газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2022, 13:46

Аяҙ күкте болот ҡапламаһын

22 июнь Ватаныбыҙ тарихына Хәтер һәм ҡайғы көнө булып инде. Ул иң фажиғәле даталарҙың береһе. Был көндө Тыуған ил азатлығы өсөн баштарын һалған яугирҙәрҙе иҫкә алабыҙ, аяҙ күк йөҙө бүләк иткән ветерандарға рәхмәт белдерәбеҙ.

Аяҙ күкте болот ҡапламаһын
Аяҙ күкте болот ҡапламаһын

22 июнь Ватаныбыҙ тарихына Хәтер һәм ҡайғы көнө булып инде. Ул иң фажиғәле даталарҙың береһе. Был көндө Тыуған ил азатлығы өсөн баштарын һалған яугирҙәрҙе иҫкә алабыҙ, аяҙ күк йөҙө бүләк иткән ветерандарға рәхмәт белдерәбеҙ.

“Мәңгелек ут” мемориаль комплексы янында традицион митинг уҙҙы. Унда ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, уның урынбаҫарҙары, ветерандар, дин вәкилдәре, йәш армеецтар һәм ҡала халҡы ҡатнашты.

- Илебеҙ тарихында хәтерҙән юйылмаҫлыҡ даталар бар. 22 июнь - шуларҙың береһе. Бик күп юғалтыуҙар менән ҡаршылыҡтарҙы үтеп, ата-бабаларыбыҙ еңеү яулауға ирешкән. Беҙ улар алдында мәңге бурыслыбыҙ.
Әле лә уларҙың тоҡомдары Ватаныбыҙҙы яҡлап, нацизм менән көрәшеүен дауам итә, - тип белдерҙе үҙ сығышында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.

Был көндө сығышы менән Федоровка районынан булған, Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың 27 авгусында саҡырылып, шул уҡ йылдың декабрендә хәбәрһеҙ юғалған Ғизетдин Төхвәтуллин менән дә хушлаштылар. 81 йыл үткәндән һуң “Рәсәйҙең эҙләнеү хәрәкәте” ойошмаһы эҙәрмәндәре Смоленск өлкәһенең Кукуево ауылында уның һөлдәһен һәм шәхси әйберҙәрен таба. Һәм бына, яугир тыуған ерендә. Беҙҙең ҡалала уның ҡыҙы Ғәлиә-Баныу Ғәйнуллина һәм ейәнсәре Гөлнур Йәмилева йәшәй. Сарала улар ҙа бар ине. Ейәнсәре күҙ йәштәре аша олатаһына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
- 81 йыл буйы олатайыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнде. Һәм, ниһайәт, ул тыуған тупрағында. Смоленск өлкәһенең, Өфө, Салауат ҡалаларының эҙәрмәндәр отрядтарына, ҡаланың “Толпар” отряды командиры Илдус
Мәсәлимовҡа, Өфө һәм Салауат ҡалалары, Федоровка районы хакимиәттәре етәкселәренә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Хәҙер инде олатайым менән өләсәйем күктәрҙә генә түгел, ә тыуған ерҙә бергә буласаҡ. Әсәйемдең һүҙе буйынса, уларҙың мөхәббәте иҫ киткес саф, һоҡланғыс булған. Атаһы фронтҡа киткәндә, әсәйемә туғыҙ йәш булған. Янына ултыртып: “Ҡыҙым, оло бала булараҡ, һинең өҫтә ҙур яуаплылыҡ ята. Һеңлеләреңде
ҡара. Иңеңә ауыр йөк төшөүен аңлайым. Әммә мин мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡмын һәм бергә буласаҡбыҙ”, тигән. Әсәйем бәләкәйҙән эшкә егелгән. Уның һөйләгәндәрен күҙ йәштәрһеҙ, тыныс ҡына тыңлап булмай. Өләсәйем тоғролоҡ һаҡлап, парын ғүмер буйы көткән. Олатайымдан бер генә хат килгән. Унда “Армия кейемдәрен кейҙек, фронтҡа оҙаталар. Хат яҙмағыҙ, сөнки ҡайҙа буласағыбыҙҙы белмәйбеҙ. Үҙем яҙырмын”, тигән. Тик... хат яҙырға ла, әйләнеп ҡайтырға ла насип булмаған уға, - тип һөйләне Гөлнур Ғәҙи ҡыҙы.
Ысынлап та, туризм һәм крайҙы өйрәнеү үҙәге директоры Илдус Мәсәлимов ҙур эш атҡарған.

- Ғизетдин Төхвәтуллинды Вязьма ҡалаһының “Бурыс” эҙәрмәндәр отряды егеттәре табып, беҙҙең менән бәйләнешкә эҙләп таптыҡ. Һәм, нисәмә йылдар үткәс ҡаһарман батырыбыҙ тыуған еренә әйләнеп ҡайтты. Туғандары һөйләүенсә, Ғизетдин Ғиләж улы бейек, көслө ир-егет булған. Армияға 35 йәшендә алынған, ҡатыны, дүрт балаһы тороп ҡалған. Был ҡан ҡойғос һуғышты оноторлоҡ түгел. Еңеү өсөн үҙ ғүмерен биргәндәрҙең яҡты иҫтәлеге мәңге йәшәйәсәк, - тине Илдус Ким улы.
Рәсәй мосолмандарының диниә назараты юғары мөфтөйө ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров менән имам-хатип Рөстәм хәҙрәт Сәфиуллин Ғизетдин Ғиләж улының һәм уның ҡатынының рухына бағышлап доға ҡылды. Яугир тыуған яғы Федоровка районы Балыҡлы ауылында ерләнде.
Сара сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: