Йондоҙнамә (8 - 14 август)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Яңы эштәргә тотонмай тороғоҙ. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе лә һуңғараҡҡа ҡалдырығыҙ. Аҙна аҙағында йыраҡтан ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерләнегеҙ. Рулдәгеләр юлда иғтибарлы булһын.
Буға (21.04-21.05)
Матди хәлегеҙҙең нығыныуы күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирер. Ғаилә ағзаларына иғтибарығыҙҙы һәм хәстәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Һөйгәнегеҙҙең һеҙгә булған мөхәббәте көслө.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Контракттар һәм мөһим килешеүҙәр төҙөү өсөн уңайлы мәл. Бөтә проблемалар ҙа еңел хәл ителер, аҡса мәсьәләһе борсомаҫ. Тик туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Эштә хеҙмәттәштәр менән үҙ-ара аңлашыу ҡыйын булыр. Депрессияға бирелмәгеҙ, алда барыһы ла яҡшы буласағына өмөт менән йәшәгеҙ. Кәрәкле һәм ҡәҙерле әйберегеҙҙе юғалтыуығыҙ бар.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Эшмәкәрлек өлкәһен ҡыйыу алыштыра алаһығыҙ. Ижади һәләтегеҙҙең юғары нөктәгә еткән мәле, унан файҙаланып ҡалығыҙ. Һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр. Дуҫтарығыҙ һеҙгә ҡунаҡҡа килергә ашҡына.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Эштән командировкаға ебәреүҙәре ихтимал. Карьера баҫҡысынан үрләтеүҙәре бар. Сәләмәтлегегеҙҙе контролдә тотоғоҙ. Шишәмбе эске һиҙемләүегеҙгә генә таянығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар тыуыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Дәүләт учреждениеларына мөрәжәғәт итеп, бөтә проблемаларҙы хәл итеүгә ирешерһегеҙ. Етәкселектән вазифағыҙ буйынса үрләтеүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алаһығыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйһегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Был аҙналағы хәлдәрҙе яйға һалыр өсөн күп кенә көс һалырға тура килер. Проблемаларҙан ситкә китергә маташмағыҙ. Ғаиләгеҙ һеҙҙең иғтибарға мохтаж. Таныш булмаған кешеләр менән аралашыу кәңәш
ителмәй.
Уҡсы (23.11-21.12)
Етәкселек менән етди һөйләшеүҙе башҡа ваҡытҡа ҡалдырығыҙ. Ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн шәп ваҡыт. Яҡын туғандарығыҙ менән аралар киҫкенләшер. Һаулығығыҙ менән проблемалар килеп тыуыуы мөмкин.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Шишәмбе яңы осрашыуҙар, танышлыҡтар көтөлә. Йөрәк торошон контролдә тотоғоҙ. Балаларығыҙ менән һөйләшкәндә тауышығыҙҙы күтәрмәгеҙ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Дуҫтарығыҙҙың кәңәше бик урынлы булыр.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Барыһы ла үҙ яйы менән барыр. Етәкселек, коллегаларығыҙ менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Уйламағанда кеҫәгеҙгә аҡса керер. Финанс схемаларында ҡатнашыу тәҡдименән баш тартығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Аҙна ҡатмарлы килмәксе. Килешеүҙәр төҙөмәгеҙ, яңы партнерҙарығыҙға артыҡ ышанмағыҙ. Эре әйбер һатып алыу кәңәш ителмәй. Бурыстарығыҙ булһа, уларҙан тиҙ арала арынырға кәрәк. Йәрәхәттәр алыу
хәүефе ҙур.