Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2022, 11:00

Хафаланырға урын ҡалмаҫ

Бекетов урамының проблемалы 20-се йортоноң милекселәре тиҙҙән фатир асҡыстарын ҡулдарына аласаҡ.

Хафаланырға урын ҡалмаҫ
Хафаланырға урын ҡалмаҫ

Бекетов урамының проблемалы 20-се йортоноң милекселәре тиҙҙән фатир асҡыстарын ҡулдарына аласаҡ.

“Биләмәләрҙе үҫтереү фонды” генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары, Башҡортостандың көньяғы ҡала хакимиәттәре вәкилдәре һәм төҙөүселәр менән осрашыу мәлендә проблемалы объекттар реестрына эләккән күп фатирлы йорттарҙы төҙөп бөтөрөү мәсьәләләре ҡаралды. Исемлектә беҙҙең ҡаланың Бекетов урамындағы 20-се йорто я бар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был йорт 41 процент әҙерлек булғанда туҡталып ҡалған, 62 өлөшсө алданған өлөшсөләр реестрына индерелгән. 2020 йылдың декабрендә республиканың Арбитраж суды төҙөүсене банкрот тип таныны. Былтыр был йортто проблемалы объекттар исемлегенә индерҙеләр. Әлеге ваҡытта майҙансыҡта эш ҡайнай, яңы төҙөүсе әүҙем тотондо. Был процесты ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов шәхси контролдә тота.
- Быйыл ноябрь аҙағында йорт тапшырылыр тип өмөт итәбеҙ, фатир хужалары, ниһайәт, көтөп алынған фатир асҡыстарын алыр, - тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә” сәхифәһендә.
Надежда ФАРРАХОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: