газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 09:52

Тыныс тормош хаҡына

9 сентябрҙә 7-се мәктәптә Украинала махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рауил Ғүмәров иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.

Тыныс тормош хаҡына
Тыныс тормош хаҡына

9 сентябрҙә 7-се мәктәптә Украинала махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рауил Ғүмәров иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды. Күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн ул үлгәндән һуң
Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән бүләкләнде.

7-се мәктәптә патриотик тәрбиә биреү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Бында ошо мәктәптең сығарылыш уҡыусылары  Афғанстанда интернационал бурысын үтәгәндә һәләк булған Александр Бочкаревты, Чечняла һәләк булған Рауил  Рафиҡовты хәтерҙән юймайҙар. Хәҙер инде мәктәптең йылъяҙмаһына был  белем усағын 2009 йылда тамамлаған Рауил Ғүмәровтың да исеме өҫтәлде.
- Яҡташыбыҙ, ысын патриот Рауил Ғүмәровты һуңғы юлға оҙатыуыбыҙға теүәл ике ай үтте. Беҙ ул уҡыған мәктәптең стенаһында уның иҫтәлегенә мемориаль таҡта булдырырға вәғәҙәләгәйнек. Бөгөн Рауилдың ата-әсәһе Гүзәл Рифҡәт ҡыҙы һәм Ринат Сәлих улы ла бында. Ысын патриот тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, - тине митингты асып ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Семен Евграфов.
- Бөгөн мәктәп тарихында мөһим көн. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, сығарылыш уҡыусыбыҙ Рауил Ғүмәров һәләк булды. Ул туғандарын ихтирам итте, Тыуған илен, туған ҡалаһы Салауатты яратты. Өлкән кластарҙа уҡығанда уҡ Рауилда батырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ғәҙеллек  кеүек сифаттар өҫтөнлөк итте. Батырҙың яҡындары ни өсөн уның ҡатмарлы, әммә ғәҙел яугир юлын һайлауын яҡшы аңлай, - тине 7-се мәктәп директоры Елена Вяхирева.
Рауилдың уҡытыусылары һәм класташтары уны изге күңелле, һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы һуҙыусы кеше,  йөҙөнән бер ҙә йылмайыу китмәгән, талантлы һәм уңышлы шәхес булған егет булараҡ хәтерләй.
Мемориаль таҡта ҡала Советы депутаты Сергей Даниловтың инициативаһы буйынса Артем Будаков тарафынан әҙерләнгән. Оҫтаның был беренсе эше түгел, ул күп Салауат ҡалаһы геройҙараның исемен мәңгеләштерҙе.
Митинг бер минут тынлыҡ һәм мемориаль таҡтаға сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: