газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь , 13:40

Фатир асҡыстары бәхеткә юл асһын

Салауатта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 7 балаға фатир асҡысы тапшырылды. Яңы йорт - һәр кем өсөн, һис шикһеҙ, шатлыҡлы ваҡиға. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға был йәһәттән бик еңелдән булмауын күҙ уңында тотоп, дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Күптән түгел был категорияға ҡараған балаларға ҡала хакимиәтендә фатир асҡыстары тапшырылды. Был юлы 7 малай һәм ҡыҙ фатирлы булды.

Фатир асҡыстары бәхеткә юл асһын
Фатир асҡыстары бәхеткә юл асһын

Шатлыҡлы ваҡиға менән йәштәрҙе хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Альберт Моталов ҡотлап, торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе власть органдарының иғтибар үҙәгендә, тип билдәләне.
- Тәү сиратта һеҙҙе үҙ торлағығыҙҙың барлыҡҡа килеүе менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Йортоғоҙ бәхетле ғаилә тормошоғоҙҙың нигеҙе булһын. Беҙҙең бөтә коллективтың тырышып эшләү һөҙөмтәһе булып һеҙҙең бәхетле йылмайыуығыҙ, яңы мөмкинлектәрегеҙ һәм перспективаларығыҙ барлыҡҡа килеүе тора. Тормошоғоҙҙоң яңы этабы башлана, һеҙҙе яңы күңелле мәшәҡәттәр көтә. Өйҙәрегеҙҙә йылы һәм мөхәббәт булһын, - тине Альберт Юрьевич.
- Бөгөн беҙҙең ҡалала мөһим ваҡиғаларҙың береһе - һеҙҙең, ҡәҙерле балалар, үҙ торлағығыҙҙың асҡыстарын алыу, - тине хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Арестова. – Һеҙ хәҙер фатирҙарығыҙҙа үҙ аллы йәшәй, ғаилә ҡора, бала таба, белем алыуҙы дауам итә һәм ҡалабыҙ мәнфәғәтендә эшләй алған йәштә. Быйыл дүртенсе ошондай осрашыу ойошторола һәм һеҙҙе лә индереп, 27 бала фатир асҡыстарын алды. Был һан ҙур һәм йылдан-йыл арта бара.


Яңы фатирҙарҙың бәхетле хужалары ярҙам һәм уларға ҡарата булған иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.
Олег Вәлиев Өфө фән һәм технологиялар университетының IV курс студенты. Башҡа йәштәр кеүек ул да ҡыуанысын йәшермәй.
- Мин бик шатмын, фатирымды барып күрмәнем, әммә фотоларҙан ҡарағанда, ул миңә оҡшаны. Әлегә Салауатта йәшәргә, аҙаҡ уҡып бөткәс, Рәсәй буйлап сәйәхәт итеп алырға һәм тыуған ҡалама ҡайтырға ниәтләйем, - тип уртаҡлашты киләсәккә уй-хыялдары менән егет.
Ләйлә Ҡолмөхәмәтова әле фатирында булмаған, ләкин асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһына тиклем өйҙө тыштан күрергә өлгөргән.
- Бөгөн бик бәхетле көнөм, бер аҙ тулҡынланам. Ҡала хакимиәтенә беҙҙе ташламағандары, хәстәрлектәре өсөн рәхмәт. Үҙ эшемде асырға һәм Салауатта йәшәргә ниәтләйем. Йорт эргәһендә балалар баҡсаһы, мәктәп, полиция участкаһы пункты бар, былар минең өсөн бик мөһим, - тип һөйләй Ләйлә.
Рафаэль Сәйфетдинов индустриаль колледждың III курс студенты. Урта һөнәри белем алғандан һуң егет юғары уҡыу йортона уҡырға инергә һәм шәп энергетик булырға ниәтләй.
- Был аҙнала үҙемдең фатирымды күрҙем. Тәүге тапҡыр ингәс тә оҡшаны. Бөтә инфраструктура: магазиндар, балалар баҡсалары, мәктәп йорт эргәһендә. Күршеләремде әле күрмәнем, әммә ихата таҙа, тәрбиәле булыуы күҙгә салынды. Яҡын арала үҙем теләгәнсә ремонт эшләп алырға иҫәп тотам, - тип пландары менән уртаҡлаша Рафаэль.


- Бөгөн күңелдә тулҡынланыу һәм шатлыҡ хистәре. Сөнки ейәнемдең хәҙер үҙ йорто бар. Мин уларҙы дөйөм ятаҡта тәрбиәләнем. Фатир бирәләр тигәс, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе ағып сығып, илап алдым. Был балаларға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Рафаэльдың ҡустыһы Даниил тигән бер ейәнем бар, яҡын киләсәктә тағы ла бер тапҡыр ошондай ҡәҙерле асҡыстар алырға килербеҙ тип өмөтләнәбеҙ, - ти күҙ йәштәре аша Рафаэлдың опекуны Мәҙинә Рәхмәтуллина.


Торлаҡ кеше тормошонда мөһим урынды биләп тора. Был бер яҡтан ғаилә именлеге һәм үҙ яғыңда ҡалыу мөмкинлеге. Әгәр тыуған ҡалаң иртәгәһе көнгә ышаныс бирә ала икән, ни өсөн бәхетте ситтән эҙләргә. Халыҡта әйтелгәнсә, минең өйөм – минең ҡәлғәм, йәки сит илдә олтан булғансы, үҙ илеңдә солтан бул.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: