газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2022, 14:36

Маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеү

Асыҡ күңелле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, һайлаған һөнәренә тоғро - янғын һағы ветераны Рөстәм Таңатаровҡа тап ошо сифаттар хас.

Маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеү
Маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеү

Асыҡ күңелле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, һайлаған һөнәренә тоғро - янғын һағы ветераны Рөстәм Таңатаровҡа тап ошо сифаттар хас.

Мәҡәлә геройы яҡшы белем һәм тәжрибә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап иткән донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһен нисек һайлауы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- 1988 йылда армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан ваҡыт. Элек демобилизацияланғандарҙы полицияға йәки янғын һағына эшкә саҡырып хат ебәрерҙәр ине. Был өлкәлә  ағайым эшләне, ул Дүртөйлө отряды начальнигы ине. Янғын һағына эшкә барырға миңә ул тәҡдим итте. Салауатта Рәшид Джураев етәкселек иткән 36-сы янғын часына килдем. Тик барыһы ла  һин уйлағанса ғына бармай шул, бер ни тиклем ваҡытҡа янғын һүндереүсе
булыу планынан баш тартырға тура килде, - ти редакция ҡунағы.
Техник белеме булған Рөстәм Таңатаров үҙ урынын комбинатта эҙләп ҡарай, һуңынан эшкә Себергә китә.
- 90-сы йылдарҙа ауыр ваҡыт башланды, эш хаҡын 7-9 айлап түләмәнеләр. 1993 йылда өйләндем, шуға Себерҙе ҡалдырырға тура килде, - ти ул.
Рөстәм Шамил улы янғын һүндереүсе булыу бәхетен ҡабаттан һынап ҡарай.
- Икенсе тапҡыр барыһы ла уңышлы килеп сыҡты, мине 36-сы янғын часына ҡабул иттеләр, стажировка үттем. Һуңынан 2-се янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте отрядының 21-се янғын часына күстем, беҙҙең янғынға ҡаршы берҙәм хеҙмәт отряды бар ине. Унда ярты йыл янғын һүндереүсе булып эшләнем, - тип хәтирәләр йомғағын һүтте ул.
Беренсегә янғын һүндерергә сыҡҡаны бөгөнгөләй күҙ алдында.
- Ҡыш, йәкшәмбе көн ине, мин – стажер. Иртән янғын сығыу тураһында хәбәр килгәндә, Карл Маркс урамының 3-сө йортонда булһа кәрәк, эштә “Иртәнге почта” тапшырыуын ҡарап  ултыра инек. Миндә аппарат юҡ,
ярҙам итеп йөрөнөм, подъездарҙағы тәҙрәләрҙе астым. Хеҙмәттәштәрем фатирға инеп, бер ирҙе алып сыҡты. Зыян күреүселә 20-гә яҡын сәнселгән-киҫелгән яра бар ине, башы ярылған. Һуңынан янғын һүндереүсе
Әхмәр Ғәлләмов сығып, фатирҙа тоҡандырылған газды һәм янған диванды һүндереүен һөйләне. Мин, тәжрибә булмағас, ир тере икән тип уйланым һәм ашығыс ярҙам машинаһын саҡыртырға кәрәк тип фекер йөрөттөм. Тик һуң ине инде...
Беренсе янғын һүндереүгә сыҡҡанда уҡ криминал һәм ошондай фажиғәле хәл менән осраша ул. Рөстәм Таңатаровтың һүҙҙәре буйынса, 90-сы йылдарҙа янғындарҙың 40 проценты криминал нигеҙҙә башҡарылған.
- Һуңғараҡ бөтә хәл-шарттарҙы белдем. Баҡтиһәң, фатир хужаһын быға тиклем дә кешенең ғүмерен ҡыйған ир үлтергән. Янғын сығарып, шул рәүешле енәйәт эҙҙәрен бөтөрөргә маташҡан: диванды яндырған һәм газды тоҡандырған. Янғын һүндереүселәрҙең аныҡ эш итеүе арҡаһында ғына фажиғәгә юл ҡуйманы. Газ шартлау ҙур бәләгә алып килер ине, - тип һөйләй янғын һағы ветераны.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Рөстәм Таңатаров янғын хеҙмәте инспекторы була, ә 2000 йылда 36-сы ҡала янғын часына әйләнеп ҡайта.
- 2005 йылда дәүләт янғын надзорын булдырҙылар. Янғын һүндереүселәрҙе беҙҙән, профилактика менән шөғөлләнеүселәрҙән, айырҙылар. Беҙҙең эш, күп осраҡта, беленмәй. Ут эсендә булған янғын  ??һүндереүселәрҙең хеҙмәте барыһына ла күренә. Ә янғындарҙы булдырмау, уларҙы профилактикалау менән мәшғүл белгестәрҙең эшмәкәрлеге әллә ни мөһим түгел һымаҡ тойола. Ысынында иһә, беҙҙең ярҙам менән әллә күпме кеше ғүмерҙәре ҡотҡарылды.
Инспектор профилактик саралар менән генә шөғөлләнмәй, ә уның вазифаларына янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау, ғәйеплеләрҙе табыу ҙа инә. Уның әйтеүенсә, 18 йыл эшләү дәүерендә күңелһеҙ ваҡиғалар етерлек
булған.
- Янғындарҙа бер ғәйепһеҙ балаларҙың һәләк булыуы аяныслы. Был бик ауыр. Айырыуса был йәһәттән 2008 йыл иҫтә ҡалған. Өлкәндәрҙең битарафлығы арҡаһында зыян күргән балалар бөгөнгөләй күҙ алдымда,
- тип һөйләй тулҡынланыу ҡатыш ҡалтыранған тауыш менән Рөстәм Шамил улы.
Әммә ошондай ауыр мәлдәрҙә лә эшен ташлау уйы булмай, сөнки был өлкәгә кешеләргә ярҙам итеү өсөн килеүен яҡшы аңлай.
- 2013 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң кадет мәктәбендә эшләнем. Һуңынан 'Йәштәш” йәштәр үҙәгенә етәкселек иттем. Хәҙер кире һөнәремә әйләнеп ҡайттым - “Промгазсервис” йәмғиәтендә янғын часы начальнигы
урынбаҫары булып эшләйем. Беҙ “Башнефть-Добыча” йәмғиәте объекттарын һаҡлайбыҙ. Минең участкаға Красноусольскиҙан алып Ырымбурға тиклемге скважиналар инә. Көн һайын объекттарҙа, скважиналарҙа,
вахтасылар йәшәгән дөйөм ятаҡтарҙа янғын хәүефһеҙлеген тикшерәм, - тип һөйләй ул һәм эшен яратыуын белдерҙе.
- Яңы кешеләр менән аралашырға, яңы объекттарға сығырға яратам. Минең өсөн һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу мөһим. Ә янғындарға килгәндә, тикшереү үткәреү, дөрөҫлөктө табыу оҡшай. Элекке коллегаларым менән
аралашып торабыҙ. Илһам килгәндә эшебеҙгә бағышланған йырҙар яҙа инем. Әле эштән буш ваҡытымда тәбиғәткә сығам - һунарға йөрөйөм, балыҡ тотам, походҡа барам, бәшмәк йыям, - ти Рөстәм Таңатаров.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: