Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2022, 10:57

Оҫта ҡулдар мөғжизә тыуҙыра

Ҡалаға төньяҡтан кергәндә урынлашҡан гараж стеналарындағы этно-стиль форматындағы һүрәттәр ике йыл тирәһе ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын шатландырып, күҙҙең яуын алып тора.

Оҫта ҡулдар мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдар мөғжизә тыуҙыра

Ҡалаға төньяҡтан кергәндә урынлашҡан гараж стеналарындағы этно-стиль форматындағы һүрәттәр ике йыл тирәһе ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын шатландырып, күҙҙең яуын алып тора.

Яңыраҡ бер төркөм рәссамдар Ағиҙел йылғаһы буйындағы муниципаль янғын һағы һәм стадион янындағы “Һыу каналы” ҡоймаларын  биҙәүгә тотондо. Муниципаль янғын һағының матур ҡоймаларын хәҙер ҡыйыу
рәүештә ҡала Ағиҙел йылғаһы буйының арт-объекттары иҫәбенә индерергә була. Бер аҙна эсендә оҫта ҡулдар ошо матурлыҡты булдырҙы. Ҡойманың уң өлөшөндә пляждағы ял, һулдан – янғын һүндереүселәрҙең эше
сағылдырылған. Янғын һүндереүселәрҙе Эльвира Хәлимова, пляждағы ялды Наталья Жаркова төшөргән. “Төҙөүсе” стадионы янында  урынлашҡан “Һыу каналы” предприятиеһы объектының ҡоймаларына һүрәт төшөрөү
ҙә тамамланып килә. Эскиз авторы - ҡалала исеме күптәргә таныш Эльвира Хәлимова. Рәссам һүрәттәрендә ҡаланың яҡынлашып килгән 75 йыллыҡ юбилейын, “Һыу каналы”ның  ролен сағылдырырға тырышҡан, хатта эргәлә генә урынлашҡан стадиондың символы булған спидвей өсөн дә урын табылған. 

Һүрәттәрҙе төшөрөү менән Наталья Жаркова, Анна Гогина, Дмитрий Рыжков мәшғүл. Эш алдынан рәссамдар ҡоймаларҙы әҙерләгән, эшкәрткән. Һүрәттәрҙе фасад өсөн акрил буяуҙар менән төшөрәләр, тимәк, матур һүрәттәр беҙҙе оҙаҡ шатландырасаҡ. Ҡойма үҙәк урамдарҙың береһенә ҡарай, бынан тыш, эргәлә стадион ғына түгел, ә салауаттарҙың яратҡан ял итеү урыны булған парк та бар. Велосипед һуҡмаҡтары ла тап ошо ҡоймаларға сыға, шуға уны бихисап кеше күрәсәк. Уның янында фотоға төшөргә теләүселәр күп булыр. 
Владислав ФАРРАХОВ фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: