Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль , 10:22

Икенсе тулҡын көтөлә

Коронавирус сире сигенергә йыйынмай. Улай ғына ла түгел, көҙөн уның сираттағы тулҡыны көтөлә, тип фаразлана.

Икенсе тулҡын көтөлә
Икенсе тулҡын көтөлә

Коронавирус сире сигенергә йыйынмай. Улай ғына ла түгел, көҙөн уның сираттағы тулҡыны көтөлә, тип фаразлана.

Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов үткәргән оператив кәңәшмә барышында ҡаралған мөһим һорауҙар араһында коронавирус темаһы ла бар ине. Ҡалалағы ауырыуға бәйле хәл менән ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Ирек Баҡыев таныштырҙы. Әлеге көндә Салауатта, республикалағы кеүек үк, ауырыусылар һанының бер ни тиклем артыуы күҙәтелә. Ҡалала туғыҙ кеше  дауаланыу ала: 4-һе – амбулатор, 5-һе дауаханала. Уларҙың береһе 65 йәштән өлкәнерәк. Ирек Баҡыев әйтеүенсә, көҙөн коронавирустың яңы  тулҡыны килеү ихтималлығы юғары. Уға ҡаршы тороу өсөн ҡалала коллектив иммунитет булдырыу мөһим. 80-
90 процентҡа ирешкәндә генә уның һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләргә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауатта  ул бөгөн 36 поцент тәшкил итә. Шуға ревкацинация кәрәк. Бының өсөн шарттар ҙа, препараттар ҙа бар.
12 июлдә ҡалаға 5 меңдән ашыу доза “Спутник V” вакцинаһы ҡайтарылды. Прививканы ҡала поликлиникалары кабинеттарында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем яһатырға була. Ял көндәре юҡ. Прививка яһатыр алдынан табип иенән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в