Йондоҙнамә (17-23 октябрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күберәк ваҡытты сәләмәтлегегеҙгә һәм тамамланмаған эштәргә бүлеү кәңәш ителә. Дуҫтар менән аралашыуҙы бер аҙ туҡтатып тороғоҙ. Тирә-йүндәгеләрҙең тәнҡит һүҙҙәрен тыныс ҡабул итегеҙ. Финанс хәлегеҙ тотороҡло.
Буға (21.04-21.05)
Эштә план һәм отчеттар төҙөү еңел бирелер. Был аҙналағы сәйәхәттәр уңышлы булыр. Дүшәмбе өҫтәмә килем алыуығыҙ ихтимал. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштерергә ваҡыт.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Хеҙмәттәштәрегеҙ араһында абруйығыҙ артыр, етәкселек һеҙҙең фекерегеҙгә өҫтөнлөк бирер. Күптән борсоған проблеманы хәл итеүгә өлгәшерһегеҙ. Тормошоғоҙҙоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүен һиҙерһегеҙ. Мөхәббәт өлкәһендә барыһы ла яҡшы.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге бар. Шикле проекттарҙан һаҡ булығыҙ. Күңелегеҙгә яҡын булмаған кешеләр менән аралашыуҙы өҙөгөҙ. Арыһағыҙ йәки йоҡоғоҙ туймаһа, руль артына ултырмағыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Күберәк аҡса темаһы борсор. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Ғаиләгеҙҙең барыһынан да ҡәҙерлерәк булыуын аңларһығыҙ. Ашҡаҙанығыҙҙы ял иттерәм тиһәгеҙ, майлы, тоҙло ризыҡтарҙан баш тартығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Был аҙналағы девизығыҙ - күберәк тыңлау, әҙерәк һөйләү. Мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә эске һиҙемләү тойғоһона таянығыҙ. Кредитҡа батып эре әйбер һатып алыуҙан тыйылығыҙ. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, бармай ҡалмағыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үҙегеҙгә проблема эҙләп тапмаһағыҙ, аҙна тыныс килер. Өҫтөгөҙгә артыҡ йөкләмәләр алмағыҙ. Уйламаған ерҙән аҡса керер. Туристик сәйәхәттәргә юлланмау кәңәш ителә. Яратҡан кешегеҙҙең хәленә инә белегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Аҙна уңышлы, мәшәҡәтһеҙ булмаҡсы. Дүшәмбе көн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү, эшлекле осрашыуҙар өсөн отошло. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә үҙгәрештәр көтөлә. Буш ваҡыттығыҙҙы шәхси үҫеш өсөн файҙаланығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Вазифағыҙ буйынса үрләтерҙәр. Шишәмбе кеҫәгеҙ ҡалынайыр. Никахтағы уҡсыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре ҡатмарлашыр. Балаларығыҙ менән күберәк аралашығыҙ, мауығыуҙары тураһында һорашығыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Белемегеҙҙе камиллаштырыуға ынтылырһығыҙ. Шишәмбеләге сәйәхәтегеҙ уңыш килтерер. Ялдарҙы ғаиләгеҙ менән бергә уҙғарығыҙ. Спорт менән шөғөлләнгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Йорттағы эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Кесаҙна нимәгәлер хафаланырһығыҙ. Ҡомарлы уйындар уйнауҙан йыраҡ тороғоҙ, юғиһә, булған аҡсағыҙҙан тулыһынса ҡолаҡ ҡағырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар ышаныслы.
Балыҡ (20.02-20.03)
Көсөргәнешле, мәшәҡәтле аҙна килә. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ныҡлы үҙгәрештәр көтөлә. Эштәге коллегаларһәм етәкселек менән дә уртаҡ тел таба алмаҫһығыҙ. Сабыр булығыҙ, бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ.