осрай торған исемдәр алған балалар үҫә.
Гөлиә Нуриманова.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: