Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2022, 09:28

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (31 октябрь - 6 ноябрь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (31 октябрь - 6 ноябрь)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор яҡшы килмәксе. Коллегаларығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың ярҙамы һиҙелерлек булыр. Төштәрегеҙҙең ысынға ашыуы бар. Икенсе яртығыҙ менән бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ.


Буға (21.04-21.05)
Тырышлығығыҙ емеш бирә башлар. Әммә килемегеҙ ҡапыл артмаҫ, шуға өҫтәмә аҡса табыу сығанағын эҙләгеҙ. Икенсе яртығыҙ менән аралар нығыныр. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер.


Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Етәкселеккә эшлекле тәҡдимдәрегеҙҙе еткереү өсөн уңайлы ваҡыт. Аҙна башында ишеткән хәбәр үҙегеҙҙе тамам аптырауға ҡалдырыр. Финанстар менән хәл әлегә көсөргәнешле ҡала. Саф һауала күберәк йөрөгөҙ.


Ҡыҫала (22.06-23.07)
Стреслы хәлдәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Эштә үҙегеҙгә артыҡ йөкләмәләр алмағыҙ. Юғиһә, был сәләмәтлегегеҙгә  насар йоғонто яһар. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр йылы. Балаларҙы иғтибар үҙәгенән ысҡындырмағыҙ.


Арыҫлан (24.07-23.08)
Аҙнаның икенсе яртыһында тирә-йүндәгеләр менән уртаҡ тел табыу ҡатмарлашыр. Ғашиҡтар өсөн дә осор еңелдән булмаҫ. Йортоғоҙҙа тәртип урынлаштырыу өсөн яҡшы мәл. Һаулығығыҙға зарланмаҫһығыҙ.


Ҡыҙ (24.08-23.09)
Тормошоғоҙҙағы бөтә үҙгәрештәр һеҙҙең файҙаға ғына булыр. Эштә карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Ғаиләгеҙҙә ҡатмарлы һәм сетерекле хәлдәр килеп тыуыр.


Үлсәү (24.09-23.10)
Эштәге иң ҡатмарлы һаналған бурыстарҙы ла еңел атҡарырһығыҙ. Сәләмәтлек торошона етди иғтибар бирегеҙ. Матди хәлегеҙ нығыныр. Йорт өсөн файҙалы әйбер алып ғаиләгеҙҙе ҡыуандырығыҙ.


Саян (24.10-22.11)
Ваҡытығыҙҙы күберәк китап уҡыуға, белемегеҙҙе камиллаштырыуға бүлегеҙ. Дуҫтарығыҙ менән тәбиғәткә ялға  сығыу араларҙы тағы ла яҡынайтыр. Финанс ауырлыҡтары көтә. Ваҡ йәрәхәттәр алыу ихтималлығы ҙур.


Уҡсы (23.11-21.12)
Карьера үҫешенә булышлыҡ итерҙәй отошло тәҡдим алырһығыҙ. Ғаиләлә бөтә эштәрҙе бергәләп кәңәшләшеп башҡарығыҙ, юғиһә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы бар. Яңы мөнәсәбәттәр ҡороу өсөн яҡшы осор.


Ылаҡ (22.12-20.01)
Аҙнаның икенсе яртыһында етәкселек һәм ата-әсәйегеҙ менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр. Урамда осраҡлы кешеләр менән танышыуҙан һаҡ булығыҙ.


Һыуғояр (21.01-19.02)
Ең һыҙғанып эшкә тотоноуығыҙ алға ҡуйған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итер. Бәхәс сыҡмаһын тиһәгеҙ, дуҫтарығыҙға бурысҡа аҡса бирмәгеҙ ҙә, алмағыҙ ҙа. Сәйәхәттәр ваҡытында көтөлмәгән хәлдәргә юлығыуығыҙ бар.


Балыҡ (20.02-20.03)
Ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа, ҡулығыҙҙан килер. Осор айырыуса юридик мәсьәләләрҙе көйләү өсөн уңышлы. Тирә-яҡтағы хәл-ваҡиғаларға ҡыҫылмағыҙ. Күберәк ваҡытығыҙҙы яратҡан кешегеҙ менән үткәрегеҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: