газета "Салауат"
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2022, 10:30

Салауатмы әллә Стәрлетамаҡмы?

Башҡортостанда медицина округтарында "ашығыс ярҙам" структураларын берләштереү дауам итә.

Салауатмы әллә Стәрлетамаҡмы?
Салауатмы әллә Стәрлетамаҡмы?

Башҡортостанда медицина округтарында "ашығыс ярҙам" структураларын берләштереү дауам итә.

1 августан Салауат ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһы Стәрлетамаҡ станцияһына ҡушылды. Үҙгәрештәр салауаттарға нисек ҡағылыр? "Ашығыс ярҙам"дарҙы берләштереү ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын күтәреү һәм пациентҡа килеү ваҡытын кәметеү өсөн кәрәк булған. Сирлегә яҡындағы бригада ебәреләсәк. Халыҡтан шылтыратыуҙарҙы Стәрлетамаҡ ашығыс медицина ярҙамы  станцияһы  базаһындағы эре берҙәм диспетчер үҙәге ҡабул итәсәк. Медицина ярҙамын саҡыртыу һандары шулай уҡ:  "03", "103, "112". Салауаттарға үҙебеҙҙең ҡала бригадалары киләсәк.

Гөлнара Асҡарова фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: