газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2022, 15:00

Яҡлауға һәм хәстәрләүгә мохтаж улар

Салауат ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенә 30 йыл тулды. Шул уңайҙан шаршамбы, 20 июлдә, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә тантаналы сара уҙҙы.

Яҡлауға һәм хәстәрләүгә мохтаж улар
Яҡлауға һәм хәстәрләүгә мохтаж улар

Салауат ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенә 30 йыл тулды. Шул уңайҙан шаршамбы, 20 июлдә, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә тантаналы сара уҙҙы.

Республикала күреү һәләте буйынса инвалидтар өсөн 16 төркөм эшләй, Салауаттағы урындағы  бүлексә эшмәкәрлекте уңышлы ойоштороу буйынса Башҡортостан буйынса икенсе  урынды биләй. Ул 90-сы йылдар башында ойошторола, 1992 йылда рәсми теркәлә. Ул ваҡытта йәмғиәттә Салауат ҡалаһынан, Ишембай  ҡалаһынан һәм районынан 350 кеше тора. Ойошманы оҙаҡ йылдар Анна Бестужева етәкләй.
- Вазифамды ҡалдырыуыма 2,5 йыл. Йәмғиәт үҫешә, быға шатмын. Мине рәйес итеп ҡуйғас, тәү сиратта, кешеләр өсөн эшләргә тырыштым. Ҡала хакимиәте  беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте, әле лә шулай. Йәмғиәт бала
саҡтан күреү буйынса инвалид булғандар өсөн генә түгел, ә был проблемаға оло йәштә юлыҡҡандар өсөн дә кәрәк.  Улар бында күңелдәрен бушата, аңлау һәм яҡлау тоя,  - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Аркадьевна.
Хәҙер йәмғиәтте ЭммаХисаметдинова етәкләй. 

- Бөгөн беҙҙең ойошма Салауат һәм Ишембай ҡалаларын, Ишембай районын берләштерә. 268 ағза иҫәпләнә, уларҙың  153-ө - салауаттар, 113- ө - ишембайҙар. Башлыса, беҙ дуҫтарыбыҙҙың ялын ойоштороу менән мәшғүлбеҙ. Күптән түгел Өфөләге лимонарийға, Нөгөшкә барҙыҡ. Эшебеҙҙә ҡала хакимиәте һәм  башҡа урындағы ойошмалар ярҙам күрһәтә. Беҙ бында бер-беребеҙ менән аралашыу,  һөйләшеү өсөн йыйылабыҙ, -
ти ул.
Йәмғиәт ағзалары Мәскәү өлкәһендәге Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең һуҡырҙарҙы реабилитацияау  үҙәгендә уҡый ала. Унда 13 йүнәлеш буйынса белем  бирәләр. Салауатта күреү буйынса I һәм II төркөм инвалидтары өсөн бушлай бассейнға йөрөү ойошторола. Йәмғиәтте юбилейы  менән ҡотларға күп ҡунаҡтар килгәйне.

- Бөтә ошо йылдар эсендә ойошма күреү һәләте буйынса инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен социаль яҡланы, шул тәғәйенләнешенә тоғро ҡалды. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән йөҙәрләгән кеше тормошта үҙ урынын лайыҡлы таба алды. Киләсәктә лә һеҙҙең эшегеҙ күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр өсөн кәрәкле булһын, уңыштар теләйем, - тине Волга буйы Федераль округы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Федорин.
- Был ойошма тарафынан инвалидтарҙы яҡлау буйынса күп кенә социаль программалар төҙөлдө һәм бойомға ашырылды. Бында бөтөнләй күрмәгән һәм насар күргән граждандарҙы реабилитациялау менән дә шөғөлләнәләр, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, эшкә урынлашыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә хәл итәләр. Һөҙөмтәле эшегеҙ өсөн  рәхмәт белдерәм, именлек, сәләмәтлек, уңыштар теләйем, - тине Бөтә Рәсәй һуҡырҙар
йәмғиәтенең республикалағы ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Галина Бычкова. 
Осрашыуҙа шулай уҡ ойошмаға оҙаҡ йылдар ярҙам итеүселәргә наградалар һәм  рәхмәт хаттары тапшырылды, ҡунаҡтар өсөн байрам концерты ойошторолдо.

Светлана Мусина:
- Тыумышым менән Өфөнән, мине һуҡырҙар йәмғиәтенең юбилейлы тантанаһына саҡырҙылар. Йәмғиәттә тыуғандан алып торам, сөнки ата-әсәйем дә күреү буйынса инвалидтар. Бәләкәйҙән ижади үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнаштым, сәнғәт училищеһын тамамланым, әле баш ҡалалағы Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә инвалид  балалар менән эшләйем. Салауат ҡалаһы балалары  менән дә шөғөлләнәм.
Йәмғиәттә тороу үҙеңә булған ышанысты арттыра, бында берҙәмлек тойғоһо көслө.  Йәштәрҙе лә йәмғиәткә инергә саҡырыр инем. Беҙҙең кеүектәр бер-береһе менән аралашырға  тейеш, тип иҫәпләйем.

Елена Калиниченко:
- Йәмғиәткә 90-сы йылдарҙа индем. Ул ваҡытта минең II  төркөм инвалидлыҡ ине, хәҙер III төркөм. Эшләгәнгә күрә, йыш йөрөп булманы. Хаҡлы  ялға сыҡҡас, ике йылдан һуң, секретарь булырға тәҡдим иттеләр, ризалаштым. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Күптәр өсөн был икенсе йорттары  булып тора. 
Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: