газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2022, 14:45

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (25 - 31 июль)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (25 - 31 июль)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Эшегеҙҙә ҙур уңыштарға ирешерһегеҙ, ҡатмарлы бурыстарҙы еңел башҡарырһығыҙ. Кешеләр менән күп аралашырға тура килер. Ҡыҫҡа сәйәхәттәр ваҡытында яңы танышлыҡтар булдырырһығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ - шаршамбы.
Буға (21.04-21.05)
Эштәр артыҡ алға бармаҫ. Һеҙҙән ныҡлы йәшереп тотҡан сер асылыр. Алыҫтан туғандарығыҙҙың ҡунаҡҡа килеүе ихтимал. Үҙ ырыуығыҙҙың тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу артыр. Шау-шыулы кисәләрҙән тыйылып тороғоҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Эштә етәкселек менән һүҙгә килешеү һеҙҙең файҙаға булмаҫ. Элекке бәйләнештәр тергеҙелер. Улар һеҙгә ниндәйҙер мөһим хәбәр еткерер. Белемде камиллаштырыу өсөн яҡшы осор. Ғаилә  мөнәсәбәттәрендә  ҡатмарлыҡтар тыуыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Был осор йога, медитация менән шөғөлләнеүселәргә уңышлы килтер. Эске тауышығыҙҙы ғына тыңлағыҙ, ул һеҙгә дөрөҫ юл күрһәтер. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе ситкә типмәгеҙ. Эре сығымдар көтөлә. Яңғыҙҙар үҙ ишен табыр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙнала ҡыҙыҡлы идеялар, шәп пландар менән янырһығыҙ. Уларҙы бойомға ашырыр өсөн бөтә көсөгөҙҙө һалырһығыҙ. Туғандарығыҙ тураһында онотмағыҙ, йышыраҡ хәлдәрен белешегеҙ. Бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Аҙна башында уңышһыҙлыҡтарға юлығырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙға ситтәрҙе индермәгеҙ, юғиһә, һөйгәнегеҙ менән аралар боҙолор. Өлкәндәрҙең кәңәше бик урынлы булыр. Йәмәғәт урындарында йөрөгәндә  иғтибарлы булығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Карьера баҫҡысынан үрләүегеҙ мөмкин. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр көйләнер. Тирә-йүндәгеләрҙең фекерен тыңлағыҙ. Интернет киңлектәрендә күп аралашырһығыҙ. Сәләмәтлегегеҙ хәүеф аҫтында, табипҡа күренегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Эш урынын алыштырыу өсөн уңайлы осор. Бөтә үҙгәрештәр тик яҡшыға ғына булыр. Насар ғәҙәттәрҙән арынырһығыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә хәлдәр элеккесә. Күптән күрмәгән кеше менән осрашыу көтә. Өҫтәмә килем сығанағын эҙләргә тура килер.
Уҡсы (23.11-21.12)
Бөтә эштәрҙә лә уңыш йылмайыр. Ғаиләлеләрҙең аралары нығыныр, бер-береһенә булған ышанысы артыр. Туйға йәки юбилейға саҡырһалар, бармай ҡалмағыҙ. Юридик мәсьәләләрҙе еңел хәл итерһегеҙ. Финанс хәлегеҙ тотороҡло.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Эштәге проблемаларға ҡыҫылмағыҙ. Етди осрашыуҙарҙы икенсе ваҡытҡа күсерегеҙ. Был аҙнала сәләмәтлекте яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр. Йортоғоҙҙағы кәрәкмәгән иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ. Кеҫәгеҙҙең йоҡарыуын һиҙерһегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Эштә кәрәкмәгән урында кәңәш- тәҡдимдәрегеҙҙе бирмәгеҙ. Туристик сәйәхәткә ғаиләгеҙ менән юлланыу кәңәш ителә. Туғандарығыҙ финанс проблемаларын хәл итергә ярҙам итер. Һөйгәнегеҙҙән етешһеҙлектәр эҙләмәгеҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Төп урында ғаиләгеҙ булыр. Эштә ҙур проекттарға тотонмай тороғоҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Туғандарығыҙға терәк һәм таяныс булырһығыҙ. Сит телдәрҙе өйрәнеү алдығыҙҙа ҙур юлдар асыр. Шәмбе руль артына ултырмағыҙ.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: