газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2022, 14:37

“Бер минутлыҡ тынлыҡ” акцияһына Салауат та ҡушылды

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Мәскәү ваҡыты буйынса теүәл 12 сәғәт 15 минутта бөтә ил буйынса «Бер минут тынлыҡ» акцияһы үтте. Салауат ҡалаһы ла бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. 

“Бер минутлыҡ тынлыҡ” акцияһына Салауат та ҡушылды
“Бер минутлыҡ тынлыҡ” акцияһына Салауат та ҡушылды

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Мәскәү ваҡыты буйынса теүәл 12 сәғәт 15 минутта бөтә ил буйынса «Бер минут тынлыҡ» акцияһы үтте. Салауат ҡалаһы ла бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. 

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә бөтә ил буйынса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, яу яланынан әйләнеп ҡайтмағандарҙы иҫкә алыу саралары үтә. Тынлыҡ минуты әлегәсә уларҙың бер өлөшө ине. Ә был көндө бөтә  лдә үтеүсе “Бер минут тынлыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы йыл һайын 22 июндә Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәт 15 минутта башлана, тип билдәләнгән. Тап ошо ваҡыттың һайланыуы осраҡлы түгел: 81 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә, тап 12 сәғәт тә 15 минутта радио аша дәүләт хөкүмәтенең Советтар Союзы халҡына фашистик Германияның СССР-ға һөжүм итеүе тураһында мөрәжәғәте яңғырай. Кешелек тарихында иң ҡурҡыныс һәм ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе башлана. «Бер минутлыҡ тынлыҡ» акцияһы беҙҙең халыҡтың һынмаҫ рухы һәм батырлығы, баш особоҙҙа тыныс күк йөҙө бүләк итеүселәр тураһында иҫкә төшөрөүҙе символлаштыра.

Музей алдында
Һәр төбәк был акцияға үҙ сәғәт поясы буйынса Мәскәү ваҡытына тура килтереп ҡушыла. Башҡортостанда «Бер минут тынлыҡ» акцияһы сәғәт 14.15-тә башланды. Был ваҡытта мөмкин булғанса сауҙа нөктәләрендә кассалар, предприятиелар эшен туҡтата, урамдарҙа йәмәғәт һәм шәхси транспорттәр хәрәкәте туҡтала. Теп-теүәл сәғәт 14.15-тә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында Юрий Левитандың
тауышы яңғыраны һәм 1941 йылдағы кеүек тормош туҡталғандай булды. Юлдан килеүсе машиналар
хәрәкәте туҡталды, авария сигналдарын тоҡандырҙы, йәйәү китеп барыусы салауаттар аҙымдарын
яйайтып, шулай уҡ туҡтап, 81 йыл элек яңғыраған һүҙҙәрҙе тыңланы. Теп-теүәл сәғәт 14.15-тә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында Юрий Левитандың тауышы яңғыраны һәм 1941 йылдағы кеүек тормош туҡталғандай булды. Юлдан килеүсе машиналар хәрәкәте туҡталды, авария сигналдарын тоҡандырҙы, йәйәү китеп барыусы салауаттар аҙымдарын яйайтып, шулай уҡ туҡтап, 81 йыл элек яңғыраған һүҙҙәрҙе тыңланы.

Трамвай идаралығында
Салауат ҡалаһында был акцияға “Трамвай идаралығы” ла ҡушылды. Теүәл сәғәт 14.15-тә рейсҡа сыҡҡан бөтә трамвайҙар туҡталды.

- Бөгөн бөтә Рәсәй буйынса “Бер минутлыҡ тынлыҡ” үтә һәм беҙ ҙә был акцияға ҡушылырға булдыҡ. Бөтә коллектив идаралыҡ алдына йыйылды, линиялағы 10 трамвайҙың барыһы ла теүәл 14.15 сәғәттә пассажирҙарҙы иҫкәртеп, бер минутҡа хәрәкәтен туҡтатты. 22 июнь, Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндө бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙең илдә был һуғыш ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ, илебеҙҙең азатлығы өсөн атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ башын һалды һәм беҙ уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ, - ти “Трамвай идаралығы” начальнигы Николай Елисеев.

Янғын һүндереү часында

Ошо уҡ ваҡытта 36-сы янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре сафҡа теҙелеп, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

- “Бер минутлыҡ тынлыҡ” Икенсе Бөтә донъя һуғышында Еңеү яулап, донъяға тыныслыҡ бүләк иткән күп милләтле халыҡтың һынмаҫ рухы һәм батырлығы тураһында иҫкә төшөрә. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә бер минутлыҡ тынлыҡ - ул халыҡтың мәңгелек хәтере һәм фашизм ҡорбандары тураһында ҡайғырыу, быуындарҙың фашизмды ҡабул итмәүе һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәрен һаҡлаясағы билдәһе, - тине 36-сы янғын һүндереү часы начальнигы Константин Щетинкин.

Ҡала дауаханаһында

Ҡала дауаханаһы коллективы ла “Бер минутлыҡ тынлыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына
ҡушылды.Шул рәүешле улар Тыуған илдең азатлығы өсөн көрәшкән, яуҙа баштарын
һалған ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын иҫкә алды.

- 22 июндә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Тап ошо көндө немец илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм итә һәм иң ҡурҡыныс, ҡан ҡойғос һуғыш башлана. Һөҙөмтәлә, илебеҙ 27 миллион һалдатын юғалта. Тыуған ил өсөн көрәшкән яугирҙәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шуның өсөн был көндө митингтар уҙғарыла, һәйкәлдәргә сәскәләр һалына. Бөгөн беҙҙең ҡала дауаханаһы коллективы “Бер минутлыҡ тынлыҡ” акцияһына әүҙем ҡушылды. Эштәренән бушыраҡ 130-ға яҡын хеҙмәткәр дауахана алдына сығып, һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Барыһына ла аяҙ күк йөҙө, именлек, һаулыҡ теләйем, - тине ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: