Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль , 10:34

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!

Республикала “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы старт алды. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!

Республикала “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы старт алды. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был акцияны быйыл 12-се тапҡыр ойоштора. Сараның маҡсаты - аҙ тәьмин ителгән, күп балалы йә тулы булмаған ғаиләләрҙә
үҫкән уҡыусыларға 1 сентябргә әҙерләнергә ярҙам итеү. Ике ай дауамында мәктәп кәрәк-яраҡтары “Ғаилә” район-ара үҙәктәр базаһында һәм ҡала-райондарҙағы уларҙың бүлексәләрендә, шул иҫәптә Салауат ҡалаһында йыйыласаҡ. Сара аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам итеүгә  йүнәлтелгән.

Быйыл акция сиктәрендә Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәжбүри күсеп килгән ғаиләләргә лә күрһәтелә. Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн әйберҙәр яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, китаптар тотонолған булһа ла ярай, тик ҡулланыуға яраҡлы булһын.

Әйберҙәрҙе Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 12-се йорт (3-сө подъезд) адресы буйынса килтерергә кәрәк.  Һорауҙарығыҙ ҡалһа, бөтә мәғлүмәтте WWW.семьярб.рф Башҡортостан Ғаилә порталында белә йә булмаһа “Ғаилә” үҙәктәренең берҙәм телефонына шылтыратып белә алаһығыҙ: 8-800-347-5000.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в