Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2022, 15:00

Ижадтың асылмаған серҙәре күп

Ағиҙел йылғаһы буйында эш ҡайнай. Унда беренсе ҡала конкурсы ҡатнашыусылары - ландшафт дизайны өлкәһенең талантлы белгестәре һәм флористар көс түгә.

Ижадтың асылмаған серҙәре күп
Ижадтың асылмаған серҙәре күп

Ағиҙел йылғаһы буйында эш ҡайнай. Унда беренсе ҡала конкурсы ҡатнашыусылары - ландшафт дизайны өлкәһенең талантлы белгестәре һәм флористар көс түгә.

- Ландшафт дизайны конкурсы ҡалала беренсегә уҙа. Унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе 20 квадрат метр майҙандағы биләмәлә үҙҙәренең уйланылған проекттарын бойомға ашыра. Эштәр Ағиҙел йылғаһы буйының дөйөм концепцияһына тап килергә тейеш. Оҫталар төрлө тәбиғи материалдарҙы файҙалана ала. Проекттарҙың юғары кимәлдә булырына ышанабыҙ, - ти ҡала хужалығы идаралығының баш белгесе, конкурс кураторы Лилиә Имаметдинова.
Ғаилә пары Анна һәм Иван Баталовтар ландшафт фестивалендә тәүгә ҡатнаша.
- Ландшафт дизайны менән күптән, һигеҙ йыл тирәһе шөғөлләнәбеҙ. Миндә ергә һөйөүҙе олатайым менән өләсәйем уятты. Бәләкәйҙән баҡсала эшләргә генә түгел, ә сәскәләрҙән төрлө композициялар төҙөргә яраттым.
Тормош иптәшем менән үҙебеҙҙең йорт, баҡсабыҙ барлыҡҡа килгәс, уларҙы төҙөкләндерә башланыҡ. Ландшафт менән шөғөлләнеү еңел түгел. Күп әҙәбиәт уҡыныҡ, төрлө фестивалдәргә барҙыҡ. Беҙ бында кистәрен килеп тынлыҡта ял итерлек уңайлы урын булдырырға уйлайбыҙ, - ти Анна.
Күрше участкала икенсе креатив дизайнерҙар командаһы - Виктория Сорокина менән Гөлназ Ильясова тырышып эшләй. Улар Ағиҙел йылғаһы буйын йәшелләндереү менән шөғөлләнгән дә инде, хәҙер быны конкурс сиктәрендә башҡаралар.
- Ландшафт дизайнына 2005 йылда тотондоҡ. Конкурста ҡалаға үҙенсәлекле урын бүләк итер өсөн ҡатнашабыҙ. Беҙ булдырған матурлыҡ салауаттарға оҡшаһын ине, - тип һөйләй ландшафт дизайнеры Виктория.
- Тик экологик материалдар ғына ҡулланырға тырышабыҙ. Әйтәйек, үҙебеҙҙең композиция өсөн тәбиғи декоратив ташты Белорет районынан алып ҡайттыҡ. Ул бик ыуалмай. Бында һыуһаҡлағыс зона булғанға күрә, бөтә үҫемлектәр ҙә яҡшы үҫеп бармай. Беҙ тупраҡты тикшерҙек һәм проектыбыҙҙа ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлектәрҙе файҙаланасаҡбыҙ, - ти эколог, проекттың йәшелләндереүсеһе Гөлназ.
Күрше Ишембай ҡалаһынан ижади команданы Максим Сабанчин етәкләй.
- Салауатта бындай конкурс үтеүен белгәс тә, унда ҙур теләк менән ҡатнашырға ҡарар иттек. Ҡала һәм шәхси биләмәләрҙе матурлау менән шөғөлләнгән беҙҙең компанияның күп йыллыҡ тәжрибәһен күрһәтеү өсөн
был яҡшы майҙансыҡ булып тора. Проект өҫтөндә коллектив менән бергә эшләнек. Беҙҙең концепция ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейы менән бәйле, әммә бөтә серҙәрҙе лә сисеп бөтмәйем, юғиһә, ҡыҙығы ҡалмаҫ.
Проектыбыҙ ҡала халҡын мөмкин тиклем оҙағыраҡ шатландырһын өсөн тәбиғи материалдар ҡулланабыҙ. Эшләгән майҙансығыбыҙ бик оҡшай. Ҙур ышаныс менән әйтә алам, Салауат ҡалаһының Ағиҙел йылғаһы буйы -
Башҡортостандағы иң яҡшыларҙың береһе. Бында олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп ял итә ала, - ти Максим.
Рөстәм Юлтимеров етәкләгән дизайнерҙарҙың ижади командаһы ла ҙур тырышлыҡ менән проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй.
- Беҙҙең компания ла төҙөкләндереүһәм йәшелләндереү йүнәлештәрен үҙләштерә. Күптәндән эшләйбеҙ, тәжрибәбеҙ ҙур. Ҡалала ошондай конкурс уҙыуын белгәс ҡатнашырға булдыҡ. Беҙҙең коллектив арт-объект
менән йәмле аҡлан булдырасаҡ,ағастан япма эшләйәсәкбеҙ, композициябыҙ өсөн һарыҡташтар индерәсәкбеҙ. Һөҙөмтәлә, үҙенсәлекле фотозона барлыҡҡа килмәксе. Еңеүгә өмөт итәбеҙ, әлбиттә, әммә, салауаттарҙың фекере беҙҙең өсөн иң төп баһа буласаҡ. Беҙҙең композиция ҡала халҡының күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ, - тип бүлеште Рөстәм Азат улы.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, фестивалде ойоштороусылар конкурста еңеүселәрҙе ниндәй бүләк көтөүен сер итеп тота. Иң яҡшылар социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк.
Эльвира РӘХИМОВА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: