Йондоҙнамә (12-18 сентябрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна осрашыуҙарға, мауыҡтырғыс сараларға, ижади асыштарға бай булыр. Карьера баҫҡысынан үрләү ихтималлығы бар. Ғаиләлеләрҙең мөнәсәбәттәрендә ҡатмарлыҡтар тыуыр. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Финанс хәлегеҙҙең яҡшырыуы эре әйбер һатып алырға мөмкинлек бирер. Ғаиләлә барыһы ла яҡшы. Сәләмәтлек торошо борсолоу тыуҙырыр. Гигиена ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, профилактик саралар күрегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Тотонған яңы проектығыҙ үҙегеҙҙә шул тиклем ҡыҙыҡһыныу уятыр, эшегеҙҙе мөкиббән китеп башҡарырһығыҙ. Тирә-йүндәгеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булырһығыҙ, ә бына яратҡан кешегеҙ менән арағыҙ боҙолор.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Был аҙнала яңғыҙығыҙ ҡалырға теләрһегеҙ. Тәбиғәттә ял итеү күңел тыныслығын табырға ярҙам итер. Күп һорауҙар тыуҙырған ваҡиғалар үҙ сиселешен табыр. Килемегеҙҙең кәмеүе кәйефегеҙҙе төшөрөр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы. Дуҫтарығыҙ менән бәйләнештәрҙе тергеҙерһегеҙ. Һаулығығыҙға ҡул һелтәп ҡарамағыҙ, сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Күңелегеҙҙә йөрөткән пландарығыҙҙы бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, юғиһә, уларҙың тормошҡа ашмауы ихтимал. Финанс ауырлыҡтары килеп тыуһа, туғандарығыҙҙың ярҙамына иҫәп тота алаһығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Осор көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңышлы. Яңы тәьҫораттар алырға теләрһегеҙ. Мөмкинлегегеҙ булһа, сәйәхәткә юлланығыҙ. Күптәнге дуҫығыҙ төплө кәңәш бирер. Мөхәббәт өлкәһендә хәлдәр яҡшы.
Саян (24.10-22.11)
Аҙна уртаһында, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп, уңышҡа ирешерһегеҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Тик сәләмәтлегеҙ менән проблемалар килеп тыуыр. Һөйгәнегеҙ менән романтик осрашыуҙар көтә.
Уҡсы (23.11-21.12)
Яңы эш аҙнаһына аныҡ пландар төҙөгөҙ. Йома иң уңышлы көндәрҙең береһе булыр. Икенсе яртығыҙҙың ни тиклем ҡәҙерле һәм яҡын булыуын аңларһығыҙ. Балаларығыҙҙың тәртибенә контролде көсәйтегеҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Аҙнаның тәүге яртыһында уйламаған эштәр эшләүҙән һаҡланығыҙ. Йома отошло тәҡдимдән баш тартмағыҙ. Шәхси тормошҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе бары үҙегеҙгә генә хәл итергә кәрәк булыр.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Осор командировкаға, эшлекле сәйәхәттәргә барыу өсөн отошло. Ваҡиғаларҙы үҙағышына ҡуйығыҙ, бер нәмәне лә үҙгәртергә тырышмағыҙ. Шишәмбе бер кем менән дә серҙәрегеҙҙе бүлешмәгеҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Аҙна ҡыҙыҡлы осрашыуҙар бүләк итер. Эшегеҙ йыйылып киткән, шуға ял тураһында уйларға иртәрәк әле. Ғаиләләге проблемаларға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Аҡса яғынан ҡытлыҡ кисерерһегеҙ.