Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2022, 09:13

Тыуған ерҙең ҡото - Салауат

Ҡалала милли батырыбыҙ, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуған көнө киң билдәләнде. Уны халҡыбыҙ онотмай, данлы батыр рухы халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй.

Тыуған ерҙең ҡото - Салауат
Тыуған ерҙең ҡото - Салауат

Ҡалала милли батырыбыҙ, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуған көнө киң билдәләнде. Уны халҡыбыҙ онотмай, данлы батыр рухы халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй.

алауат ҡалаһының ата-әсәләр комиссияһы “Аҡбуҙат”, “Яугир” ойошмалары менән берлектә Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл тулыу айҡанлы “Онотмайбыҙ һине, Салауат!” шиғыр һәм йыр бәйгеһен үткәргәйне.
Батырыбыҙҙың тыуған көнөндә, һәр йылдағыса, уның һәйкәленә сәскәләр һалырға йыйылдыҡ, конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ла шунда уҙҙы. Бәйгелә Салауат ҡалаһынан ғына түгел, ә Ишембай, Мәләүез ҡалаларынан һәм райондарынан, Ғафури, Ауырғазы райондарынан төрлө йәштәге конкурсанттар ҡатнашты. Еңеүселәр тамашасыларға үҙҙәренең шиғырҙарын, йырҙарын бүләк итте.

Байрам төрлө сығыштарҙан гөрләп торҙо. “Юлдаш” ҡурайсылар ансамбле башҡарған “Урал” көйө, “Ағинәйҙәр”ойошмаһы, 50- се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең йыр-шиғырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Нелли Ирғәлинаның “Мөғлифә” бейеүе байрамды тағы ла йәмләне. Толбазы ауылынан килгән Фәим Ғайсин улы Батырхан менән өҙҙөрөп ҡурай тартты. Мәләүез ҡалаһының “Аманат” башҡорт фольклор ансамбле байрамға килеүселәргә төрлө башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡорт көйҙәренән теҙмә, “Торатау” йырын бүләк итте. 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рауил Һөйөнов башҡарыуындағы “Ай-һай, Салауат” йырын тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Мәләүез ҡалаһынан килгән ҡунағыбыҙ Фәнил Яманаев үҙе төшөргән картиналар күргәҙмәһен ойошторҙо. Уҡыусылар, йыйылған ҡунаҡтар уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ҡалабыҙ аҡһаҡалы Мөхтәр Сабитов, ҡала ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, Салауат
Юлаевтың башҡорт халҡының ғорурланырлыҡ шәхесе булыуын һәм уның тураһындағы яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланасағын билдәләне. Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы, “Аҡбуҙат” йәмәғәт  ойошмаһы барлыҡ конкурсанттарға, “Юлдаш” ҡурайсылар ансамбленә, “Ағинәйҙәр” ойошмаһына, килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтен белдерә. Артабан да үткәреләсәк конкурстарҙа, сараларҙа тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы көтөп ҡалабыҙ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Әлфиә ӘБҮБӘКЕРОВА, 55-се балалар баҡсаһының башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреү төркөмө тәрбиәсеһе.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: