газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2022, 11:00

Өҙҙөрөп баҫа бейеүсе

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә Халыҡ-ара бейеү көнөнә йәш бейеүселәр һәм уларҙың остаздары өсөн “Бейеүсе май” фестивале уҙҙы. Унда ҡаланың бөтә бейеү коллективтары ҡатнашты, бейеүселәр оҫталыҡ дәрестәре алды.

Өҙҙөрөп баҫа бейеүсе
Өҙҙөрөп баҫа бейеүсе

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә Халыҡ-ара бейеү көнөнә йәш бейеүселәр һәм уларҙың остаздары өсөн “Бейеүсе май” фестивале уҙҙы. Унда ҡаланың бөтә бейеү коллективтары ҡатнашты, бейеүселәр оҫталыҡ дәрестәре алды.

Ҙур байрамды Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара хореографтар союзы ағзаһы Елена Саможен ойошторҙо.

- Бөтә миҙгел дауамында “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә бик күп концерттар уҙҙы. Хореограф булараҡ, күберәге бейеүселәрҙе ҡараным. Һәм миндә бөтә бейеүселәрҙе, хореографтарҙы бергә туплау теләге уянды. Сөнки
уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнауы һиҙелде. Ни сәбәптән былай булғандыр, белмәйем. Бәлки, пандемия ғәйеплелер. Коллективтар бер-береһен белһен, аралашһын ине. Ошо фестиваль менән хореографтың ябай һөнәр булмауын, һәр ваҡыт камиллашып торорға кәрәклеген еткерергә теләйем, - ти Елена Александровна.
Оҫталыҡ дәрестәре мауыҡтырғыс уҙҙы.
- Халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе бик оҡшаны, күп кенә яңы хәрәкәттәр белдек. Сығыш яһар алдынан үҙеңде нисек тиҙ генә формаға килтерергә өйрәттеләр, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Сәнғәт үҙәгенең “Забава” халыҡ бейеүе ансамблендә ҡатнашыусылар.

Дәрестәрҙе Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Ағиҙел” бейеү ансамбле етәксеһе Дмитрий Силин һәм А. Ваганова исемендәге Рус балет академияһы студенты, заманса бейеү буйынса халыҡ-ара һәм бөтә
Рәсәй конкурстары лауреаты һәм Гран-при хужаһы Тимур Ишмаков алып барҙы.

- Мин бөтә тәнде яҙҙырырға мөмкинлек биргән күнегәүҙәр күрһәттем. Дәрестәр балаларҙың әҙерлек кимәленең төрлө булыуын иҫбатланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп етәкселәр дәрестәрҙә база әҙерлегенә ваҡыт бүлмәй, ә бит унан башҡа көслө бейеү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, - ти Дмитрий Силин.
Тимур Ишмаков фекеренсә, бындай фестивалдәр мөһим.

- Салауат егет һәм ҡыҙҙары бик позитив, асыҡ, яңы материалға һыуһағандар. Уларҙы мин хип-хоп тигән заманса йүнәлеш менән таныштырҙым. Беҙ бейеп кенә ҡалманыҡ, ә стилдең тарихы, уның ни өсөн шулай башҡарылыуы тураһында ла ентекле һөйләнем. Балалар ҙа, педагогтар ҙа бергә аралашһын өсөн бындай фестивалдәр бик кәрәк, - ти Тимур Ишмаков.
Стәрлетамаҡтан килгән хореографтың оҫталыҡ дәрестәре өсөн етәкселәр ҙә, балалар ҙа рәхмәтле.

- Бөтә тәрбиәләнеүселәребеҙ менән килдек. Дәрес шәп үтте, методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән, һәр хәрәкәт уйланылған, - тип юғары баһа бирҙе хореографтың эшенә “Дуҫлыҡ.ру” өлгөлө балалар хореография мәктәбе
етәксеһе Ирина Булгакова. Сара һуңында Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларының иң яҡшы, көслө коллективтары ҙур концерт ҡуйҙы. Ҡалала бейеү миҙгеле бына ошондай сағыу фестиваль менән тамамланды.

Владислав ФАРРАХОВ фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: