Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт палатаһы советында “Аталыҡ даны” өсөнсө республика конкурсына йомғаҡ яһанылар.
Конкурсҡа республиканың 54 ҡала-районынан бөтәһе 218 ғариза килгән. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 38 кеше конкурс еңеүселәре исемлегенә ингән. Был рекордлы һан, 2020 һәм 2021 йылдарҙа 27 кеше лауреат булған. Спорт, йәштәр ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, эшсе һәм техник һөнәрҙәр вәкилдәре, фермерҙар, эшҡыуарҙар “Аталыҡ даны” миҙалын тағыуға хоҡуҡлы булыу өсөн генә көрәшмәне, ә тәү сиратта, был исемгә лайыҡлы, балаларына терәк һәм өлгө булыуын да иҫбат итте. Улар өсөн ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә һәм сәләмәт тормош рәүеше - буш һүҙҙәр түгел, ә тормоштоң төп маҡсаттары.
Сергей Даниловтың исеме салауаттарға яҡшы таныш. “Дмитрий Донской” спорт клубы етәксеһе ҡаланың күп йәштәрен оло тормош юлына сығарған. Ул ҡала мәнфәғәтендә йәмәғәт эшен дә әүҙем алып бара. Улы Никита Данилов та атаһы юлынан киткән.
- Бәләкәй саҡтан уҡ уға тиңләшергә тырыштым, спорт менән шөғөлләндем, еңергә һәм алға барырға унан өйрәндем. Минең өсөн атайым рух ныҡлығы өлгөһө булып тора. Мәктәптә уҡығанда уҡ үҫкәс кем булырға теләйһең тигән һорауға, атайым кеүек тренер буласаҡмын, тип яуап бирҙем. Әле уның менән бергә спортсылар әҙерләйбеҙ, - ти Никита Данилов.
Финалсыларҙы тәүгеләрҙән булып Салауат һәм Күмертау епискобы Николай ҡотланы.
- Был юғары йәмәғәт наградаһы йәмәғәткә намыҫлы, тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе булып тора һәм һеҙҙең өлгөлө ғаилә башлығы булыуы тураһында һөйләй, - тине ул.
Йәмәғәт наградаһын тантаналы тапшырыу 20 октябрҙә “Торатау” Конгресс- холында уҙасаҡ.
Фото “Выбор” гәзитенән.