Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2022, 10:19

Тормош һынауҙарын еңеп

Ҡаланың “Нефтехимик” спорт һарайында 18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар араһында һаңғырауҙар спорты буйынса VIII йәйге спартакиада тантаналы асылды. Ярыштарҙа илебеҙҙең 36 төбәге вәкилдәре ҡатнашты.

Тормош һынауҙарын еңеп
Тормош һынауҙарын еңеп

Ҡаланың “Нефтехимик” спорт һарайында 18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар араһында һаңғырауҙар спорты буйынса VIII йәйге спартакиада тантаналы асылды. Ярыштарҙа илебеҙҙең 36 төбәге вәкилдәре ҡатнашты.

Сараны тантаналы асыуҙа ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Тимур Хафизов, һаңғырауҙар спорты дөйөм Рәсәй спорт федерацияһы вице-президенты Артем Нестеров, Рәсәй Спорт министрлығы спорт резервы
әҙерлеге федераль үҙәгенең баш белгесе Варвара Глухарева, ярыштар директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рәфит Вәлиев, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев ҡатнашты.
- Барығыҙҙы ла спорт, йәшлек һәм сәләмәтлек ҡалаһы булған Салауатта ҡаршы алыуыбыҙға шатбыҙ. Салауат ҙур еңеүҙәре, үҙенең чемпиондары менән лайыҡлы ғорурлана ала. Спортсыларға яҡшы уйын, юғары
һөҙөмтәләр һәм уңыштар теләйбеҙ, - тине ҡотлау сәләмендә Тимур Хәниф улы.
Артем Нестеров барыһын да йәйге спартакиада асылыу менән тәбрикләп, Салауат ҡалаһының йылы ҡабул иткәне һәм ярыштарҙы ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Варвара Глухарева “Снайпер” спорт сараларын 
уҙғарыу буйынса үҙәге” йәмғиәте директоры Фәриҙә Вәлиеваға һәм ошо йәмғиәт директоры урынбаҫары Рәфит Вәлиевҡа Рәсәй Спорт министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ярыштар биш төр: баскетбол, йөҙөү, еңел атлетика, өҫтәл теннисы һәм велосипед спорты буйынса уҙа. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, был егет һәм ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрендә еңеүгә ынтылыш, уңыштарға ирешеү теләге,
тормош һынауҙарынан ҡурҡмауы һиҙелә. Спорт уларҙы, ысынлап та, ҙур тормошҡа әҙерләй. Улар бындай ярыштарға сығып бер-береһе менән таныша, аралаша, яңы дуҫтар таба. Быларҙы спортсыларҙың үҙҙәренең
һүҙҙәре лә раҫлай.
Ринат Хәбибуллин, Ханты-Мансы автономиялы округы:
- Элек йөҙөү һәм саңғы менән мауыҡтым. Был өлкәлә апаруҡ ҡына уңыштарға ирештем, улар миндә рух ныҡлығын, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләне. Хәҙер еңел атлетикаға күстем. Ул да организмға бөтә яҡлап ыңғай йоғонто яһай. Ҙур дистанцияларға йүгерергә яратам. Тормоштағы төп маҡсатым - чемпион булыу. Үҙ бәхетемде осратып, матур ғаилә ҡороу ҙа хыялым булып ҡала.
Үҙенсәлекле балалар менән эшләү үҙәктәре булыу ҙа бындай балаларға йәмғиәткә тиҙерәк яраҡлашырға, тормош кәртәләрен йырып сығырға ярҙам итә. 

- Беҙҙең үҙәктә балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә, улар ҙур уңыштарға ирешергә, еңеү яуларға ынтыла. Бөгөн алып килгән балаларҙың бөтәһе лә округ, ҡала ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары булып тора. Салауатҡа йөҙөү һәм еңел атлетика йүнәлеше буйынса 11 спортсы алып килдек. Ҡалала беренсегәбеҙ, ул беҙҙе йылы ҡаршы талды, ярыштар юғары кимәлдә ойошторолған. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүебеҙгә ышанабыҙ,  - ти Югра ҡалаһы адаптив спорт үҙәгенең физкультура-масса бүлеге начальнигы Александр Горковец. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: