Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2022, 10:55

Һабантуйҙар гөрләр әле

Салауатта Ағиҙел йылғаһы буйын реконструкциялау дауам итә. Быйыл Һабантуй майҙансығы тергеҙелә, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ылыҡтырырҙай яңы урындар төҙөкләндерелә.

Һабантуйҙар гөрләр әле
Һабантуйҙар гөрләр әле

Салауатта Ағиҙел йылғаһы буйын реконструкциялау дауам итә. Быйыл Һабантуй майҙансығы тергеҙелә, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ылыҡтырырҙай яңы урындар төҙөкләндерелә.

“Рәхим итегеҙ” урыны бер нисә этапта төҙөлә. Бында пляж һәм урам спорт төрҙәре өсөн зона, әүҙем ял итеү урындары, балалар майҙансығы  барлыҡҡа килгән дә инде. Быйыл яңы локациялар өҫтөндә эш бара.
- Беренсе объект - майҙаны һәм сәхнәһе булған саралар уҙғарыу майҙансығы. Камералы мөхитте яратыусылар өсөн газон менән  ике уба барлыҡҡа киләсәк, унан амфитеатрҙағы кеүек хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтергә мөмкин. Икенсеһе - Һабантуй майҙансығы. Элек ошо урында ҡала һабантуйҙары уҙған. Бында иркенлек, йәшеллек күп, эргәлә генә йылға аға, ә торлаҡ йорттар йыраҡта. Традицион ярыштар өсөн ҡорамалдар, ҙур
булмаған саралар өсөн сәхнә барлыҡҡа киләсәк. Яңы велосипед-йәйәүлеләр маршруттары, шулай уҡ бәҙрәф һәм һыу эсә торған фонтандар пәйҙә буласаҡ, - тип һөйләнеләр Башҡортостан  ҡалаларын үҫтереү  институтының матбуғат хеҙмәтендә, Ағиҙел йылғаһы буйы проекты авторҙары. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: