Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2022, 09:30

Исеме мәңгеләштерелер

2013 йылда ҡаланың “Мономер” заводындағы аварияла янғын һүндереүсе Виталий Хрычевтың ғүмере өҙөлгәйне. Ҡаланың янғын һүндереүселәре урамдарҙың береһенә уның исемен биреү тәҡдиме менән сыҡты.

Исеме мәңгеләштерелер
Исеме мәңгеләштерелер

2013 йылда ҡаланың “Мономер” заводындағы аварияла янғын һүндереүсе Виталий Хрычевтың ғүмере өҙөлгәйне. Ҡаланың янғын һүндереүселәре урамдарҙың береһенә уның исемен биреү тәҡдиме менән сыҡты.

Виталий Хрычевҡа ни бары 31 йәш кенә була. Ул ата-әсәһен, ҡатынын һәм өс йәшлек улын мәңгелеккә ҡалдырып китә. Янғын һүндереүсе булып ун йылдан ашыу эшләгән, хеҙмәттәштәре уны намыҫлы, ярҙамсыл кеше булараҡ иҫләй. Егет мәктәптә уҡығанда уҡ янғын һағында эшләргә хыяллана. Армиянан ҡайтҡас хеҙмәт эшмәкәрлеген 36-сы янғын часында башлай, һуңынан 22-се часҡа күсә. 2004 йылда белемен  камиллаштыра, 2012 йылда бүлексә командиры итеп тәғәйенләнә. Виталий Хрычев өсөнсө дәрәжәле “Хеҙмәттәге отличие өсөн”, үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Виталий үҙенең улыТимофейҙы тәүге тапҡыр
янғын һүндереү машинаһы менән бәләкәс кенә сағында таныштыра. Ҡатыны Наталия әйтеүенсә, улының атаһы юлынан китеүе тураһында уйларға тырышмай, әммә шулай була ҡалһа, ул ҡаршы килмәйәсәк һәм улы менән ғорурланасаҡ. Әле Тимофейға 12 йәш, ул һайларға теләгән һөнәрҙәр араһында янғын һүндереүсе лә бар. Хәҙер уның әсәһе лә янғын һағында эшләй бит. Был аҙымға ул тормош иптәшенең фажиғәһенән һуң
бара. Наталияны яңғыҙын ҡалдырмайҙар, бына туғыҙ йыл инде дуҫтары, коллегалары һәр саҡ уның янында, ярҙам итеп торалар.

- Йыл һайын отряд етәкселеге Виталийҙың ата-әсәһенә иғтибар күрһәтә, бергәләп зыяратҡа барабыҙ. Быйыл беҙ янғын часына үҙебеҙ килдек, йылы аралаштыҡ, Виталийҙы иҫкә алдыҡ. Янғын һүндереүселәрҙең һөнәри байрамы алдынан Өфөлә хеҙмәт бурыстарын башҡарғанда һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө уҙғарыла, сәскәләр һалына. Бергә йыйылып, проблемаларҙы билдәләйбеҙ, етәкселек тә ҡулдан килгәнсә уларҙы хәл итергә ярҙам итешә, - ти Наталия.
Ысынлап та, батыр егетте иптәштәре онотмай. 22-се янғын часында уның иҫтәлегенә мемориаль таҡта ҡуйылған, 2-се кадет мәктәбендә егеттең ата-әсәһе, хеҙмәттәштәре, кадеттар ҡарағай ултыртҡан, 36-сы янғын часында уның шлемы һаҡланған мемориал булдырылған. Ҡаланың янғын һағы тарихында бындай фажиғәләр булмаған. Виталий ғына эштән өйөнә әйләнеп ҡайта алмай. Ҡала янғын һағының 70 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Виталийҙың коллегалары ҡалала урамдарҙың береһенә уның исемен биреү башланғысы менән сыҡҡан.
- Һис шикһеҙ, Виталий Хрычев исемендәге аталған урам уның ата-әсәһе, улы, минең өсөн дә ғорурлыҡ. Әгәр ошо ниәт бойомға ашырылһа, был үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларҙы янғындан ҡотҡарған кешеләргә ихтирам күрһәтеү билдәһе лә буласаҡ, - тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Наталия.

Виталийҙың атаһы һөйләүенсә, улы һәр ваҡыт янғын һүндереүсе булырға хыялланған.Был хеҙмәт үҙе үк батырлыҡ өлгөһө булып тора, ә көн һайын утҡа кәртә ҡуйып, үҙ ғүмерҙәре менән бәләгә юлыҡҡандарҙы ҡотҡарыусыларҙың һәр береһе - герой. Хәйер, янғын һүндереүселәрҙең үҙҙәре үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ тип кенә иҫәпләй.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: