газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2022, 15:45

Үҙең үҫтергән тәмлерәк

Иҫегеҙҙә булһа, яҙын төбәк Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар үҫтергән продукцияны һатыу өсөн ваҡытлыса урындар булдырырға ҡушҡайны. 

Үҙең үҫтергән тәмлерәк
Үҙең үҫтергән тәмлерәк

Иҫегеҙҙә булһа, яҙын төбәк Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар үҫтергән продукцияны һатыу өсөн ваҡытлыса урындар булдырырға ҡушҡайны. 

Уның һүҙҙәренсә, республикала ошондай урындарҙы бер нисә тапҡырға арттырыу мөһим. «Инәйҙәрҙе ҡыумаҫҡа кәрәк, улар үҫтергән продукцияны һатып алығыҙ», тигәйне ул. Ҡалала был бойороҡтоң үтәлеше асыҡ күренә. Яңыраҡ Ленин урамы, 53 адресы буйынса урынлашҡан сауҙа рәттәре яңыртылғайны. Был йәһәттән эштәр әле лә дауам итә. Уҙған аҙна уңайлыҡтар “Шатлыҡ” сауҙа үҙәге янында булдырылды. Быға баҡсасылар бик шат.

– Уңайлы, әлбиттә. Ҡояштан, ел-ямғырҙан һаҡлай, ултырырға эскәмйәләре лә бар. Тик урын барыһына ла етмәй, - ти Валентина Ивановна, ҡурай еләге тултырылған биҙрәләрен ергә ҡуйып. Ысынлап та, сауҙа рәттәре
6-8 кешегә иҫәпләнгән, теләктәре булғандарҙың барыһын да үҙенә һыйҙыра алмай. Ә уңайлы прилавкалар артында тороп һатыу итергә теләүселәр бик күп. Ни өсөн продукцияғыҙҙы тап ошонда һатаһығыҙ, тигән һорауға улар: “Бында кеше күп йөрөй, һатыу яҡшы үтә, шуға бында торабыҙ ҙа инде”, тип яуапланы. Өфө урамы, 122А урамындағы бәләкәй баҙарҙа артыҡ кеше юҡ, шулай ҙа япмалы сауҙа рәттәре буш түгел. Тауарҙар матур итеп һалынған: һауыттарҙағы ҡыҙарып бешкән ҡурай еләктәре, әйтерһең, һайлап алынған, яңы ғына баҡсанан килтерелгән йәшел тәмләткестәр, түтәлдән  өҙөлгән ҡыярҙар, боростар, кабачкиҙар – тауарҙар
төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Уңған хужабикәләр уларҙы матур итеп урынлаштырырға ла ваҡыт тапҡан бит әле. Үҙ продукцияларын салауаттар, ғәҙәттәгесә, Островский урамы, 53 урамында  һата, сауҙа рәттәре бында ла буш түгел. Ҡала баҙарындағы ит павильоны артында ла халыҡ бындай продукцияны теләп ала.
Надежда ФАРРАХОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: