Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2022, 20:14

Йәшнәп йәшәр саҡтары

Дүшәмбе, 27 июндә, ҡалала Йәштәр көнө (0+) билдәләнә.

Йәшнәп йәшәр саҡтары
Йәшнәп йәшәр саҡтары

Дүшәмбе, 27 июндә, ҡалала Йәштәр көнө (0+) билдәләнә. Был көндө файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә ҡарар итеүселәр өсөн ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ҙур һәм мауыҡтырғыс программа (0+)әҙерләгән. Быйыл байрам беренсе тапҡыр төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйында үтә. Саралар киске сәғәт 6-ла башланып, 11-гә тиклем дауам итә. Төрлө майҙансыҡтарҙа һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл таба ала. Әйтәйек, 18.00 - 19.00 сәғәттәрҙә велоквест барһа, ошо уҡ ваҡытта төрлө конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеүселәрҙе бүләкләйәсәктәр, бейеү батлы була. 19.00 - 20.00 сәғәттәрҙә - пляж футболы, йога, 18.30 - 19.30 - өҫтәл теннисы, трюклы самокаттарҙа ярыштар уҙа. 19.00 - 19.15 сәғәттәрҙә буяуҙар фестивале, 21.00 сәғәттә күбекле шоу ойошторола. Ҙур концертта “5 июль” төркөмөнөң, Ирдандың, йәш башҡарыусылар конкурсы еңеүселәренең, ҡаланың ижади коллективтарының сығыш яһауы көтөлә.
Ярыштарҙа һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн йәштәр эштәре буйынса комитетҡа ғариза бирергә кәрәк: [email protected].
Байрам сиктәрендә Халыҡ-ара наркотиктар ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө лә билдәләнә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: