газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 12:00

Онотолмаҫ батыр исеме

Уҙған аҙнала 24-се мәктәптә Украинала махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Сергей Кирьяковҡа мемориаль таҡта асыуға арналған митинг уҙҙы. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ул үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Онотолмаҫ батыр исеме
Онотолмаҫ батыр исеме

Уҙған аҙнала 24-се мәктәптә Украинала махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Сергей Кирьяковҡа мемориаль таҡта асыуға арналған митинг уҙҙы. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ул үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Сергей Кирьяков Салауатта тыуып үҫә. Туғыҙынсы класты бөткәнсе 24-се мәктәптә уҡый, һуңынан Салауат механика-төҙөлөш колледжын тамамлай. Артабан Рәсәйҙең Ҡораллы көстәр сафына саҡырыла. Унан
һуң контракт буйынса Брянск өлкәһенең Врянцы ауылында мотоуҡсылар бүлексәһендә механик-водитель булып хәрби хеҙмәтен дауам итә. Егеттең фажиғәле үлеме тураһындағы хәбәр бөтә ҡаланы тетрәндерҙе. 28 майҙа тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында уның менән хушлашыу уҙҙы. Уның барышында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм 24-се мәктәп директоры Ольга Сырова геройҙың исемен мәңгеләштерергә вәғәҙәләгәйне.
- Салауаттың, республиканың, илдең данлы улы тураһындағы иҫтәлек һаҡланасаҡ. Күптән түгел мәктәптә Герой партаһын булдырғайныҡ, ә хәҙер мемориаль таҡта астыҡ, - тине митинг барышында ҡала хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Артур Рундау.

Сергейҙың остаздары билдәләүенсә, егет тырыш һәм һәләтле уҡыусы, бынамын тигән спортсы булған. Уның спорт кубоктары һәм миҙалдары мәктәптә һаҡлана.

- Наталья Николаевна һәм Алексей Викторович! Сергейҙы беҙ һәр ваҡыт тик йылы һүҙҙәр менән генә хәтергә алырбыҙ. Ул шул тиклем яҡты күңелле, асыҡ йөҙлө, эскерһеҙ кеше ине. Шулай булып иҫтә ҡаласаҡ, - тине үҙенең уҡыусыһы тураһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Ғафарова.

- Сергей кеүек кешеләр - беҙҙең ғорурлыҡ. Уға мәңгелек дан! - тине ҡала Советы депутаты, тренер Сергей Данилов.
Сергей Кирьяковҡа арналған мемориаль таҡта, ҡала мәктәптәре фасадтарында урынлаштырылған башҡалары кеүек, Артем Будаков тарафынан бушлай әҙерләнгән. Салауат егеттәренең иҫтәлеген мәңгеләштергәне өсөн ул ветерандар советының миҙалы менән бүләкләнде. Митинг мемориаль таҡтаға сәскәләр һалыу менән тамамланды. Бөйөк Ватан һуғышында, локаль һуғыштарҙа һәм Украиналағы махсус операцияла һәләк булған
яугирҙәрҙе бер минут тын тороп иҫкә алдылар. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: