Өйҙә генә ултырмай, сығып урманды күреп, бер-беребеҙ менән аралашып, һөйләшеп ҡайтыр өсөн ошондай сараны ойошторорға булдыҡ, - тип һөйләй “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова. - Шул тиклем кеше күп килер тип уйламағайным, килһәләр ярар ине тип, хатта ҡурҡан инем. Баҡтиһәң, беҙҙең ҡыҙҙар бик актив булып сыҡты, улар йырлайҙар, бейейҙәр, йүгерәләр, һүҙгә оҫта булыуҙарын дәлилләнеләр. Бөгөн шул тиклем матур сара килеп сыҡмаҡсы.
Байрамға килеүсе апайҙар өсөн тыуған-яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире Гөлназ Ҡорманова дәртле уйындар әҙерләгәйне. Ағинәйҙәр “Бәхетлеләр” һәм “Ағиҙел” командаларына бүленеп, етеҙлектә, тиҙлектә һәм таҫыллыҡта ярышты. Уларҙың ҡалаҡҡа йомортҡа һалып кемуҙарҙан ярышыуҙарын, етеҙ генә бәрәңге сәсеүҙәрен, дәртле итеп һыбай сабыуҙарын һәм көс-ғәйрәттәрен күрһәтеп, арҡан тартышыуҙары матур тамашаға әүерелде. Ошолай йүгереп, бер аҙ ял иткән арала командаларға шаян һорауҙар бирелде, апайҙарҙың күңелдәре тағы ла дәртләнеп китте.Әйткәндәй, был көндө ҡалабыҙ ағинәйҙәре үҙҙәре генә йыйылмағайны. Ойоштороусылар байрамға Салауатҡа яҡын ғына урынлашҡан Үрге Юлдаш ауылының хөрмәтле апайҙарын да саҡырғайны. Ҡунаҡтар байрамға бүләк итеп, матур йыр ҙа әҙерләп килгәйне. Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы тигәндәй, салауаттар ҙа ут күршеләре өсөн үҙҙәренең йырҙарын ҡурай һәм баян моңо аҫтында йырлап ишеттерҙе.
- Ошолай саҡырыу алһаҡ, беҙ шатланып киләбеҙ. Ауылыбыҙҙың йөҙө лә булғы килә, беҙ үҙебеҙ өсөн генә түгел, ауылыбыҙ тип янып йөрөйбөҙ, ауылдаштар “Ана, беҙҙекеләр!”, - тип торһондар тигән булабыҙ. Күрше салауаттар менән ошолай гел дуҫ-татыу булып йәшәйбеҙ, - тип һөйләй Үрге Юлдаш ауылы ағинәйе Танһылыу Мәзитова.
Ярыш булғас уның еңеүселәре лә билдәләнде. Бер нисә генә мәрәй менән “Ағиҙел” командаһы алға сыҡты. Шулай ҙа баһалама ағзалары бер кемде лә ситтә ҡалдырмай, һәр кемгә матур бүләктәр тапшырҙы.
- Бик оҡшаны, матур сара ойошторғандар. Тәҙрәнән ҡарап, эс бошороп ултырғансы ошолай саф һауала бергәләп осрашыуы хатта күңелле булды. Күптән күрмәгән юлдаштарҙы, бергә йөрөгән әхирәттәрҙе осратыуыма ҡыуанып торам. Йышыраҡ осрашырға кәрәк, - ти Ғәшүрә Рафиҡова.
Уға Рәмилә Ҡунаҡбаева ла ҡушылып, байрамдың шәп үтеүен билдәләй. - Хәлдән тайғансы йүгерҙек, рәхәтләнеп арҡан тартыштыҡ. Йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, йырлап-бейеп тә алдыҡ. Бик оҡшаны, матур булды, - ти Рәмилә апай.
Йылы осрашыу тәбиғәт ҡосағында самауырҙа ҡайнатылған, тәмле үлән сәйҙәре һалып бешерелгән сәйҙе рәхәтләнеп бергәләп эсеү менән тамамланды.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.