Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь , 13:10

Халыҡтың күңеле, донъяға ҡарашы ул

Бөгөн, 13 сентябрҙә, төбәктә иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә.Был байрам 2020 йылдан республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Байрам Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә тағы ла бер иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Халыҡтың күңеле, донъяға ҡарашы ул
Халыҡтың күңеле, донъяға ҡарашы ул

Милләт йөҙө-милли кейем
Милли кейем-ул көндәлек кейем генә түгел, ә халыҡтың мәҙәниәте һәм тарихы, уның традициялары һәм йәшәү рәүеше. Ул, милләттең сағылышы булараҡ, үткәндәрҙең рухи мираҫын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, шуға күрә был байрамды республиканың бөтә райондарында, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ҙур теләк менән билдәләйҙәр.
Теүәл бер йыл элек, Республика был байрамды билдәләгәндә, Радий Хәбиров милли кейем халыҡтың визит карточкаһы булыуын билдәләне, унда уның тарихы, үҙенсәлеге сағыла. Бөгөнгө көндә уға ҡыҙыҡһыныу арта - төбәк етәксеһе быға шат булыуын билдәләне.
Радий Хәбиров Башҡортостанда был байрамды ни өсөн булдырыуҙары хаҡында һөйләне.
- Был бик мөһим эш тип иҫәпләйем. Иң элек, был беҙҙең үткәндәргә ҡағылыу ынтылышы. Республикабыҙҙа йәшәгән күп һанлы халыҡтарҙың тарихына ҡағылыу ғына түгел, ә ҡул һуҙыу ҙа, - тип билдәләне ул.
Радий Фәрит улы бер нисә йыл элек тарихсылар һәм модельерҙар башҡорттарҙың бер нисә быуат элек кейгән кейем элементтарын һәм заманса сағылышын берләштергән башҡорт эш кейеме образын тыуҙырҙы, тип өҫтәне.
- Күптәргә ул оҡшаны. Уны рәхәтләнеп кейәләр. Һәм миндә ундай костюмдарҙы ихласлап кейәм, - тип өҫтәне республика башлығы.

Көндәлек кейем биҙәлеше
Бөгөн күптәр милли кейем элементтарын көндәлек кейемгә индерә һәм был милләтебеҙ мәҙәниәтенең, тарихының матур бер сағылышы. Республикала милли кейемдәр тегеүсе оҫталарҙың, заманса моделдәр эшләүсе дизайнерҙарҙың артыуы ҡыуандыра. Был йәмғиәттә бындай кейемгә ихтыяж бар тигәнде аңлата.
Рәсимә Дәминева - ҡалабыҙҙың шундай оҫталарының береһе. Ул төрлө кейемдәрҙе биҙәү менән шөғөлләнә. Һуңғы ике йылда милли йүнәлештә үҫешә, эштәренә башҡорт орнаменттарын төшөрә.
-Башҡорт орнаментлы күлдәк, футболкаларға һоҡланып йөрөй торғас үҙемдең дә эшләп ҡарау теләге уянды. 23 февраль егеттәр өсөн байрамға бүләккә «Мин башҡорт» һүрәтенән башлап ебәрҙем тәүге эшемде. Һуңынан түшелдеректәр, хәситә, башҡорт орнаменттарын эшләү серҙәренә өйрәндем, - тип һөйләй Рәсимә.
Ни өсөн тап башҡорт орнаменттарын төшөрөргә ҡарар итеүе тураһында Рәсимә ябай ғына итеп: «Сөнки мин башҡорт ҡыҙы», - тип яуапланы.
Рәсимә өсөн ошолай кейемдәргә милли биҙәктәр төшөрөү эш йәки мауығыу ғына түгел. Был үҙ-үҙен белдереү ысулы. Оҫта милли стилдә кейемдәрҙе башҡаларға ғына эшләмәй, уларҙы үҙе лә кейә. Бындай әйберҙәрҙе көн һайын кейергә мөмкин, тип иҫәпләй ҡул оҫтаһы.
- Хәҙерге ваҡытта йәштәрҙең генә түгел, оло быуындың да башҡорт орнаменттары төшөрөлгән күлдәк-футболкалар кейеп йөрөүҙәре матур күренеш. Кемдер көндәлек кейем итеп кейһә, кемдер сәхнәләрҙә сығыш яһай, кемдер спорт ярыштарында кейә. Бының менән һин үҙеңдең мәҙәниәтеңде сағылдыраһың, шул уҡ ваҡытта үҙәнсәләгең һыҙыҡ өҫтөнә алына. Үҫеп килгән быуынға быларҙы күрһәтеп, дөрөҫ йүнәлеш бирәбеҙ, - ти Рәсимә Дәминева.
Рәсимә әйтеүенсә, ул маркетинг, эштәрен һатыу мәсьәләһенә үтә лә иғтибарлы. Уның һәр эше яратылып, үҙ еренә еткерелеп эшләнә. Һәр тыуҙырған яңы футболкаһы үҙенсәлекле һәм бер-береһен ҡабатламай тиерлек.
- Һәр эшкә лә оҫталыҡ кәрәк. Ҡарап торһаң еңел генә тойола. Тик уның нескәлектәре бик күп. Үҙем бала саҡта күсереп һүрәт төшөрөргә ярата инем, бәлки шуға ла миңә еңелерәк биреләлер, - тип һөйләй маһир гүзәл зат.
Оҫта ҡуллы милләттәшебеҙ ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн байрам һәм көндәлек кейемдәрҙе биҙәй. Эштәрендә халҡыбыҙға хас йәшел, һары, аҡ, ҡыҙыл һәм башҡа төҫтәрҙе ҡуллана. Бынан тыш, Рәсимә үҙенең һөнәренең нескәлектәренә өйрәтеү өсөн махсус курс та асырға ниәтләп йөрөй.
Туғандарың ижад менән шөғөлләнеүеңә нисек ҡарай, тигән һорауға Рәсимә: «Яҡындарым миңә ярҙам итә, ирем һәр ваҡыт минең эшемә баһа биреп, был урынын икенсерәк эшлә, быныһы матур килеп сыҡҡан тип тора», - тип яуаплай.
Рәсимә «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Ул Салауатта уҙғарылған бөтә милли сараларҙың үҙәгендә. Һәм һәр ерҙә ул башҡорт орнаменты менән биҙәлгән кейемдәрендә.

Рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлау

Милли кейем көнө арналған байрамдың тағы ла бер сағылышы - бөтә Башҡортостан менән флешмобта ҡатнашыу. Быйыл уны республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Бының өсөн социаль селтәргә милли кейемдә тәбиғәт һәм архитектура ҡомартҡылары янында төшкән фотолар һалырға, халыҡ ижады элементтары менән видеоролик яҙҙырырға тәҡдим ителә. Халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарырға , музыка ҡоралдарында уйнарға мөмкин. Әйткәндәй, бындай флешмоб йыл һайын уҙғарылып килә. Һәм унда беҙҙең Салауат ҡалаһы башҡорттары ла әүҙем генә ҡатнаша.  Быйылғыһында бигерәк тә ғаиләләр менән бергә төшкән фотолар һәм видеояҙмалар күберәк булһын ине тигән теләк бар.

Яҙмаға #МКРБ #ЭтноСтильРЦНТ #деньнациональногокостюма хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ. Флешмоб 15 сентябргә тиклем бара.

Гөлиә Нуриманова. 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: