газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2022, 14:44

Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнә

Республикала 2020 йылда беренсе тапҡыр булдырылған шайморатовсылар класының йылдан-йыл артыуы яҡшы күренеш. Быйыл тағы ошондай 78 класс асылды. Улар иҫәбендә Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһының булыуы бик мәртәбәле.

Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнә
Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнә

Республикала 2020 йылда беренсе тапҡыр булдырылған шайморатовсылар класының йылдан-йыл артыуы яҡшы күренеш. Быйыл тағы ошондай 78 класс асылды. Улар иҫәбендә Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһының булыуы бик мәртәбәле.

- Класта 25 бала. Былтыр уларҙы 5-се класҡа алғайным, быйыл балалар ошо уҡ составта 6-сы класҡа, шайморатовсылар класына килде. “Шайморатовсылар класы”нда уҡыусылар тәрәнәйтелгән программа буйынса уҡый, иң төп йүнәлештәрҙең береһе булып Ватанға тоғролоҡ тойғоһо уятыу, сәләмәт тормош рәүешен тәрбиәләү, шулай уҡ башланғыс хәрби әҙерлек тора. Уҡыусылар актив, тырыш, иғтибарлы һәм ихтирамлы. Улар менән эшләүе бик ҡыҙыҡ, - ти шайморатовсылар класы етәксеһе Альмира Ғайсина.
Күптән түгел Алкино хәрби ҡасабаһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка “Йәйге Шайморатов уйындары” үткәрелде. Унда дөйөм белем биреү ойошмаларынан һайлап алынған 40 команда
ҡатнашты. Саранан ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ситтә ҡалманы.
- Мауыҡтырғыс ярыш ике этапта уҙҙы, икеһе лә бик көсөргәнешле барҙы. Беҙҙең уҡыусылар ваҡытҡа йүгереү, төрлө ҡатмарлы ҡаршылыҡтар үтеү, атыу буйынса үҙҙәренең  тиҙлеген, етеҙлеген һәм зирәклеген,  берҙәмлеген һәм командала эшләй белеүен күрһәтеп, 20 еңеүсе команда иҫәбенә инде. Уҡыусылар шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихы, генерал  Шайморатовтың тормошо
һәм эшмәкәрлеге буйынса белемдәрен дә күрһәтте. Улар полигондағы хәрби техниканы, хәрбиҙәрҙең  казармаларын ҡыҙыҡһынып ҡараны, һалдаттарҙың йәшәйеш-көнкүреше менән танышты. Был ярыштарҙан һуң
балалар тағы ла дәртләнеп, ҡанатланып китте, киләһе ярыштарға ла тырышып әҙерләнәсәкбеҙ. Республика көнөндә Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу һәм  шайморатовсылар» сафына алыу тантанаһы уҙа. Унда беҙ ҙә барасаҡбыҙ, - ти кластың хәрби кураторы, гимназияның тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусы-ойоштороусыһы Венер Сөләймәнов.
Уйындарҙан ниндәй тәьҫораттар алып ҡайтыуҙары тураһында уҡыусыларҙың үҙҙәренән һораштыҡ.
Алмаз Әлиев, 6Б класы уҡыусыһы, шайморатовсылар класы командиры:
- Шайморатовсылар класында уҡыуым менән ғорурланам. Кластағы уҡыусылар берҙәм, физик  яҡтан көслө. Класс командиры булараҡ, миндә ҙур яуаплылыҡ ята. Тәү сиратта, үҙеңә өлгө күргәтергә кәрәк. Өфөләге
ярыштар ҡыҙыҡлы һәммауыҡтырғыс үтте. Һынауҙар еңелдән булманы. Әммә беҙ уларҙы лайыҡлы үтеп, еңеүсе командалар иҫәбенә индек. Әле тулҡынланыу менән шайморатовсылар сафына алыу тантанаһын көтәбеҙ.
Роберт Сәйфуллин, 6Б класы уҡыусыһы:
- Ошондай класта уҡыуыма шатмын. Беҙҙе бында тәртипкә, бирешмәҫкә, көслө һәм сыҙам булырға өйрәтәләр. Ярыштарҙа тап ошо сифаттарҙы күрһәтергә кәрәк ине лә инде. Башҡаларҙың  һынауҙарҙы нисек үтеүен
ҡараныҡ. Сәфәрҙән тик сағыу тәьҫораттар ғына ҡалды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: