Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 09:40

Беҙ бергә, беҙ берҙәм!

Салауатта “Рәсәй өсөн” музыкаль-патриотик марафоны уҙҙы.

Беҙ бергә, беҙ берҙәм!
Беҙ бергә, беҙ берҙәм!

Салауатта “Рәсәй өсөн” музыкаль-патриотик марафоны уҙҙы.“Ағиҙел” мәҙәни-ял итеү үҙәге алдында үткән концертҡа Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй һалдаттарына теләктәшлек белдереү өсөн төрлө йәштәге кешеләр йыйылды. Концерт Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башланды.

Башҡортостанда ике: Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Достовалов исемендәге батальон булдырылды.
- Украиналағы ваҡиғалар махсус хәрби операция ғына түгел, ә был Рәсәйҙең суверенитеты һәм азатлығы өсөн көрәш тә. Бөгөн яҡташтарыбыҙ тыныс тормош өсөн алышып, алғы һыҙыҡта тора. Уларҙың беҙҙең ярҙамды
тойоуына ышанам. Беҙ - еңеүсе халыҡ. Әйҙәгеҙ, Тыуған илебеҙҙең именлеге хаҡына тырышып хеҙмәт итәйек, сөнки Ватаныбыҙға булған һөйөүебеҙ сикһеҙ. Рәсәй өсөн! – тип салауаттарға мөрәжәғәт итте ҡала хакимиәте
башлығы вазифаһын башҡарыусы Семен Евграфов.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Салауат ҡалаһы Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеүен дауам итә: көн һайын ярҙам йыйыу пункттарына аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, төрлө кәрәк-яраҡтар килтерелә.
- Беҙ һеҙҙең менән бында, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында, мәжбүри күскенселәргә ярҙам итергә әҙер булыуыбыҙҙы күрһәттек, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.
- Беҙҙең армия һәр саҡ көслө булды һәм уның көсө - халыҡ ярҙамында. Барыһы ла килеп сығыр тип ышанабыҙ. Беҙ еңәсәкбеҙ! Дөрөҫлөк өсөн! Рәсәй өсөн! - тип билдәләне “Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ берлеге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов.
- Бәлә килгәндә Рәсәйҙә бөтәһе лә берләшә, ә ошондай патриотик концерттар уҙғарыу быға булышлыҡ итә. Бөгөн бында олоһо ла, кесеһе лә йыйылған. Моғайын, патриотизм Тыуған илгә ҡарата булған һөйөүҙә, уның мәҙәниәтен, традицияларын белеүҙә сағылалыр, - тине ҡала Советы депутаты Сергей Данилов.
- 77 йыл элек ата-бабаларыбыҙ фашизмды туҡтатҡан. Хәҙер килеп тарих тағы ҡабатлана. Бындай саралар бик кәрәктер, тигән фекерҙәмен, Йәштәрҙең күпләп килеүе бик ҡыуаныслы, - ти “Толпар” эҙләнеү отряды командиры Илдус Мөсәлимов.
- Күңелдәрҙе борсолоу биләгән осорҙа бындай концерттар берләшергә мөмкинлек бирә. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ тороуы ла халыҡты ҡурҡытманы, улар бер ҙә таралышманы, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова.
Концертта ҡаланың ижади коллективтары, дуэттар һәм яңғыҙ башҡарыусылар сығыш яһаны, хәрби йырҙар, заманса композициялар  яңғыраны. Полина Гагаринаның “Миллион голосов” йырын Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының ете студенты үҙенсәлекле итеп, ым-ишара менән башҡарҙы. 
- Ым-ишара теленә беҙҙе сурдотәржемәсе өйрәтте. Беҙ быны концертҡа килгән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм хәрбиҙәр өсөн эшләйбеҙ. Улар үҙҙәреняңғыҙ тойорға тейеш түгел. Бындай патриотик концерттар бик кәрәк, - ти ҡыҙҙар.
Концерт программаһы илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылғайны. Майҙансыҡта дуҫлыҡ, берҙәмлек тантана итте. 
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: