газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2022, 09:20

Йәйҙең йәме китмәһен

Йәй етеү менән күптәр буш ваҡытын тәбиғәттә, һыу буйҙарында үткәрергә ашҡына. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә оноталар.

Йәйҙең йәме китмәһен
Йәйҙең йәме китмәһен

Йәй етеү менән күптәр буш ваҡытын тәбиғәттә, һыу буйҙарында үткәрергә ашҡына. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә оноталар.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан 18 кеше һыуға батҡан. Батып барыусыны ҡотҡарған кешегә нимәләр белергә? Һыу буйында ял иткәндә
үҙеңде һәм балаларҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә? Комитеттың авария - ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев үҙ ҡәңәштәрен бирә. 
Уяулыҡты юғалтмаҫҡа
Кеше бата башлаһа, ярҙамға саҡыра алмай. Бындайҙар фильмдарҙа ғына була. Батып барыусы бар көсөн һыуҙан ҡотолоуға йүнәлтә. Был - төп аталарҙың береһе. Кеше һыуҙан ни тиклем нығыраҡ сығырға маташа,  шул тиклем тәрәнерәк һыу аҫтына китә. Әгәр кешенең ярға үҙ аллы сығырға маташыуын, һыуҙа сәбәләнеүен күрһәгеҙ - ярҙамға ашығығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, батып барыусыға бер минут эсендә ярҙам күрһәтелмәһә, ул төпкә китәсәк.
Паникаға - юҡ
Әгәр кеше көсөнөң бөтөүен тойһа, аяғын көҙән йыйырып, үҙ аллы йөҙөп сыға алмауын аңлаһа, уның паника башлана. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һыу ингән ваҡытта янығыҙҙа бәләкәй генә булавка йөрөтөгөҙ. Көҙән йыйырғанда ул ярҙам итәсәк. Һыуҙа кешенең сәләмәтлеге насарайыуы ла ихтимал: йөрәк өйәнәге, инсульт, эҫе тейеү, ҡапыл аңды юғалтыу. Йә булмаһа, тәғәйенләнмәгән урында һыуға һикереп, кеше умыртҡа һөйәгенең елкә өлөшөн һындырҙы, ти. Уны ваҡытында һыуҙан сығармаһалар, шунда уҡ батасаҡ. Шуға күрә, күперҙән йәки башҡа бейеклектәрҙән һикерер алдынан ныҡлап уйлағыҙ: ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйыу кәрәкме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауаттағы Ағиҙел йылғаһындағы аҫылмалы күпер һыуға һикереү урыны булып тора. Һуңғы йылдарҙа йылғаның кимәле ҡырҡа кәмене. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә йыл элек бында фажиғә булғайны. Ҡала хакимиәте башлығы янында уҙған аҙналыҡ кәңәшмәлә был мәсьәлә контролгә алынды. Муниципаль янғын һағына был урынға ҡарата контролде көсәйтергә, унан һикереүҙе тыйырға ҡушылды. Июль башында Желанный ҡасабаһында һыу инеү тыйылған күлдә 40 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Иң яҡшыһы, һыуға махсус йыһазландырылған, ҡотҡарыусылар  дежурҙа булған урындарҙа төшөргә.
Һыу алкоголде ғәфү итмәй
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, эскән килеш һыу инмәгеҙ. Эсһәң, ҡан тамырҙары киңәйә, һыуға инһәң - ҡапыл тарая һәм нәҙек урында шартлай - алкоголь ҡулланыу бына ниндәй насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Был ҡояшта
тәне ҡыҙған айныҡ кешеләр өсөн дә хәүефле. Һыуға яйлап инергә тәҡдим ителә: тәүҙә тубыҡтан, һуңынан билгә тиклем төшөргә, артабан ҡулдарҙы сылатырға, шунан һуң ғына тулыһынса һыуға инергә кәрәк. 14 июлдә
Салауатта административ комиссия һәм муниципаль янғын һағы вәкилдәре үткәргән профилактик рейдтар барышында һыуҙағы фажиғәгә кәртә ҡуйыла. 
Матрасҡа ышанырға ярамай
Өрөп тултырмалы матрастар ярҙамында йөҙөү тыйыла, айырыуса балаларға. Был ҡулайламаларға ышаныс юҡ. Көслө ел уларҙы әйләндерергә, ярҙан бик алыҫҡа осороуы мөмкин. Бынан тыш, улар тишелә, тыны сыға һәм шартлай. Ныҡлы күҙәтеү аҫтында! Йыш ҡына фажиғәләр балаларҙың һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалыуы арҡаһында  сыға. Рейдтар барышында йыш ҡына ошондай хәлдәргә юлығабыҙ. Профилактик әңгәмәләр үткәрәбеҙ.
Өлкәндәрҙе балаларының яҙмышына,ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарата  битраф булмаҫҡа саҡырабыҙ, - ти административ комиссия рәйесе урынбаҫары Екатерина Буланкина.
Батыусыны нисек ҡотҡарырға?
Батыусыға арт яҡтан яҡынлашығыҙ, ҡултыҡ аҫтынан эләктереп, ярға ҡарай һөйрәгеҙ. Тиҙ арала ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ. Беренсе медицина ярҙамы  килеп еткәнсе бәләгә тарыусы ятырға тейеш. Белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, рәсми пляждарҙа дежурҙа торған ҡотҡарыусылар ҙа ярҙам күрһәтә ала. Шулай уҡ 112 ашығыс хеҙмәт телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: