газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2022, 10:11

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (3 - 9 октябрь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (3 - 9 октябрь)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалыу өсөн яҡшы осор. Аҙна аҙағында сәйәхәткә юлланыу кәңәш ителмәй. Һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ, вируслы ауырыуҙар йоҡтороуығыҙ ихтимал.


Буға (21.04-21.05)
Барлыҡ ҡатмарлы эштәр ҙә еңел бирелер. Тик шаршамбы аҡса менән бәйле бер ниндәй операциялар башҡармағыҙ. Йортоғоҙҙа тәртип булдырығыҙ. Икенсе яртығыҙҙы юҡ-барға көнләшмәгеҙ. 


Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Сәйәхәткә юлланыу, уҡыу, яңы танышлыҡтар өсөн осор уңышлы килмәксе. Кешеләр менән аралашыу күңелегеҙҙе күтәрер. Күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырһығыҙ. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр.


Ҡыҫала (22.06-23.07)
Аҙна башында финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Йортоғоҙ өсөн кәрәкле әйбер һатып алығыҙ. Үҙегеҙ тураһында һүҙ ишетерһегеҙ, тыныс булығыҙ, өндәшмәгеҙ. Тән температураһы күтәрелеп, ауырып китеү хәүефе бар.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Осор һәйбәт башланыр, шатлыҡлы үҙгәрештәр көтөлә. Аҡсағыҙҙы ышаныслы урында тотоғоҙ. Балалар тәрбиәһенә етди ҡарағыҙ. Аҙ таныш булған кешеләр менән конфликтҡа инеүҙән тыйылығыҙ.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Уйлаған эштәрегеҙҙе ҡыйыу тормошҡа ашыра башлағыҙ. Шәхси милек һатып алыуығыҙ бар. Шишәмбе икенсе яртығыҙ булырҙай кешене осратырһығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ - дүшәмбе.


Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәрҙең дуҫтары менән аралашыу теләге көсәйер. Осрашыуҙар файҙалы ла, күңелле лә үтер. Шәхси транспортта юлға сығыу тыйыла. Икенсе яртығыҙ үҙегеҙгә бик шәп сюрприз әҙерләй.


Саян (24.10-22.11)
Яңы осрашыуҙар, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу өсөн уңайлы мәл. Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге бар. Аҙна дауамында аҡсағыҙҙы юҡ-барға сарыф итмәгеҙ. Буш ваҡытығыҙҙы саф һауала үткәрергә тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11-21.12)
Аҙна башында күптән планлаштырылған оҙайлы сәфәргә сығыуығыҙ көтөлә. Яңы эш тәҡдим итеүҙәре мөмкин. Ризалашырға ашыҡмағыҙ, ныҡлап уйлағыҙ. Ғаилә ағзалары, ата-әсәйегеҙ менән бәхәскә керерһегеҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Пландарығыҙҙы бойомға ашырырға яңы партнерҙарығыҙ ярҙам итер. Аҙна уртаһында юлға сығыу кәңәш ителмәй. Насар ғәҙәттәрҙән арынырға ваҡыт. Балаларығыҙға тейешле иғтибар бүлегеҙ.


Һыуғояр (21.01-19.02)
Бер кемгә лә бурысҡа аҡса бирмәгеҙ. Аҙна аҙағында тренажер залында күнекмәләрҙе туҡтатып тороғоҙ, йәрәхәттәр алыуығыҙ ихтимал. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштереү өсөн уңайлы мәл.

Балыҡ (20.02-20.03)
Эш урынын алыштырыу кәңәш ителмәй. Ижади һәләтегеҙ асылыр. Тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәттәр ышаныслы. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығына ҡарата битараф булмағыҙ. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: