газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2022, 11:28

Салауатта Сауҙа көнө

Уҙған аҙна ҡалала Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө гөрләп үтте.  

Салауатта Сауҙа көнө
Салауатта Сауҙа көнө

Уҙған аҙна ҡалала Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө гөрләп үтте.

Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған ҙур байрамға юлланыр алдынан, төбәк премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов, республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, Башҡортостан Республикаһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов, стратегик эштәр үҙәге етәксеһе Рөстәм Дәүләтов ҡала
хакимиәте башлығы Игорь Миронов менән бергә Салауатта тармаҡтың үҫеш нөктәләрен күрер өсөн ҡала буйлап экскурсия ҡылды, булған һәм төҙөлөүсе сауҙа объекттарын ҡараны. Ҡала “Инәйҙәр рәте”н уңышлы бойомға ашыра: кеше күпләп йөрөгән урындарҙа баҡсасылар өсөн бушлай уңайлы сауҙа майҙансыҡтары ҡуйылды. Ҡунаҡтар уңайлы шарттарҙа һатыу итеү форсаты тейгән инәйҙәр менән
аралашты, улары, үҙ сиратында, шатлыҡтарын йәшермәне, ҡала етәкселегенә рәхмәттәрен белдерҙе.

- Яңы сауҙа рәттәре бик оҡшай. Улар уңайлы, ел-ямғырҙан, ҡояштан һаҡлай. Беҙҙең турала хәстәрлек күргәндәре өсөн ҡала хакимиәтенә рәхмәт. Бөгөн һатыуға ер еләге һәм крыжовник алып сыҡтым, - ти баҡсасы Мария Козлова.
Уның менән Надежда Бирюкова ла килешә.
- Пенсияға сыҡҡандан алып баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәм. Быйыл уңыш яҡшы, сөнки ямғырҙар күп яуҙы. Бөгөн ҡала халҡына үҙемдең баҡсамда үҫтерелгән йәшелсәләр: ҡыяр, кишер, кабачки, һуған, йәш бәрәңге, борос, сөгөлдөр тәҡдим итәм. Яңы павильондарҙан бик ҡәнәғәтбеҙ, ултырырға эскәмйәләр, тауар ҡуйыр өсөн рәттәр бар. Элек бөтә нәмәне өйҙән алып килә инек. Белмәгәс, бөгөн дә ултырғысымды тотоп килдем, шөкөр, уның башҡа кәрәге ҡалмаясаҡ. Уңайлыҡтар булдырғаны өсөн ҡала башлығына рәхмәт, - тине ул.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов тағы ла тиҫтәләгән ошондай павильон ҡуйыласағын белдерҙе.

Баш ҡала ҡунаҡтары дөйөм майҙаны 3150 кв.м булған ҙур сауҙа павильонын да ҡараны. Объект хужаһы әйтеүенсә, бина ташландыҡ хәлдә булған, уны тулыһынса реконструкциялаған. Бында кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, канцелярия тауарҙары магазины асыу планлаштырыла. Эш сәфәрен төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйына сәйәхәт тамамланы.
- Салауат республиканың тармаҡ үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә. Ваҡлап сауҙа итеү тауар әйләнеше кимәле буйынса Салауат республиканың муниципаль берәмектәре араһында алтынсы урынды биләй. 2022 йылдың 1 июленә ҡарата ҡалала 656 сауҙа объекты, 209 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы һәм 400-гә яҡын көнкүреш хеҙмәтләндереүе объекты эшләй. Ҡулланыусылар баҙары
инфраструктураһы үҫешеүен дауам итә, яңы магазиндар, кафелар төҙөлә, - тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Моратов.

Сараның тантаналы өлөшө ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында уҙҙы. Унда байрамға арнап ҙур байрам ойошторолғайны. Ҡала паркының иң оҙон аллеяһында Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары эшҡыуарҙары урын алғайны. Улар байрамда ҡатнашыусыларға үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте: колбаса, сырҙар, яңы бешерелгән икмәк, үҙ ҡулдары менән үҫтерелгән йәшелсәләр, яңы алынған бал,ҡаҡ һәм башҡа бик күп нәмәләр.
- Йәрминкәлә йөрөп сыҡтыҡ, беҙҙә талантлы кешеләрҙең күп булыуын, ғаилә бизнесының үҫешеүен күрҙек. Улар бөтә нәмә етештерә: икмәктән алып башҡа тәмлекәстәргә тиклем. Өфөлә беҙгә бындай
тәмлекәстәр бирмәйҙәр. Барыһына ла ҙур рәхмәт, - тип күргәҙмәнең төрлөлөгөнә юғары баһа бирҙе төбәк премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов.

Был көндө башҡа ҡунаҡтар ҙа йыйылыусыларҙы тәбрикләне.

- Бөгөн республикала төрлө милек формаһындағы 43 мең тирәһе предприятие эшләй, 400 мең самаһы кеше эшкә урынлаштырылған. Ваҡлап һатыу буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль
округында - икенсе, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында һигеҙенсе урынды биләй. Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, сауҙа өлкәһе үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара. Санкция баҫымдарына ҡарамаҫтан, сауҙа өлкәһе әүҙем үҫешеүен дауам итә: төрлө форматтағы сауҙа объекттары асыла. Беҙҙең бурыс - ярҙам итеү, - тип билдәләне Алексей Гусев.
Сауҙаның ниндәй йүнәлештә үҫешә алыуы тураһында Рөстәм Дәүләтов һөйләне. - Беҙ ҙур яңы проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Әйтәйек, әле “Агроэкспресс” проектын әҙерләйбеҙ. Ул Башҡортостан
менән Үзбәкстан араһындағы халыҡ-ара сауҙаны ойошторорға мөмкинлек бирәсәк. Тағы берәүһе - Ағиҙелдән Бакуға тауар тейәү. Проекттар кәштәләрҙең тулы, ә хаҡтарҙың түбән булыуына
йүнәлтелгән. Мөрәжәғәт итегеҙ, тауарҙарығыҙҙы экспортҡа сығарырға ярҙам итербеҙ, - тине ул эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп.
Шуныһы ҡыуаныслы, ҡунаҡтар Салауат ҡалаһының үҫешеүен билдәләне.
- Салауат - йылдам үҫешеүсе ҡала. Бында уртаса эш хаҡы, республикалағына ҡарағанда, күберәк. Әммә сауҙа үҫеше күҙлегенән, тырышлыҡ һалырға кәрәк әле: күптәр әйбер һатып алырға, ял итергә һаман Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына йөрөй, шуның өсөн бында инфраструктураны үҫтерергә кәрәк. Был байрам айырыуса күңелгә яҡын. Әсәйем оҙаҡ йылдар Башпотребсоюз системаһында бухгалтер булып эшләне. Иҫемдә, был сараға бөтә сауҙа хеҙмәткәрҙәре йыйылышып тәбиғәт ҡосағына сығыр ине. Традицияның тергеҙелеүе яҡшы күренеш. Салауаттың сауҙа үҫеше нөктәләрен ҡарап,  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа киләһе йылдан башлап республика Сауҙа көнөн йыл һайын бында уҙғарыу тәҡдиме менән сығырға ҡарар иттек. Радий Фәрит улы ҡаршы килмәҫ, тип уйлайым. Тап ошонда эшкә йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар билдәләйәсәкбеҙ, - тип ҡыҙыҡлы тәҡдим индерҙе Рөстәм Моратов.
Тимур Хәкимов та сауҙа хеҙмәткәрҙәренә ҡотлау сәләмдәрен юлланы.
- Республиканың иң эре бизнес-берләшмәһе исеменән барығыҙҙы ла Сауҙа көнө менән ҡотлайым! Тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Еңелдән булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Эшҡыуарлыҡ булыу һәләте бөтәһенә лә бирелмәгән, был бик ҡатмарлы, айырыуса әлеге еңелдән булмаған ваҡытта, - тине ул.
Байрамда ҡатнашҡан сауҙа тармағы ветерандарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Салауат 2021 йыл һөҙөмтәләре
буйынса инвестицион климат һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса рейтингта беренсе урын алды.
- Эшегеҙҙе артабан да шулай әүҙем дауам итегеҙ. Игорь Геннадьевич, һеҙгә һәм барлыҡ Салауат халҡына ҙур рәхмәт, - тип һүҙен йомғаҡлап, Рөстәм Моратов Салауат ҡалаһының социаль-иҡтисади
үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм тырыш хеҙмәте өсөн ҡала хакимиәте башлығын почет грамотаһы менән бүләкләне.
- Хөрмәтле сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, ветерандары! Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙҙән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп тә булмай. Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым, эшегеҙҙән йәм табып йәшәгеҙ. Клиенттарығыҙҙан тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә яҙһын, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Тантаналы өлөштән һуң паркта предприятиелар араһында спорт фестивале уҙҙы. Иң яҡшыһы булыу өсөн алты команда көс һынашты. “Алтын” “Салауатинвест” (“Салауатинвест” йәмғиәте) командаһына эләкте, “көмөш”тө “Ҡымыҙ” (“Каскад” йәмғиәте) командаһы алды, “бронза” “Турбо” (“АгроТорг” йәмғиәте, “Пятерочка” сауҙа селтәре) командаһына бирелде. Чемпиондарҙы ҡала хакимиәте башлығының
эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Урал Мәғизов бүләкләне.
- Спорт командаларын булдырып, спорт фестивалендә ҡатнашҡан сауҙа селтәрҙәренә рәхмәт белдерәм, - тине ул.

Әгәр киләһе йылда беҙҙә беренсе республика байрамы уҙғарыла ҡалһа, бында Салауат ҡалаһының һәм күрше ҡалаларҙың ғына түгел, ә бөтә төбәк эшҡыуарҙары йыйыласаҡ.
Дилә АБДУЛЛИНА.
Автор, Алена ГОНЧАРОВА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: