газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2022, 14:59

Матур йылмайыу бүләк итә

Һәр кемдең матур итеп йылмайғыһы килә. Ә сәләмәт тештәр-тап ошо йылмайыу нигеҙе. Бынан тыш, тештәр организм сәләмәтлегенең төп күрһәткесе булып иҫәпләнә.

Матур йылмайыу бүләк итә
Матур йылмайыу бүләк итә

Һәр кемдең матур итеп йылмайғыһы килә. Ә сәләмәт тештәр-тап ошо йылмайыу нигеҙе. Бынан тыш, тештәр организм сәләмәтлегенең төп күрһәткесе булып иҫәпләнә.

Теш технигы тигән һөнәр эйәләре, ысын мәғәнәһендә, мөжғизә тыуҙыра тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Улар үҙеңдекенән артыҡ айырылмаған яһалма тештәр, коронкалар эшләп, кешеләргә матур йылмайыу бүләк итә. Ҡала дауаханаһы стоматология поликлиникаһының юғары категориялы теш технигы Разалия Хәлимова был эшкә үҙенең 40 йыл ғүмерен бағышлай. Ул 1961 йылдың 11 февралендә Күгәрсен районының Нуҡай ауылында
донъяға килә. Ғаиләлә өс ҡыҙ бала үҫә. Атаһы мал врачы, әсәһе хат ташыусы булып эшләй. Малайҙар булмағанғамы, Разалия апай атаһының төп ярҙамсыһына әйләнә: утын  быса, яра, мал ҡарай, ҡар көрәй, йәй көндәрендә күбә тарттыра, ат егеп, ат туғара, күп малайҙар көнләшерлек итеп һыбай саба. Ауылда уны хатта “Кәримдең малайы” тип тә йөрөтәләр. Ҡыҙ бәләкәйҙән шулай тырыш, шуҡ булып үҫә. Мәктәптә лә   әүҙемлеге менән айырылып тора, ижади һәләте була уның. Ҡыҙҙың яҙмалары республика баҫмаларында баҫтырыла  башлай. Бының өсөн ул бушлай “Артек” лагерына юллама менән бүләкләнә, “йәш хәбәрсе” тигән исем ала. Шулай ҙа ҡыҙ бала саҡтан хирург булырға хыяллана. 
- Бәләкәйҙән медицинаға тартылдым. Атайым мал врачы булды. Уның ауыл аттарын, һыйырҙарын  дауалағанын йыш күҙәттем, ярҙам  итә инем. Минең дә хирург булып, кешеләргә операциялар яһағым,  йүнәлеүгә өмөтөн юғалтҡандарҙы ла аяҡҡа баҫтырғым килде. Өлөшләтә  булһа ла, хыялым тормошҡа ашты, - ти тәжрибәле белгес. 

Етенсе кластан һуң ҡыҙ уҡыуын Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге  1-се гимназияла дауам итә. Ҡулына аттестат алған ҡыҙ бер йыл заводта эшләй.
- Ике туған апайым Өфө медицина училищеһына уҡырға инергә барҙы.  Уға мин дә эйәрҙем һәм көсөмдө һынап  ҡарарға булдым. Мин теш технигы факультетын һайланым. Ҡыҙғанысҡа  ҡаршы, 0,5 балл етмәү сәбәпле,  уҡырға инә алманым. Шәфҡәт туташы факультетына күсергә тәҡдим иттеләр, тик мин ризалашманым. Теләгем  теш технигы булыу ине. Беҙҙә эшкә ҡал, тинеләр. Шулай тағы бер йыл училищела лаборант  булдым. Икенсе йылына тулыһынса хыялым бойомға  ашты - уҡырға индем. Эшемде лә  ташламаным, - ти хәтирәләр йомғағын һүтеп Разалия Кәрим ҡыҙы.

Ул ике тапҡыр Салауатта стоматология поликлиникаһында практика  үтә. Теләгең булһа, ҡайт беҙгә,  һине көтәбеҙ, ти етәкселек. Һуңғы курста уҡығанда  таныштарының туйында ул буласаҡ тормош иптәше - Бүздәк егете Фәритте осрата. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, никах уҡытып, өйләнешеп тә  ҡуялар. Егет “Башсантехмонтаж”  йәмғиәтендә эшләп йөрөгән була. Йәштәр Салауат ҡалаһына  күсенеп килергә ҡарар итә. Был ойошма Салауатта ла була, Фәрит Мөнәүир улы  1995 йылға тиклем шунда эшләй, һуңынан хеҙмәт юлын  “Салауатбыяла” йәмғиәтендә  дауам итә, 15 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Ә Разалия Хәлимова  ҡаланың  стоматология  поликлиникаһының ортопедия бүлексәһендә өсөнсө  категориялы теш технигы булып  эш башлай. Шул ваҡыттан  бирле улар милли батыр  семен йөрөткән ҡалала ғүмер кисерә. Хәлимовтар өс балаға: 
өлкән улдары Рөстәмгә һәм  игеҙәктәре Ильмир менән Эльмираға ғүмер биреп, оло  тормош юлына сығарған. Хәҙер  инде уларҙың үҙ ғаиләләре  бар, ә бәхетле олатай менән өләсәй алты ейән-ейәнсәренең, балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәй, уларҙы  ҡунаҡҡа көтөп алалар. Разалия Кәрим ҡыҙының әсәһенә 86 йәш, ауылда тора. Янына йыш  ҡайтабыҙ, әсәйем булғанға бик бәхетлемен, ти ул.  Разалия Кәрим ҡыҙының эш  урыны медицина кабинетына бер ҙә оҡшамаған. Ул йә  төҙөлөш материалдары  магазинын, йә ювелир  оҫтаханаһын хәтерләтеп ҡуя. Бында гипстан теш формалары, сүкеш, төрлө бысаҡтар, протездарҙы эшкәртеү өсөн ҡорамалдар бик күп.
- Минең эшем туранан-тура врач-ортопед менән бәйле, берҙәм команда булып эшләйбеҙ. Пациентты ҡарап һәм конструкцияны һайлап, стоматолог яңаҡтан  күсермә ала. Һуңынан махсус иретмәләрҙә эшкәрткәндән һуң, уны беҙгә лабораторияға, теш техниктарына тапшыра. Күсермәне ҡарап, гисптан модель ҡоябыҙ, - тип эш процесы менән таныштыра тәжрибәле теш технигы.
Теш протездарының төрлөһө була икән: алынмалы һәм алынмай торғаны.
- Протездар эшләгәндә төрлө етештереүселәрҙең материалдарын ҡулланабыҙ. Эш ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәйбеҙ, сөнки беҙҙә моторҙар бик  ҡеүәтле (минутына 3000 мең әйләнеш). Шулай уҡ
пациенттың аллергияһы юҡмы икәнлеге лә ентекле тикшерелә. Пациенттар  рәхмәте - эшебеҙгә иң ҙур баһа. Әле лә миңә килеп, һеҙ ҡуйған коронка 20 йылдан ашыу торҙо, рәхмәт, бына яңыртырға килдек, тиеүселәр
бихисап. Ҡала бәләкәй булғас,күптәр урамда һүҙ ҡушып,иҫәнләшеп китәләр, - ти Разалия Хәлимова.
Уның һүҙҙәренсә, коллективтары татыу, берҙәм.Өс врач-ортопедтың барыһы ла белемле, үҙ эшенең оҫталары.Беҙ, теш техниктары, дүртәү: мин һәм тағы өс коллегам. Уларҙың да хеҙмәт стажы 39, 38, 37-шәр йыл. Артыма әйләнеп ҡарайым да аптырап ҡуям, шултиклем ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Һайлаған һөнәремә бер ҙә үкенмәйем. Етәкселек һәм профсоюз һәр ваҡыт, һәряҡлап ярҙам итте. Льготалы хаҡҡа шифаханаларға барҙыҡ,торлаҡ шарттарын яҡшырттыҡ. Кешелекле булғандары өсөн етәкселәремә рәхмәтлемен. Һәм, әлбиттә, төп терәгем - минең ғаиләм. Баҡсабыҙ бар, шунда рәхәтләнеп эшләйбеҙ, ял итәбеҙ, - ти ул.
Разалия Кәрим ҡыҙы белемен даими камиллаштырып тора,намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамоталары менән бүләкләнгән. Әле яңыраҡ ҡына һаулыҡ һаҡлау системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн
профсоюз ойошмаһының почет грамотаһына лайыҡ булған.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: