газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2022, 09:39

Илһөйәрлек тойғоһо - үҫмер саҡтан

Ҙур тормошҡа әҙер булған, үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡан кеше, граждан, Тыуған илдең патриотын тәрбиәләү, айырыуса бөгөнгө көндә, йәмғиәттең төп һәм мөһим бурыстарының береһе булып тора. 

Илһөйәрлек тойғоһо - үҫмер саҡтан
Илһөйәрлек тойғоһо - үҫмер саҡтан

Ҙур тормошҡа әҙер булған, үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡан кеше, граждан, Тыуған илдең патриотын тәрбиәләү, айырыуса бөгөнгө көндә, йәмғиәттең төп һәм мөһим бурыстарының береһе булып тора. 

Ҡалала йәштәргә һәм үҫмерҙәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү ҡалала яҡшы ҡуйылған. Был йәһәттән Альберт Рәхимовтың исеме күптәргә таныш. Ул “Йәштәш” йәштәр үҙәгенең “Ватан” хәрби-патриотик клубы, “Йәш
армия” Бөтә Рәсәй балалар- үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе булып тора. Ҡалалағы бер генә тантаналы сара ла унда тәрбиәләнгән йәш армеецтар ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Бынан тыш, Альберт Шакир улы белемен камиллаштырырға ла, яңы эш алымдарын үҙләштерергә лә өлгөрә. Йәй-көҙ айҙарында “Башҡортостан Республикаһы йәштәрен патриотик тәрбиәләү һәм хеҙмәткә әҙерләү үҙәге” балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиә системаһы үҫешендәге методикаларҙы камиллаштырыуға, яңы эш формаларын индереүгә йүнәлтелгән хәрби-патриотик тәрбиәләү буйынса методик эштәр конкурсын уҙғара. Альберт Рәхимов та унда үҙенең эше менән ҡатнашырға тәүәккәллек итә. Һөҙөмтәлә, икенсе урын алыуға ирешә.
- Конкурсҡа 2021 йылда гражданлыҡ-патриотик тәрбиә, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе хеҙмәткә әҙерләү программаларын үтәү сиктәрендә бойомға ашырылған эштәр ҡабул ителде. Ҡатнашыусылар
байтаҡ булды, улар араһында хәрби-патриотик клубтар, түңәрәктәр, секциялар һәм берләшмәләр, эҙләнеү отрядтары етәкселәре бар ине. Һис шикһеҙ, белем, алымдар йәштәрҙе артабан да тәрбиәләүҙә мөһим роль
уйнаясаҡ. Әгәр бының менән беҙ шөғөлләнмәһәк, кем был бурысты үҙ өҫтөнә алыр? Эш нисәнсе урын алыуҙа түгел, ә балалар менән эш алып барылыуы, уларҙың беҙгә теләп килеүе үҙе үк яҡшы күренеш. Был йәштәр Тыуған илебеҙҙең ысын патриоттары һәм һаҡсылары булырға теләй. Ойошмабыҙ тарафынан йәштәрҙе сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Улар менән төрлө ҡалаларға сығабыҙ, республика хәрби-патриотик сараларында һәм фестивалдәрендә ҡатнашабыҙ. Әйтәйек, Октябрьский ҡалаһына йылына ике тапҡыр барып, парашюттан һикерәбеҙ. Быйыл егеттәр менән Өфө ҡалаһында 18-се хәрби-патриотик фестивалендә ҡатнаштыҡ, Алкинола тәрбиәләнеүселәрҙең ысын АК-74 ҡоралынан атып ҡарау мөмкинлеге булды. Өс көн дауамында ҡоралды һүтеп йыйырға өйрәндек. Шулай уҡ
Мәләүез районындағы Нөгөш һыуһаҡлағысы нигеҙендәге “Тау һауаһы” балалар-һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә уҙған “Үҙеңде еңһәң - еңелмәҫһең” тип аталған туристик слеттан да ситтә ҡалманыҡ. Ошондай юҫыҡтағы эштәр менән Тыуған илен ихлас һөйгән ысын патриот тәрбиәләп буласаҡ,- ти Альберт Шакир улы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: