Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль , 15:00

Иң яҡшыларға - ГТО миҙалдары

Республика Хөкүмәте йортонда “ГТО-ның 90 йыллығы” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләү сараһы үтте.

Иң яҡшыларға - ГТО миҙалдары
Иң яҡшыларға - ГТО миҙалдары

Республика Хөкүмәте йортонда “ГТО-ның 90 йыллығы” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләү сараһы үтте.

Был награда менән “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән, Башҡортостанда ГТО комплексын үтәү һәм пропагандалау өсөн яуаплы
70-тән ашыу кеше бүләкләнде. Улар араһында Салауат ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы өлкән инструктор-методисы Зөлфиә Кәримова ла бар.  Йыл ярым элек Салауат “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы рейтингында 54-се урынды биләй ине, ә үткән йыл йомғаҡтары буйынса 26-сы урынға күтәрелде, ҡала округтары араһында - икенсе урында. Бында Зөлфиә
Кәримованың да өлөшө ҙур. Ирек Сәғитов билдәләүенсә, уҙған йыл “Хеҙмәткә һәм СССР-ҙы обороналауға әҙер” Бөтә Союз комплексынының 90  йыллығын байрам итеү ҡанаты аҫтында үтте. Йыл дауамында ил буйынса был иҫтәлекле датаға арнап йөҙләгән физкультура-спорт саралары ойошторолдо. 

- Бөгөн беҙ үҙ хеҙмәте менән Башҡортостанды ГТО нормативтарын үтәү буйынса лайыҡлы урынға сығарғандарҙы бүләкләйбеҙ. 2021 йыл беҙҙең республикала комплексты тормошҡа ашырыуҙа уңыш ҡаҙаныуы менән билдәләнде. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙған йылдың майында Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы субъекттарының  20 топ лидеры иҫәбенә инеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика ышаныслы рәүештә 20-се урынды яуланы. Бында ошо залда ултырыусыларҙың хеҙмәте  сағыла. Бөгөн ГТО комплексы спортты, физкультураны һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау өсөн ҡеүәтле мотивацияларҙың береһе булып тора тип иҫәпләгән үҙемдең фекерҙәштәрем араһында булыуыма шатмын. Ағымдағы йылдың беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса 25 меңдән ашыу кеше республикала ГТО комплексы нормативтарын тестлауҙа ҡатнашҡан, 3,5 меңгә яҡын кеше нормативтарҙы ГТО-ның отличие билдәһенә тапшырған.  Алтын билдәне 3224 кеше, көмөштө - 131, бронзаны 89 кеше алған, - тине республика
Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в