Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль , 15:39

Кемдәр етеҙ, кемдәр өлгөр

Салауат ҡалаһы уҙған аҙна “1000 велосипедсы көнө” республика велоуҙышына ҡушылды.

Кемдәр етеҙ, кемдәр өлгөр
Кемдәр етеҙ, кемдәр өлгөр

Салауат ҡалаһы уҙған аҙна “1000 велосипедсы көнө” республика велоуҙышына ҡушылды.

16 июлдә ҡала урамдары буйлап хәтһеҙ велосипедсылар колоннаһы һуҙылғайны. Акцияла ҡала халҡы ғына түгел, ә күрше ҡала-райондарҙан да ҡунаҡтар ихлас ҡатнашты. Бирелгән ғаризалар буйынса ойоштороусылар
500 номер әҙерләһә, ҡала урамдары буйлап берҙәм ағымда үтергә теләүселәр һаны сағыштырмаса күберәк булды. Велоуҙышҡа күптән түгел ҡалабыҙға Донецк һәм Луганск өлкәләренән мәжбүри күсеп килеүселәр ҙә теләп сыҡты. Йыйылыусылар бер-береһенә яҡшы кәйеф, йылмайыу һәм күңел күтәренкелеге бүләк итте. “1000 велосипедсы көнө” фестивале - ярыш түгел, финишҡа тиҙерәк барып етергә, тип ашҡынырға кәрәкмәй.
Был уҙыш - еләҫ елдә, рәхәтләнеп, бергәләп велосипедтарҙа елдереү. Сара Ағиҙел йылғаһы буйында тамамланды. Ойоштороусылар унда ҡыҙыҡлы программа һәм концерт әҙерләгәйне. Был татыу ғаиләлә бөтәһе лә
велосипедта йөрөргә ярата икән.
- Ғаиләбеҙ велосипед менән дуҫ. Йәйге ваҡытта ул бик шәп хәрәкәт итеү сараһы булып тора. Ошондай ҙур спорт ваҡиғаһында ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Уҙышта үҙем, ирем Игорь, өлкән улым Максим ҡатнашты. Биш йәшлек кесе улыбыҙ Романды өйҙә ҡалдырырға ҡарар иттек. Әммә дистанцияны уҙғандан һуң, бында бәләкәстәр ҙә ҡатнаша ала тигән һығымтаға килдек, сөнки барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелгәйне, ойоштороу имәле юғары. Велоуҙыш велосипедсыларға ғына түгел, ә үткенселәргә лә яҡшы кәйеф бүләк итте. Күптәр беҙҙе сәләмләне, ҡул болғаны. Тәьҫораттарҙы һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Сара һуңында ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа ойошторолдо - улыбыҙ термос отто, - тип сағыу шәмбе тураһында һөйләй Лилиә Ирғәлина.
Дәүләновтар ғаиләһе конкурстың “Иң ҙур ғаилә” титулына лайыҡ тип танылды. Стартҡа ғаилә башлығы Олег 10 йәшлек улдары Дмитрий һәм Маҡсим, 13 йәшлек туғаны Кира менән баҫты.

 - Беҙҙең командала бөгөн әсәйем Людмила Александровна ла бар. Ул бәләкәй саҡтан велосипедта йөрөгән, әммә һуңынан ҙур  өҙөклөк булды. Былтыр ул йәнә был транспорт төрө менән дуҫлашты. Велосипедта
бергәләп йөрөргә яратабыҙ, тик гел генә яйы сыҡмай. Ә бөгөнгө мөмкинлектән нисек баш тартмаҡ кәрәк? Бындай  спорт байрамдары сағыу тәьҫораттары менән хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр. Ведосипедта йөрөү - сәләмәтлек, көс, таҙа һауа ул, - тине Олег.

Велосипед уның яҡты бала саҡ хәтирәләренең береһе лә икән. 

- “Школьник” велосипедын алып ҡайтҡандарын әлегеләй иҫләйем. Унда йөрөргә мине атайым өйрәтте. Бер мәл артымда атайымдың аяҡ тауыштары тынды һәм уның юҡлығын һиҙеп ҡалдым, шунда үҙ аллы йөрөүемде аңланым. Ундағы тойғоларҙы аңлатырлыҡ түгел! Һүҙ юҡ, йығылдым да, аяҡ-ҡулдарымды һыҙырып бөтә инем. Үҙем атай булғас, балаларымды велосипедта йөрөргә өйрәтергә, тигән бурыс ҡуйҙым. Улар минән шуғыраҡ 
булып сыҡты - өс йәштә был транспорт сараһына идара итәләр ине, - тип хәтирәләре менән бүлеште Олег һәм ойоштороусыларға матур байрам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Велоуҙышта ҡатнашыусылар араһында Галина Арданкина менән Татьяна Дынина ла бар ине.

- Алтмышты тултырғас, йәштәр сараһының бер өлөшө булыу бик ҡыҙыҡлы. Тик шуныһы йәл, артыҡ тиҙлекте шәбәйтеп булмай, - тине улар йылмайып. Галина Арданкинаның тормошонда велосипед ике йыл элек кенә барлыҡҡа килгән икән.
- Элек күп сәйәхәт иттем, әммә пандемия һәм ғаиләләге шарттар тормошома үҙгәрештәр индерҙе, шуға хәҙер ҡалалағы әүҙем тормошто һайланым. Ике ейәнем бар, береһенә - ете, икенсеһенә 11 йәш, улар менән рәхәтләнеп бергә велосипедта йөрөйбөҙ. Беҙҙең Ағиҙел йылғаһы буйының төҙөкләндерелеүе яҡшы күренеш, унда шәп велосипед һуҡмаҡтары ла барлыҡҡа килде. Туңдырма менән кафе асһалар, тағы ла һәйбәт буласаҡ
Марат ЛАТИПОВ фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в