газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2022, 09:12

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (1 - 7 август)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (1 - 7 август)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү тураһында уйланығыҙ. Осор сәйәхәт ҡылыу һәм яңы танышлыҡтар өсөн уңышлы. Аҙна уртаһында ижадҡа булған ынтылышығыҙ  көсәйер. Балаларығыҙ менән аралашыу
кәйефегеҙҙе күтәрер.
Буға (21.04-21.05)
Йортоғоҙҙа тәртип булдырыу менән мәшғүл булығыҙ. Фатирығыҙҙа ремонт эшләргә йыйынһағыҙ, төҙөлөш материалдарын алып ҡуйһағыҙ була. Аҙна аҙағында тән температураһы күтәрелеп, сәләмәтлегегеҙҙең насарайыуы ихтимал.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Йондоҙҙар һеҙгә имиджығыҙҙы үҙгәртергә кәңәш итә. Был айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Аралашыуға һыуһағанһығыҙ, шуға йышыраҡ ваҡытығыҙҙы дуҫтарығыҙ менән үткәрегеҙ. Һөйгәнегеҙҙе юҡ-барға көнләшмәгеҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Яңғыҙығыҙ ғына ҡалып, һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларға анализ яһағыҙ. Финанстар менән ҡатмарлыҡтар килеп тыумаҫ. Һатып алынған көнкүреш техникаһы уңышлы булыр. Аҙна аҙағында алыҫтан ҡунаҡтар килеп төшөүе ихтимал.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Күңелегеҙ иркенлек һәм яңы тәьҫораттар талап итә. Теләктәрегеҙгә ҡаршы килмәгеҙ. Сәйәхәт итеү өсөн яҡшы мәл. Кәрәкмәгән бәйләнештәрҙе өҙөргә тырышығыҙ. Аҙна аҙағында шәхси автомобилегеҙҙә юлға сыҡмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Аҙна уртаһында ата-әсәйегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тырышығыҙ. Бер кемгә лә бурысҡа аҡса бирмәгеҙ, ҡайтарыуы еңелдән булмаҫ. Шулай уҡ машинағыҙҙы һорап торусыларҙың үтенесен кире ҡағығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Аҙнаны белемегеҙҙе камиллаштырыуҙан башлағыҙ. Туристик сәйәхәттәр ваҡытында күп файҙалы мәғлүмәт тупларһығыҙ. Гигиена талаптары теүәл үтәгеҙ, юғиһә, вируслы инфекция йоҡтороуығыҙ мөмкин.
Саян (24.10-22.11)
Был осор үҙ эшеңде асыу, партнерҙар менән килешеүҙәр төҙөү өсөн уңышлы. Экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәрҙе яңы тәьҫораттар көтә. Аҙна уртаһында насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу еңел бирелер. Планлы хирургик операциялар уңышлы үтер.
Уҡсы (23.11-21.12)
Күптәрҙе оҙон юл саҡыра. Унда һеҙҙе романтик танышлыҡтар көтә. Тантаналы сараларға икенсе яртығыҙ менән бергә барығыҙ. Был мөнәсәбәттәрҙе нығытыр. Ғаиләләге тыныс мөхит юҡ-бар сәбәп арҡаһында боҙолор.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Яңы кешеләр менән танышыу кәңәш ителмәй, сәйәхәттәрҙән дә тыйылып торорға кәрәк. Йортоғоҙҙа нимәнелер үҙгәртергә теләрһегеҙ. Урамда яңғыҙ йөрөргә тырышмағыҙ. Аҙна уртаһында һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Талантығыҙҙы күрһәтеүҙән тартынмағыҙ. Шишәмбе дуҫтарығыҙҙан кәңәш һорамағыҙ. Ижади кешеләр менән  йыш аралашырға тура килер. Интернет-магазиндан әйбер һатып алыуҙан тыйылып тороғоҙ - алданыуығыҙ ихтимал.
Балыҡ (20.02-20.03)
Ғаиләгеҙҙә йылы мөнәсәбәттәр һаҡланыр. Ялдарҙа йәрәхәт алыу ихтималлығы арта. Осло әйберҙҙәр менән эш иткәндә иғтибарлы булығыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: