газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2022, 10:32

Бүләктең иң шәбе

47-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса яңы, заманса спорт майҙансығы асылды. Улар был проектта беренсегә ҡатнаша.

Бүләктең иң шәбе
Бүләктең иң шәбе

47-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса яңы, заманса спорт майҙансығы асылды. Улар был проектта беренсегә ҡатнаша.

Майҙансыҡты тантаналы асыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, мәғариф идаралығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре ҡатнашты.
- Ҡалала уңышлы бойомға ашырылған “Аныҡ эштәр” проекты матди-техник базаны нығытырға, уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. Унда,  башлыса, мәғариф учреждениелары әүҙем ҡатнаша. Быйыл 3 млн һумдан ашыу суммаға 12 партия проектын тормошҡа ашырҙыҡ. Бөгөн ошо балалар баҡсаһы бәләкәстәре лә  проект ярҙамында яңы майҙансыҡлы булды. Саф һауала физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү  сәләмәтлекте нығыта, кәйефте күтәрә. Кескәйҙәрҙеңяңы үрҙәргә ынтылыуын теләйем, - тине  Игорь Миронов.

Быйыл 47-се балалар баҡсаһы үҙенең 50 йыллығын билдәләй, яңы спорт майҙансығын улар юбилейға иң шәп бүләк, тип ҡабул иткән.
- Беҙҙең коллектив балаларҙың һаулығына, физик яҡтан үҫешеүенә ныҡлы иғтибар бирә. Тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Шуға күрә физкультура майҙансығын спорт 
ҡорамалдары менән йыһазландырыуға йүнәлтелгән “Сәләмәтлек биләмәһе” проектын бойомға ашырыу беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Бына бөгөн проект ярҙамы менән заманса, яңы спорт майҙансығын файҙаланыуға
тапшырабыҙ. Барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. 50 йыллыҡ юбилейға был бүләктең иң шәбе булды. “Берҙәм Рәсәй” менән артабан да хеҙмәттәшлектең дауам итеренә ышанабыҙ, - ти балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Ваһапова.
Йола буйынса, комплексты тантаналы асыу хөрмәтенә ҡыҙыл таҫма киҫелде. Балалар ҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте: йырланы, бейене, шиғырҙар һөйләне. Спорт ҡорамалдары тураһында үҙ фекерҙәре менән кескәйҙәр ҙә
уртаҡлашты.
- Беҙҙең балалар баҡсаһында ошондай комплекс асыуҙарына шатбыҙ. Ҡорамалдар яңы, заманса, уңайлы, хәүефһеҙ. Волейбол уйнау оҡшай,  лабиринт буйлап йөрөү ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, - ти әҙерлек төркөмө
тәрбиәләнеүселәре Гордей Жиляев менән Виктория Албаева.

Һуңынан Игорь Миронов балалар баҡсаһын тотош ҡарап сыҡты, уның торошо, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.
- Беҙ балалар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шаттар булдырыуға булышлыҡ иткән башҡа программаларҙа ла  ҡатнашабыҙ. Әйтәйек, 2019 йылда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып,
балалар баҡсаһының биләмәһен тулыһынса асфальтланыҡ, 2020 йылда тәҙрәләр алыштырҙыҡ,  быйыл верандаға капиталь ремонт эшләнек. Артабан да был программала ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. Планда - эҫе һәм һыуыҡ һыу торбаларын, канализацияны капиталь ремонтлау, ҡалған тәҙрәләрҙе алыштырыу, урамға уйын ҡорамалдары алыу, - ти Эльвира Фәзлинур ҡыҙы.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: