Ҡалала “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге ҡарамағындағы “Күңелебеҙ менән йәшбеҙ” үҙәге нигеҙендәге хәрәкәттә өлкән йәштәге актив, инициативалы, бар ергә лә өлгөр граждандар тора.
- Кеше пенсияға сыҡҡас аптырап ҡала, дуҫтары һәм коллегалары менән бәйләнеш өҙөлә, күптәре, аралашыу етмәүҙән депрессияға бирелә. “Ышаныс” үҙәге директоры Ирина Назарова өлкән йәштәге кешеләрҙе берләштереү үҙәген булдырырға тәҡдим итте. 2020 йылда “Күңелебеҙ менән йәшбеҙ” үҙәген астыҡ, уға тиклем бөтә ил буйлап, шул иҫәптә Салауатта ла “Көмөш ирекмәнлек” хәрәкәте башланғайны инде. Тәүҙә
кеше әҙ булды, һуңғараҡ күбәйгәндән-күбәйә барҙыҡ. Хәҙер төркөмгә 55 йәштән өлкәнерәк 85 кеше йөрөй. Беҙ социаль селтәрҙәрҙә аралашабыҙ, ҡайҙа, ҡасан йыйылышырға һөйләшәбеҙ, - тип һөйләй “Күңелебеҙ менән
йәшбеҙ” үҙәге кураторы Ильвира Анпилогова.
Ҡаланың "көмөш" ирекмәндәре әүҙем тормош рәүеше алып бара, төрлө акцияларҙа, проекттарҙа ҡатнаша. Үҙәктә төрлө йүнәлештәр уңышлы бойомға ашырыла: спорт-һауыҡтырыу, экологик, социаль. Әүҙем ирекмәндәр Салауаттан тыш, башҡа ерҙәргә лә сығып тәбиғәт ҡосағында ял итәләр, ҡыҙыҡлы акцияларҙа ҡатнашалар, тәжрибә уртаҡлашалар.
- Кинйәкәй ауылына барғас, унда скандинавса йөрөү менән ҡыҙыҡһындылар. Беҙ ҡыш көнө килеп, уларға профессиональ таяҡтар бүләк иттек, бөтәһенә лә өйрәттек. Оҙаҡламай беҙҙең ун ирекмәнебеҙ Йоматау шифаханаһына өлкән йәштәгеләр декадаһына барасаҡ, уны Римма Шәйҙуллина үткәрәсәк. Беҙҙең эшкә психологтар ҙа йәлеп ителгән, улар тренингтар үткәрә, үҙеңдең баһаңды нисек күтәреү, нисек лидер булыу тураһында һөйләй. Психологтар йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып күнекмәләрҙе ҡыҙыҡлы итеп алып бара. Кешеләр асыла башлай, һәр кемдең таланты бар, - ти куратор.
Ильвира Анпилогова кешеләргә үҫешергә ярҙам итеүҙе төп маҡсаты итеп ҡуйған.
- Йәш саҡта альпинизм һәм туризм менән шөғөлләндем, һуңынан күп йылдар Балалар туризмы үҙәгендә, “Йәштәш” йәштәр үҙәгендә балалар менән эшләнем. Бында эшләүбик ҡыҙыҡлы, шул уҡ пионер отряды, тик әҙ генә олораҡтар, - ти йылмайып Ильвира Әҙһәм ҡыҙы.
- Ундай кеше менән ысынлап та эшләүе бик күңелле. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр ваҡыт ярҙамға килә, кәңәштәрен бирә. Төрлө мауыҡтырғыс программалар әҙерләй, уларҙа ихлас ҡатнашабыҙ. Әгәр беҙҙең хәрәкәттә Ильвира Анпилогова булмаһа, моғайын, беҙҙең хәрәкәт яйлап һүнер ине һымаҡ. Беҙгә уның менән рәхәт, - ти етәкселәре тураһында татыу ирекмәндәр командаһы ағзаһы Нажия Фадеева.
Улар бер-береһе менән ун йыл таныш. Тап әхирәте ярҙамы менән ул “Көмөш ирекмәндәр” сафына баҫа.
- Пандемия ваҡытында ауырыған дуҫыма ярҙам итеп йөрөнөм: аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерҙем. Шунда Ильвира миңә ирекмәнлек менән шөғөлләнергә кәңәш итте. Шул рәүешле мин был хәрәкәткә ҡушылдым. Изгелек эшләү - изге ғәмәл. Төрлө сараларҙа ҡатнашып әүҙем тормош менән йәшәйбеҙ, - ти Нажия Фадеева.
Хәрәкәттең тағы бер әүҙем ҡатнашыусыһы - ҡул эштәре оҫтаһы Валентина Индиенко. - Ирекмәнлек итеү
тәжрибәһе Ильвира менән танышҡанға тиклем үк бар ине - 2015 йылда тәбиғәтте һәм экологияны һаҡлау менән шөғөлләнгән ”Ҙур Байкал һуҡмағы”на барҙыҡ. Был бик ҡыҙыҡлы тәжрибә булды. Беҙҙең үҙебеҙҙең
умарталығыбыҙ бар, “Тормош аҙығы” хәйриә фондына ярҙам итәбеҙ. Ҡулдан килгәнсә, яҡындарымды ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайым. Бер йыл лек Салауат ирекмәндәре коллективына ҡушылдым. Ярҙам итеүе күңелгә рәхәтлек тойғоһо бирә, - ти ул.
Валентина Индиенко 2015 йылдан туҡыусылыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Әле ул белгәндәрен Балалар туризмы һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендәге балаларға еткерә. Бынан тыш, уның тағы бер мауығыуы бар.
- Йәш саҡта альпинизм менән шөғөлләндем. Тик бер ни тиклем ваҡытҡа был йүнәлеште ҡалдырып торорға тура килде. Балалар тәрбиәләнем, эшләнем, ваҡыт та етмәгәндер инде. Балалар үҫкәс саңғыла йөрөргә сыҡтыҡ, баҡтиһәң, бер нәмә лә онотолмаған икән, - ти әүҙем спортсы.
Хәҙер ул скандинавса йөрөү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, сәйәхәт итә.
Бына шулай, йәштәренәҡарамай, әүҙем тормош алып барып, ғүмерҙең һәр миҙгеленән йәм табып йәшәй шәп апайҙар.
Алена ГОНЧАРОВА фотоһы.