Йондоҙнамә (6-12 февраль)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна күңелле ваҡиғалары менән иҫтә ҡалыр. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Дуҫтарығыҙ саҡырған мауыҡтырғыс сараларҙан баш тартмағыҙ. Белемде камиллаштырыу өсөн яҡшы осор. Иң уңышлы көнөгөҙ - дүшәмбе.
Буға (21.04-21.05)
Яңы эштәр башлау өсөн аҙна бик отошло. Карьера баҫҡысынан үрләп, финанс хәлегеҙҙе яҡшыртырһығыҙ. Күптән хыялланған әйберегеҙҙе һатып алыу мөмкинлеге тыуыр. Ял көндәрендә таныштарығыҙға бурысҡа аҡса бирмәгеҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәр был аҙнала күп белергә, яңы тәьҫораттар алырға теләр. Вазифа буйынса үрләүгә ҡағылышлы мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәй тороғоҙ. Йылыраҡ кейенеп йөрөгөҙ, юғиһә, хроник ауырыуҙарығыҙҙың ҡуҙғыуы бар.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Әүҙемерәк булһағыҙ, аҡса проблемаһын оноторһоғоҙ. Аш эшкәртеү системаһына зыян килтермәҫ өсөн дөрөҫ туҡланығыҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыуы ихтимал. Ял көндәрендә оҙайлы сәйәхәттәргә юлланыу кәңәш ителмәй.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был осор яңы танышлыҡтар, көтөлмәгән сәйәхәттәр, эшлекле тәҡдимдәр вәғәҙә итә. Оҙаҡ уйламағыҙ, барыһына ла ризалашығыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән аралар нығыныр, уның тағы ла күркәмерәк сифаттарын күрерһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе башҡа ваҡытҡа ҡалдырығыҙ. Йондоҙҙар сәләмәтлегегеҙ менән етди шөғөлләнергә кәңәш итә. Икенсе яртығыҙ менән аралар һыуыныр.Туғандарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Бөтә эштәр ҙә еңел бирелер. Коллегаларығыҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшы. Ғаиләлә лә йылы мөхит тантана итә. Балаларығыҙ уңыштары менән һөйөндөрөр. Һөйгәнегеҙ үҙегеҙгә тәҡдим яһар. Вируслы инфекцияларҙан һаҡланығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Аҙнаның икенсе яртыһында эшлекле сәйәхәттәр яҡшы һөҙөмтә килтерер. Аҡсаға бәйле проблемалар бына-бына хәл ителергә тора. Яратҡан кешегеҙ менән арағыҙҙы көйләрһегеҙ, күңелегеҙ тынысланыр.
Уҡсы (23.11-21.12)
Мөһим бурыстарҙы атҡарып сығырға коллегаларығыҙ ярҙам итер. Үпкәләшкән туғандарығыҙ менән ярашығыҙ. Планлаштырылмаған сығымдар кеҫәгеҙҙең йоҡарыуына алып килер. Ялдарҙа яңғыҙығыҙ өйҙә ҡалмағыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Матди проблемаларҙы хәл итеү менән мәшғүл булырһығыҙ. Эшһеҙҙәр күңелдәренә ятышлы ҡыҙыҡлы шөғөл табыр. Йортоғоҙҙа ремонт башлау өсөн уңайлы ваҡыт. Шәмбе, йәкшәмбе йортоғоҙға ҡунаҡ саҡырмағыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һыуғоярҙарҙың ижади һәләте асылыр. Уны дөрөҫ юҫыҡта файҙалана белергә генә кәрәк. Өҫтәмә килем сығанағы эҙләрһегеҙ. Гүзәл заттар төҫ-башын үҙгәртергә теләр. Сәләмәтлегегеҙгә бер ни ҙә янамай.
Балыҡ (20.02-20.03)
Партнерҙарығыҙ менән бергә башҡарылған проект яҡшы һөҙөмтә бирер. Хәйриәлек менән шөғөлләнеү кәңәш ителә. Ҡаланан ситтә урынлашҡан шифаханала сәләмәтлегегеҙҙе нығытып алыу ҡамасауламаҫ.