Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2022, 22:07

Юлдыбай ҡыпсаҡтары

“Салауат” гәзитенең бер һанында ҡалабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең береһе, илем, телем тип янып йөрөүсе, һөнәре буйынса төҙөүсе, ә күңеле, бар булмышы менән тарихсы Ислам Мәүлекәсовтың  Юлдыбайҙар тарихын юллап” исемле китабы тураһында яҙғайным. Әле бына китаптың дауамы булып “Юлдыбай ҡыпсаҡтары” тигән икенсе китабы донъя күрҙе.

Юлдыбай ҡыпсаҡтары
Юлдыбай ҡыпсаҡтары

“Салауат” гәзитенең бер һанында ҡалабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең береһе, илем, телем тип янып йөрөүсе, һөнәре буйынса төҙөүсе, ә күңеле, бар булмышы менән тарихсы Ислам Мәүлекәсовтың  Юлдыбайҙар тарихын юллап” исемле китабы тураһында яҙғайным. Әле бына китаптың дауамы булып “Юлдыбай ҡыпсаҡтары” тигән икенсе китабы донъя күрҙе.

Тәүге китап Күгәрсен районының Юлдыбай ауылы тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштары тураһында булһа, икенсе китапта автор үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, тиҫтерҙәре, ағай-энеләре, уларҙың көнитмешен, тормошон һүрәтләп, бөгөнгө ауыл тормошон сағылдырырға тырыша. Ислам Әҙел улы унда һүрәтләнгән ваҡиғалар, кешеләр аша Юлдыбай ауылын тарихҡа индереп ҡалдырыуҙы китаптарҙың маҡсаты итеп ҡуя. Уның әйтеүенсә, был яҙмалар эстетик зауыҡ, юғары мәҙәниәтлек тәрбиәләмәһә лә, 60-90-сы йылдар тормошон күҙалларға, олатай-инәйҙәрҙең йәшәйешен белергә форсат бирәсәк, ти. Китап йәш быуында халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һөйөү тәрбиәләй, ә был, уларҙың үҙ милләтенең ысын ул-ҡыҙҙары булып үҫеүенә булышлыҡ итә.

Үткән аҙнала китап авторының тыуған ауылы I Юлдыбайҙа ошо ике китаптың исем туйы үткәрелде. Ауылдың мәҙәниәт йортонда, ысын мәғәнәһендә, ҙур байрам уҙҙы. Унда авторҙың ауылдаштары, класташтары,
туғандары, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Кисәне бик матур, күңелле итеп алып барҙылар. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир Иҙел Хәлимов китаптар
тураһында йылы һүҙҙәр әйткәндән һуң, авторға бағышланған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.

Ысынлап та, китаптар юғары баһаға лайыҡ. Мин Ислам Әҙел улының ағайҙары Кәрим менән Сәлим Әҙел улдары тураһында йылы иҫтәлектәрем менән уртаҡлаштым. Егеттәр баҡыйлыҡҡа бик иртә күсһәләр ҙә, ваҡытында Салауат ҡалаһында береһе уҡытыусы, икенсеһе табип булып эшләп, яҡты эҙ ҡалдырып китә алдылар. Сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙың һәр береһе авторға рәхмәт әйтеп, белмәгән күп нәмәләрҙе белдек, тип шатландылар. Ҡайһы берҙәре күҙ йәштәренә лә ирек бирҙе, сөнки китап
аша туғанлыҡ ептәренең күпкә артыуын белделәр. Кисә концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, кисәне күренекле артистар түгел, ә ябай ауыл кешеләренең матур йырҙары, ҡурай моңдары биҙәне. Ә китаптар авторы Ислам Әҙел улының өҙҙөрөп баянда башҡорт көйҙәренә поппури уйнауын халыҡ аяғүрә баҫып алҡышлап, оҙаҡ ебәрмәй торҙо.

Бына шулай, тормош дауам итә.
Бөгөнгө көндә йәшәгән юлдыбайҙар әле үҙ тарихын яҙыуҙы дауам итәләр. Кем белә, бәлки, бер нисә тиҫтә йылдар үткәс, Ислам Әҙел улы кеүек, үҙ еренә, халҡына битараф булмаған шәхес табылыр һәм ул ауыл тарихын яҙыуҙы дауам итер. Ә беҙгә инде илһөйәр, кеше йәнле Ислам Мәүлекәсовҡа ҙур хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтергә генә ҡала.
Рәшиҙә БУРАНҒОЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы.

Динә ҒӘЛИЕВА фотоһы.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: