газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2022, 12:15

Мәртәбәле һәм мөһим сара

Салауатта Волга буйы Болғарының ислам ҡабул итеүенә 1100 йыллығын байрам итеүгә һәм “Әннәби” йәмиғ мәсетенең 20 йыллыҡ юбилейына арналған “Башҡортостан Республикаһында имамдарҙың, мөхтәсибтәрҙең һәм ахундарҙың дини эшмәкәрлеге” тигән конференция уҙҙы.

Мәртәбәле һәм мөһим сара
Мәртәбәле һәм мөһим сара

Салауатта Волга буйы Болғарының ислам ҡабул итеүенә 1100 йыллығын байрам итеүгә һәм “Әннәби” йәмиғ мәсетенең 20 йыллыҡ юбилейына арналған “Башҡортостан Республикаһында имамдарҙың, мөхтәсибтәрҙең һәм ахундарҙың дини эшмәкәрлеге” тигән конференция уҙҙы. 300-ҙән ашыу имам Салауат башҡорт дәүләт драма театрына йыйылды. Сараға мәртәбәле ҡунаҡ - Баш мөфтөй, Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе, шәйхел-ислам Тәлғәт Тажетдин саҡырылғайны.

1100 йыл элек Волга буйы Болғары үҙ биләмәһендә исламды дәүләт дине булараҡ ҡабул итә. Әлеге ваҡытта, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  бойороғо буйынса, был датаны байрам итеүгә 70-тән ашыу төрлө саралар индерелгән әҙерлек планы раҫланған. Уларҙың ҡайһы берҙәре юғары уҡыу йорттарында уҙа һәм ололарҙы ғынатүгел, ә йәштәрҙе лә берләштерә.
- Был датаға арналған тантаналар Өфөлә башланды, һуңынан Ҡазанда һәм Болғарҙа, Волгоградта һәм Әстерханда, Пятигорскта, Дағстанда  уҙҙы һәм бына хәҙер Салауатта үтә. Олуғ Рәмил хәҙрәт Насиров кешеләр
йыйып, Аллаһ йорто - “Әннәби” мәсетен төҙөттө. Салауатта конфессия-ара татыулыҡтың сағыу өлгөһө асыҡ күренә, - тине Тәлғәт Сафа улы.
Конференция изге Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов йыйылыусыларҙы сәләмләп, был осрашыуҙың күп кенә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәгенә ышаныс
белдерҙе.
- Башҡортостанда, Салауаттағы кеүек үк, 100-ҙән ашыу милләт халҡы, диндәре төрлө булыуға ҡарамаҫтан, дуҫ һәм татыу йәшәй. Бында дини ойошма  етәкселәренең роле бик ҙур. Салауатта ла төрлө дин вәкилдәре бер-береһен хөрмәт итә. Эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Игорь Геннадьевич.
Конференцияла ҡаралған мөһим һорауҙарҙың береһе Донбастағы әлеге хәлгә ҡағылды. Баш мөфтөй Тәлғәт  Тажетдин тарихҡа бер аҙ байҡау яһап, көнбайыш илдәренең һәр ваҡыт беҙҙең илгә йоғонто яһарға маташыуҙарын, әммә ниәттәре барып сыҡмауын, махсус хәрби операция шарттарында ҡоралдан башҡа, рухи, әхлаҡи һәм хәйриә ярҙамы ла мөһим булыуын билдәләне.

- Әгәр беҙ етемдәр, ярлылар һәм мохтаждар тураһында онотабыҙ икән, ниңә беҙгә Аллаһ йорттары? Рәсәй, Белоруссия һәм Украина халҡы - берҙәм халыҡ. Әммә антихристарҙыңяуыз ниәттәре беҙҙе талаштырҙы.  Бөгөн
татыулыҡ һәм берҙәмлек кеүек күркәм сифаттарҙы ҡабаттан яңыртырға кәрәк, - тине Тәлғәт Тажетдин.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев та иғтибарҙы ошо темаға йүнәлтте.
- Әле егеттәребеҙ ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын ҡабатлай. Махсус хәрби операция - мәжбүри сара.  Дөрөҫөн әйткәндә, изгелек менән яуызлыҡ көрәшә. АҠШ етәкселегендә бөтә НАТО илдәре беҙҙең менән
алыша. Бөгөнгө көндә ислам һәм православие дине генә традицион ҡиммәттәр һағында тора. Изгелектең еңеп сығырына ышанам, - тине ул.

Сарала имамдарҙың, мөхтәсибтәрҙең һәм ахундарҙың проблемалары ла күтәрелде. Әлеге заманда мәсет төҙөү генә түгел, ә уны ҡарау ҙа ауырлыҡтар  тыуҙыра. Нефтекама ҡалаһы һәм Башҡортостандың төньяҡ-
көнбайышы имам-ахуны Сабирйән хәҙрәт бер нисә мәсьәләгә туҡталды.
- Дәүләт Думаһы дептутаы Иван Константинович имамдарыбыҙҙың эшенә юғары баһа бирҙе. Ысынлап та, улар иман нуры таратып, халҡына тоғро хеҙмәт итә. Беҙҙең күптәребеҙ пенсионер, ә пенсиялар индексацияланмай. Ошо мәсьәләне хәл итеп, пенсияның индексацияһын арттырыуығыҙҙы һорайым, сөнки имамдар бушлай эшләй. Тағы бер тәҡдим: бөтә мәктәптәрҙә һәм университеттарҙа әхлаҡ дәрестәрен индерергә кәрәк, - тине ул.

Тәүге аҙан тауышына - 20 йыл
30 йыл элек, 1992 йылдың июлендә Губкин урамындағы буш ерҙә Салауат ҡалаһында Тәлғәт Сафа улы Тажетдиндең фатихаһы менән мәсет  һалына башлай. Проектын Петербург архитекторҙары төҙөй. Төп бағымсыһы “Салауатнефтеоргсинтез” йәмғиәте була. Комплексты төҙөүҙә Салауат, Өфө, Күмертау ҡалаларынан, Әлшәй  районынан 50-нән ашыу эшсе коллектив ҡатнаша. Диндарҙар ҙа ситтә ҡалмай, саҙаҡа
килтерәләр, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәләр, биләмәне төҙөкләндерәләр. Ун йылдан һуң, 2002 йылдың декабрендә, тәүге аҙан тауыштары яңғырай. Тик комплекс Салауат ҡалаһының юбилейына 2008 йылдың 23 авгусында ғынатантаналы асыла.
Рәмил хәҙрәт Насиров ни өсөн мәсеттең “Әннәби” тип аталыуына асыҡлыҡ индерҙе.
- Мәсеттәрҙе әсәйҙәребеҙҙең исеме менән атау дөрөҫ түгел. Беҙ Аллаһ йортон төҙөнөк, шуға “Әннәби” тип атаныҡ. “Әннәби” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “Пәйғәмбәр мәсете” тигәнде аңлата, - тине Рәмил хәҙрәт.
- Салауат ҡалаһының мәсете бик матур, әммә ундайҙар күп, хатта ҙурыраҡтары һәм тағы  ла матурыраҡтары бар. Әммә эш унда түгел! Рәмил хәҙрәт төрлө ҡарашлы кешеләрҙе, өлкәндәрҙе һәм йәштәрҙе, ир-аттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙыберләштерә. Хәҙер улар  ҡаланың берҙәм мосолман йәмғиәтенең бер өлөшө булып тора. Уға Аллаһы Тәғәлә  хәйерле ғүмер, һаулыҡ бирһен һәм хәҙрәт был изге эшен тағы ла оҙаҡ йылдар дауам итһен, - тип йәмиғ мәсете етәксеһенең ҡаҙаныштарын билдәләп үтте Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
Был көндө мәртәбәле ҡунаҡтарҙан ҡотлау һүҙҙәре күп яңғыраны.
- Беҙҙең ҡалала 20 йыл инде күркәм Аллаһ йорто бар. Унда мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә яҡыныраҡ булыу, ғибәҙәт  ҡылыу өсөн килә. Рәмил хәҙрәткә әүҙем яҡтыртыу эше алып барғаны, үҫеп килеүсе йәш быуында әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләгәне, халыҡ менән осрашып,  аралашыуы, уларға ислам, диндең кеше тормошондағы роле тураһында һөйләгәне  өсөн рәхмәт белдерәм. Был бик мөһим, - тине Игорь Миронов.
- “Әннәби” мәсетенең 20 йыллыҡ юбилейы менән ҡала мосолмандарын, Тәлғәт Сафа  улын ҡотлайым. Был - дөйөм байрам, шатлыҡты ихлас уртаҡлашабыҙ. Татарстанда тыуып, өс тиҫтә йыл дауамында Башҡортостанға хеҙмәт итеүсе кеше булараҡ, был сара минең өсөн айырыуса мәртәбәле. Беҙ ислам һәм православие байрамдарын берҙәй үткәрәбеҙ, - тине Салауат һәм Кумертау епископы Николай.
Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт  Насиров конференцияла ҡатнашыусыларға, хөрмәтле шәйхел-ислам Тәлғәт Тажетдинға рәхмәт белдерҙе. 

- Аллаһы Тәғәлә, һәм, әлбиттә, шәйхел-ислам Тәлғәт Тажетдин булмаһа, бәлки был көн дә, мәсет тә булмаҫ ине. Баш  мөфтөйҙөң аҡыллы һүҙҙәре, фекерҙәре йөрәктәребеҙгә үтеп инде. Беҙ төрлө дин вәкилдәре
менән эште бергә алып барабыҙ. Дөрөҫ юл күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт, - тине ул.

“Әннәби” йәмиғ мәсетендә даими үҙгәрештәр булып тора: комплекстың биләмәһе сәскәләргә күмелә, ағастар ултыртыла. 2020 йылдың авгусында комплексты төрлө яҡлап яҡтыртыусы 24 прожектор тоҡандырыла.
Әле нимәһе менән ул килеүселәрҙе арбаны һуң? Мәсет биләмәһендә тыныслыҡты, тигеҙлекте, тәртипте кәүҙәләндергән матур “балаҫ” барлыҡҡа килде.
- Беҙ тәүҙә асфальтты һоро төҫкә буяныҡ. Һуңынан был урынды йәнләндереп ебәрһәк яҡшы булыр ине, тигән фекергә килдек. Рәссамдар Атилла Ғәлиуллин менән Илнур Ильясовҡа мөрәжәғәт иттек һәм улар ярҙамға килергә риза булды. Улар беҙҙең әйткәндәргә таянып проект төҙөнө. Бөтә эштәргә ике көн китте. Һөҙөмтә беҙҙе генә түгел, ә мәсеткә килеүселәрҙе лә ҡыуандырып тора. Имамдар был “балаҫ”ты күргәс, үҙҙәрендә лә ошондайҙы эшләйәсәкәрен белдерҙе, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров.
Алена ГОНЧАРОВА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: